"Шоңҡар" журналын ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ. Унда баҫылған әҫәби әҫәрҙәрҙе, уңған замандаштарыбыҙ, өлгөлө йәштәребеҙ хаҡында уҡыу оҡшай. Киләһе йылға ла яҙылып ҡуйҙыҡ". Редакциябыҙға шундай эстәлекле хаттарҙың күп килеүе ҡыуандыра. Бөгөн генә Әбйәлил районынан яҡын дуҫыбыҙ Марс Сәйетғәлиндан да шундай сәләм хаты килеп төштө. Афарин, Марс!