Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Филүс Ҡалмырҙин бөгөн алтын юбилейын билдәләй.Филүс Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында күп балалы ғаиләлә буй еткерә. Барыһы ла йыр-моңға маһир был нәҫелдә егеттең башҡа һөнәрҙе һайлау уйына ла инеп сыҡмай. Ҡурайсы булыу теләге менән ул Өфө сәнғәт училищеһына килә. Мәшһүр ҡурайсы Ришат Рәхимов тәү тыңлауҙа уҡ уның көслө, моңло тауышына иғтибар итә һәм вокаль уҡытыусыларына алып бара. Шулай итеп, егет үҙе лә көтмәгәндә йырсылыҡҡа уҡый башлай.
Бөгөн Филүс Ҡалмырҙин халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙың береһе булараҡ танылыу яулаған. Уның репертуарында «Азамат», «Илсе Ғайса», «Ҡаһым түрә», «Эскадрон», «Әрме» һәм башҡа бик күп йырҙар бар. «Яҙғы моңдар», «Ирәндек моңдары» республика конкурстарында Гран-при яулаған ул. Йырсыны ғүмере байрамы менән ҡотлап, уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ.