Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
30 Октябрь 2020, 17:40

Йырҙары менән күңелдәрҙә ҡалыр

Халыҡ уның йырҙарын көтөп алыр ине.

Билдәле йырсы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғүмәр Әбделмәнов баҡыйлыҡҡа күсте

Уға 90 йәш ине. Ғүмәр Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Шишмә районы Суҡраҡлы ауылында тыуған. Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағас, БАССР министрҙар Советы янындағы радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитетында, Мәҙәниәт министрлығында, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, Рәсәй Композиторҙар союзы музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры була. Ғүмәр Әбделмәнов "Имәндәр шаулай", "Юғалма юлдарымдан", "Бер минут", "Һиңә тағы бер киләм әле" һәм башҡа йырҙарҙы башҡарыуы менән киң билдәле.
Читайте нас: