“Һәр эш ҡатмарлы. Үҙегеҙгә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтергән эште эҙләгеҙ”. Интернет киңлектәрендә ошо һүҙҙәрҙе уҡығас, уйға ҡалдым – был, ысынлап та шулай бит” – тип яҙа сәнғәт йондоҙо үҙенең инстаграм битендә. – Күптәр эшен башламаҫ элек үк ҡурҡыуға төшөп, үҙҙәрнең хыялдарына хыянат итә. Баш тартһалар, клиентты юғалтһалар, хатта башламаҫ элек үк шөрләһәгеҙ – бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.
Был минең хаҡта түгел. Мин маҡсат ҡуям икән, мотлаҡ уға өлгәшәсәкмен. Мәсьәләне нисек хәл итеү алымын табасаҡмын, былай ғына бирелмәйәсәкмен. Мине ҡатмарлыҡтар ҡурҡытмай, киреһенсә, сәмләндерә. Бының һөҙөмтәһе бер – эшләнгән эшемдән ҡәнәғәтләнеү һәм бәхет тойғоһо кисерәм.
Бала саҡтан беҙҙе эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәттеләр. Студент саҡтан балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем, дөйөм ятаҡта, подъездарҙа иҙән дә йыуҙым. Төп эшемдән башҡа ла аҡса эшләү менән шөғөлләндем. Мәҫәлән, телеүҙәктә эшләгәндә концерттар алып барырға ла, гастролдәрҙә йөрөргә лә өлгөрҙөм. Шуға ла кеҫәмдә һәр ваҡыт аҡса булды, теләгән әйберемде һатып ала алдым. Бөгөн дә мин үҙгәрмәнем – бер нәмәгә ҡарамай алға барам, яҡшы тормошҡа ынтылам. Төрлө, яңы өлкәләрҙә аҡса эшләп ҡарайым, бер урында туҡтап ҡалмайым. Ә ҡаршылыҡтар һәр саҡ буласаҡ, унһыҙ бер нисек тә булмай! Әммә һәр ҡаршылыҡ, уңышһыҙлыҡ минең көслөрәк итә, маҡсатыма яҡынайта".