Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
30 Октябрь 2020, 21:20

Рәмил Ғәйзуллин да - дауаханала

Ә уның бихисап проекттары бар.

Танылған музыкант, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Ғәйзуллин пневмония менән дауаханаға эләккән. Был мәғлүмәтте артистың яҡындары раҫланы. Әле Рәмил Мәүлит улы Өфө ҡалаһының дауаханаларының береһендә дауаланыу курсын үтә."Үпкәһе зарарланған. Тиҙерәк төҙәлһен ине. Әле сит ил музыканттары менән бихисап проекттары бар" - тип белдерҙе уның ҡатыны.
Рәмил Мәүлит улы Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестрына нигеҙ һалған шәхес булараҡ билдәле. Ҡурайҙы донъяла танытыу өсөн байтаҡ эштәр башҡара, милли музыка ҡоралы менән иллеләгән сит илдә сығыш яһаған. Арҙаҡлы замандашыбыҙҙың тиҙерәк төҙәлеүен теләйбеҙ.
Читайте нас: