Земфира Зәки ҡыҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үҙенсәлекле, халыҡ яратып ҡараған, көтөп алған тапшырыуҙар авторы булараҡ билдәле. “1998 – 2016 йылдарҙа ғүмерем телевидениела уҙҙы, – ти был хаҡта яратҡан артисыбыҙ. – Кем өсөндөр аҙ тойолор, кемгәлер күп, ләкин бөгөн мине танып-беләләр икән, тимәк 18 йыл ғүмер бушҡа уҙмаған. ,,Йырым булһын бүләгем'', ,,Сәләм'', ,,Аулаҡ'', ,,Гәлсәр һандуғас”, ,,Тормош һуҡмаҡтары'', ,,Тылсымлы ҡурай'...” Һәр береһе күңел, йөрәк аша үткән тапшырыуҙар!”