Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
12 Декабрь 2020, 22:45

Бәхил бул, яҡын дуҫыбыҙ!

Хатта Алжирҙа йәшәгәндә лә үҙебҙҙең баҫмаларҙы алдырған.

Юғары дәрәжәләргә өлгәшһә лә, ғәжәп ябай, ихлас кеше ине. Редакцияға йыш килер, беҙҙең менән рәхәтләнеп һөйләшер, кәңәштәрен бирер ине. Бөтә башҡортса гәзит-журналдарҙы алдырып, уларҙы енәһенән ебенә тиклем уҡыны. Хатта Алжирҙа йәшәгәндә лә үҙебҙҙең баҫмаларҙы алдырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ошо шәхес, Өфө дәүләт нефть техник университетының геология кафедраһы профессоры Вил Өмөтбаев һәләк булды.
83-сө йәше менән барған Вил Ғайса улын Өфөлә Яңы күпер урамында машина тапатҡан. Уны тиҙ арала дауаханаға алып баралар, тик табиптар ғүмерен ҡотҡара алмай.
Вил Өмөтбаев 1938 йылдың 14 февралендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған, инженер-нефтсе һөнәрен алған. Көньяҡ-Ҡаҙағстан нефть разведкалау экспедицияһында эшләгән, быраулаусы ярҙамсыһы, баш инженер, экспедицияның баш инженеры булған.
1965 йылдан БашНИПИнефттә – өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире, лаборатория мөдире була. 1979-1982 йылдарҙа Алжирҙа сит ил командировкаһында йөрөй. 1974 йылда кандидат диссертацияһын, 1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2003 йылдан алып “Геофизика” НПФ ойошмаһында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Кандидат һәм доктор диссертацияларын яҡлау буйынса совет рәйесе була. 2006 йылдан ӨДНТУ-ның Дәүләт аттестация комиссияһы рәйесе.
Вил Ғайса улы Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының почетлы академигы була, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Бынан тыш бик күп наградалар, миҙалдар менән наградланған.
Ул 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ете монография авторы, уйлап табыуға 30 патенты бар. Уның скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса китаптары белгестәр өсөн өҫтәл китабы. Ул йәш ғилми кадрҙарға ярҙам итеү буйынса күп эшләгән.
Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: