Ихлас, ҡыҙыҡһыныусан, теләгән һорауын бирергә уңайһыҙланып тормаған был ҡыҙҙы әле исем-шәрифен дә белмәҫ элек Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яратып ҡараған “Һорау+яуап=ҡалма баҙап” тапшырыуы аша күреп белә инем. Геройҙың булмышын үҙе төшөргән һүрәт аша күрһәтеү өсөн сетерекле һорауҙарын урыны-еренә еткереп биргән рәссам эскерһеҙ йылмайыуы менән дә миллионлаған телевизор ҡараусыларға матур кәйеф бүләк итеүен үҙе лә аңламағандыр, бәлки. Тиҙҙән “Йәшлек” гәзите юғары класс уҡыусылары араһында Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс иғлан итте. Бәйгелә 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын сағылдырған мәҡәләләр тәҡдим ителде, уларҙың күбеһе гәзит биттәрендә донъя күрҙе. Жюри ағзалары ҡыҙыҡлы фекерҙәр, яңы идеялар менән һуғарылған эштәрҙе тикшереп, конкурс еңеүселәрен билдәләне. Улар араһында ла Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы уҡыусыһы Айзилә Мөлөкова ла бар ине. “Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа” мәҡәләһе өсөн уға өсөнсө урын бирелде. Артабан Айзиләне тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән әүҙем эш башҡарыуы, төрлө проекттарҙа еңеүсе булараҡ та күрергә тура килде.
Маҡсат, хыял... Бәләкәйҙән ошо аҫыл сифаттарға эйә булғандар ғына үҙ хыялына өлгәшә торғандыр. Әлбиттә, быға тағы ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ өҫтәлергә тейеш. Юлыңда осраған ҡаршлыҡтарҙы сабыр ғына еңә белеү мөһим. Юғиһә әллә ниндәй иҫ киткес пландарың булып та бер көндө буш ҡыуыҡ булып шартлауы ихтимал.
Әбйәлил районының Ярлыҡап тигән ике урамдан торған бәләкәй генә ауылда биш балалы ғаилә икенсе ҡыҙ булып үҫә Айзилә. Класта өс-дүрт бала ғына уҡый. Ә уның ҙур, гөжләп торған мәктәптә белем алғыһы килә. Дүртенсе класта уҡыған көндәрҙең береһендә ҡыҙ атай-әсәһенә:
– Артабан минең ауылда уҡығы килмәй, - тип әйтеп һала.
Һүрәт төшөрөргә лә, йыр-моңға ла һәләтле Айзиләне яҡындары Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһына бирергә ҡарар итә. Тик унда инеү өсөн аҙ булһа ла махус әҙерлек талап ителә. Кескәй ҡыҙ ай буйы Тал Ҡусҡары ауылындағы Зөлфиә Ғәбитова исемле апайға йөрөп, тырышып һүрәт төшөрөү нескәлектәрен өйрәнә. Бығаса ҡолағына ла салынмаған натюрморт, композиция, пейзаж кеүек һүҙҙәрҙе тәү тапҡыр Зөлфиә апаһынан ишетә ул. Ишетеп кенә ҡалмай, ә уларҙы илһамланып аҡ ҡағыҙ битендә һынландыра. Бөтмөр, һәләтле ҡыҙҙың эштәренә һоҡланған уҡытыусыһы, ҡара әле, бигерәк матур, һине уҡырға ҡуш ҡуллап аласаҡтар, тип дәртләндерә. Ысынлап та, тиҙҙән Айзиләнең хыялы тормошҡа аша – бишенсе класта ул гөрләп торған баш ҡалала меңәрләгән бала белем алған гимназия-интернатта уҡый башлай. Әлбиттә, кескәй генә ҡыҙсыҡҡа тыуған өйҙән, атай-әсәйҙән айырылыу еңел булмай. Һағынып, тыуған яғын, яҡындарын юҡһынып илап та ала. Ахырҙа әсәһе йәлләп, бәлки, кире ҡайтырһың, ти.
– Юҡ, бер килгәс, уҡыйым, – яуаплай ҡыҙ.
Тәүҙә рус теленән диктантты “икеле” билдәһенә яҙып кәйефе төшһә лә, уҡытыусыларының ихласлығы ҡанат ҡуя. “Айзилә, һин булдыраһың! Тырышһаң, тиҙҙән “бишле”гә яҙа башларһың әле”, – тип дәртләндереүҙәре раҫҡа сыға. Бер аҙҙан Айзилә ысынлап та шаулап торған интернат тормошона күнегеп киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Бигерәк тә күңелле шул. Төрлө байрамдар, саралар гөрләп тора. Бөтмөр ҡыҙ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, тамашаларҙы алып бара. Ҡәҙриә Ғәзизова апайҙары етәкселегендәге драма түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә. Бөгөн был гимназияны һағынып, рәхмәт тойғолары менән иҫкә ала Айзилә.
– Уҡытыусылар ҙа, тәрбиселәр ҙә ғәжәп яҡшы, ихлас кешеләр булды, һәр береһе беҙҙең өсөн янып-көйөп торҙо. Белем бирергә көстәрен йәлләмәнеләр, – тип хәтергә ала ул йылдарҙы Айзилә. – Шундай ҙур йөрәкле уҡытыусыларҙа белем алған балаларҙың насар кеше булып үҫеүе мөмкин түгел. Беҙҙекеләр күңелдәре, хис-тойғалары менән дә башҡа мәктәптәрҙекенән айырылып торалар. Ихластар, ярҙамсылдар. Бәлки, махсус уҡыу йорто булғанғамы, улар донъяны, матурлыҡты башҡа төрлө тоя, бүтәнсә күрә.Тап шуға ла беҙҙең гимназияны “Изгелек һәм матурлыҡ мәктәбе” тип йөрөтәләр. Ошонда белем алыуыма үҙемде сикһеҙ бәхетле тоям.
Гимназияны Айзилә ҡыҙыл аттестат менән тамамлай.
Ярлыҡап ауылында Мөлөковтарҙың ҙур йорто әкиәт ояһын хәтерләтә. Иркен, зауыҡ менән төҙөлгән өй, ҡоймаларҙың төрлө сағыу төҫтәргә буялыуы хужаларҙың эшсәнлеге, күңел байлығы хаҡында һөйләй. Ғаилә башлығы Ишморат ағай Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләһә, Лилиә апай бар ғүмерен балалар үҫтереүгә, өй усағын йылы тотоуға бағышлаған. “Әсәлек даны” миҙалын лайыҡлы рәүештә йөрөтә ул. Фармацевт һөнәрен алған өлкән ҡыҙы Алһыу үҙе әсәй инде. Нурзилә иһә Төркиәлә белем ала, буласаҡ режиссер. Берҙән-бер егет Рамаҙан Магнитогорск ҡалаһында коллежда уҡый. Ә кинәйбикәләре Ынйыгөл әле мәктәпкә йөрөй.
– Әсәйем һәр ваҡыт тырышып уҡығыҙ, кешенән көнләшмәгеҙ, - тип үҫтерҙе, - тип ғаиләһе хаҡында ғорурланып һөйләй Айзилә. – Бәләкәйҙән бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә, ярҙам итергә, иң мөһиме яратырға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Тап шуғалыр ҙа беҙҙең ғаиләлә барыһы ла асыҡ, һөйөүбеҙҙе күңел түрендә йәшереп тотмайбыҙ, уны белдереп барабыҙ, һүҙ менән дә, эш менән дә күрһәтергә тырышабыҙ. Ваҡытында белдерелгән хис-тойғо үҙ-ара татыулыҡты нығыта, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә. Әле ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеп киләм икән, бында атай-әсәйемдең тәрбиәһе ҙур. Һәр ваҡыт уларҙың йылылығын, ярҙамын, хәстәрен тойоп йәшәйем.
“Йәмәғәтселек эшендә ҡатнашыу рухты байыта”
Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында Айзилә тырышып уҡый, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
– Тәбиғәтем менән ҡыҙыҡһыныусан кешемен. Бер урында тапаныуҙы яратмайым, – тип һүҙен дауам итә Айзилә. – “Тамыр” балалар студияһында ла эшләргә, радиола тапшырыуҙар алып барырға ла өлгөрә торғайным, Рәсәй студенттары отрядтары (Российские студенческие отряды) ойошмаһында матбуғат хеҙмәткәре лә булып эшләнем. Йәмәғәтселек эштәрендә ҡатнашыу рухты байыта, кешеләр менән аралашырға өйрәтә, бары ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә генә кәрәк.
Айзилә Өфөлә йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһында ҡыҙҙар һәм егеттәр менән бергә төрлө мауыҡтырғыс саралар үткәрә. Тәүге курстарҙа башлыса журналистика өлкәһендә үҫешһә, өсөнсө, дүртенсе курста төрлө форумдарҙа йыш ҡатнаша, проект яҙырға өйрәнә, журналистар менән бәйләнеште нығыта, социаль селтәрҙәрҙә эшләүгә өҫтөнлек бирә. Айзилә үҙ өлөшөн индергән проектар араһында Әбйәлил йәштәре форумы “Ынтылыш” (2018-2019), Республика йәштәр форумдары “Мин гражданин” (2018), “Асылташ”(2018), Бөтә Рәсәй йәшәтр форумы “Золото Тюрков” (2018), Бөтә Рәсәй студенттары отрядтары йыйыны (2019). Ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, үҙ өҫтөңдә эшләү тиҙҙән һөҙөмтәһен күрһәтә – 2019 йылда улар «Минең төбәгем» проекты менән 100 мең һумлыҡ грант ота.
– Был «Евразия» халыҡ-ара йәштәр форумы ине, – ти Айзилә. – Ул Ырымбур ҡалаһында үтте. Әлбиттә, уны тормошҡа ашырыуға Башҡортостан йәштәре яҡташтар ассоциацияһының бүлек етәксеһе Илүзә Мөхәмәтйәнованың ярҙамы тос булды. Бынан тыш, Ҡоролтай, йәш яҡташтар берлеге, “Мегафон” компанияһы ла ҙур көс һалды. Һуңынан “Минең төбәгем” проектында үҙҙәренең инстаграмын үҫтерергә теләгән йәштәрҙе берләштерҙек. Белорет, Бөрйән, Әбйәлил райондарына сәйәхәт ваҡыттарын видеофильмға төшөрөп, һуңынан БЮТ-ла күрһәттеләр.
“Амур” (Алыҫ Көнсығыш), “Рәсәй маршруттары (Бурят Республикаһы, Иркутск өлкәһе), “Территория смыслов” (Владимир ҡалаһы) кеүек төрлө Рәсәй күләмендәге форумдарҙа ҡатнаша уңған ҡыҙ.
“Тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға тейешбеҙ”
2019 йылда БДУ студенты Айзилә Мөлөкованың диплом алыу тантанаһына ҡағыҙ күлдәктә барыуын хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Экоәүҙемсе, тыуған тәбиғәтен яратыуын ябай ғына аҙымдар менән дә тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индереп булыуын шулай күрһәтте Айзилә. Күлдәк уның дүрт йыл дауамында йыйылған курс, диплом эштәренән һәм лекция дәфтәрҙәренән тегелгәйне. Күптәр уның менән һоҡланған, фәһем дә алғандыр тип өҫтәргә кәрәк. Урамдағы үтеп барыусылар килеп фотоға ла төшкән. Университет ректоры ла һоҡланыуын йәшермәгән.
– Күлдәкте Баймаҡ районынан Санкт-Петербургта кейем дизайнерына уҡып йөрөүсе Розалия Ғәтиәтова тегеп бирҙе. Күптәр күлдәккә тиҫтәләрсә мең аҡса сарыф иткәндә, миңә бер тин дә кәрәк булманы, – ти Айзилә.
Бының менән Айзилә тәбиғәтебеҙҙең йәшел ҡалҡаны ағастарҙы, экологияны һаҡлауға һәр кем ошо юл менән тос өлөш индерә алыуын аңлатырға теләй. Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә был йәһәттән хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Икенселәр кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы сүп-сарға ташлау яғын ҡарай. Йәнә иҫке ҡағыҙ, ҡатырғаларҙы утилләштереүҙең тирә-яҡ мөхит өсөн файҙаһы ла ҙур. Ташлап ҡуйылған макулатура төрлө ағыуҙар бүлеп сығара. Мәҫәлән, формальдегид, хлор диоксины... Ә уларҙы ҡабаттан ҡулланыуға эшкәрткәндә бындай зарарлы матдәләр кәмей, тимәк, атмосфераға химия һәм токсиндар аҙыраҡ сыға. Ике йыл дауамында Айзилә сүп-сарҙы ла айырым йыйып, эшкәртеүгә ебәрә. Был һөнәргә ул дуҫтарын да, яҡындарны да әйҙәй, социаль селтәрҙәрендә сүп-сар йыйыу серҙәре менән бүлешергә лә ярата.
- Мин һәр нәмәгә һаҡсыл ҡарайым, кем үҙенә кәрәклеһен генә алһын тигән ҡараштамын, – ти Айзилә. – Киләсәктә ҡалдыҡһыҙ эшкәртеүгә етди иғтибар биреләсәгенә ышанам. Донъяла нимәнелер үҙгәртер өсөн һәр кем үҙенән башларға тейеш.
Тырыш ҡыҙ БДУ-ны ла ҡыҙыл дипломға тамамлай.
“Мәскәү минең хыялым ине”
Бөгөн Айзилә Мәскәүҙә “Юғары иҡтисад мәктәбе”нең Милли тикшеренеүҙәр университетының социаль фәндәр факультетында, демография бүлегендә белем алыуын дауам итә. Тәүҙә рәссамлыҡҡа уҡыған, унан журналистика өлкәһен һайлаған ҡыҙҙан:
- Һайлаған һөнәрҙәрең бер-береһенә тап килеп бөтмәй. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмайһың ахыры, – тип ҡыҙыҡһынам.
- Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылам, эҙләнеү оҡшай, – ти ул. – Мәҫәлән, мин әле демография өлкәһен өйрәнәм. Был минең өсөн яңы өлкә, уны үҙләштергән һайын үҙемә яңы донъя асам, тормошҡа ҡарашым үҙгәрә, сөнки планетала күпме кеше йәшәүҙән күп нәмә тора.
Тап ошо аҫыл сифаттар Айзиләгә үҙ хыялдарын бойомға ашырырға киң юлдар аса ла инде. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә булырға, халҡы, тәбиғәте менән танышырға теләгән ҡыҙ, мәҫәлән, быйыл Төньяҡ Осетияла булып, Кавказдың серле тәбиғәтенә хозурлана. Күптән түгел “Киләсәк утрауы” Бөтә Рәсәй йәштәр патриотик йыйынына Башҡортостандан 11 мең кеше араһынан Айзиләне, Байрас Азаматов, Александр Юдинды һайлап алғандар.
Тырыш, ныҡыш Айзилә Мөлөкованың тормош юлы саҡ башланып тора. Уның уңыштары, проекттары, еңеүҙәре хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләп бөтөрөрлөк тә түгел. Башҡорт ҡыҙы йылдамлыҡ талап иткән Мәскәү ҡалаһында уҡырға, эшләргә, йәмәғәтселек эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға өлгөрә.
- Төп маҡсатым – йылмайып, ҡыуанып йәшәү, үҙемдең йылы ҡарашым менән бүтәндәрҙе һөйөндөрөү, тормошто биҙәп йәшәү, – ти Айзилә. – Тағы киләсәктә мин тәү сиратта үҙемде әсәй итеп күрәм. Ниндәй генә уңышҡа өлгәшмәһен, һәр ҡыҙ ғаилә хаҡында уйланырға тейеш. Тормошта был иң мөһиме.