Танылған композитор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты деканы профессор Айрат Ҡобағошов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөйләшеү башҡорттарҙың традицион музыка сәнғәте һәм уның юғары кимәлгә үткән юлы хаҡында барҙы. Алдан уҡ шуны әйтергә кәрәк: ошо төшөнсәләрҙең милли тормошта ҡулланылышҡа инеүе һәм бер бөтөнлөктә үҙенең ғәмәлгә ашыуын табыуы башҡорт халҡының мәҙәниәтендә оло ҡаҙаныш ине.
Ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ кеүек уйын ҡоралдары үҙ тарихында тәү тапҡыр уҙған быуаттың аҙағында юғары уҡыу йортоноң ишеген асып инеү бәхетенә өлгәшә һәм шуның менән башҡорттарҙың да бүтән халыҡтар кеүек элек-электән йәшәп килгән этник традицион музыка сәнғәте булыуын иҫбатлай. Шул көндәрҙән был уйын ҡоралдарына үҙешмәкәр һөнәр рәтендә йөрөтөлөүенә ҡараш үҙгәрә, ул быуаттар төпкөлөнән килгән традицион музыка сәнғәтенең йәшәп килеү формаһы булараҡ танылыу таба.
Һүҙҙе ни өсөн тап ошонан башланы тип уйлаусылар барҙыр, сөнки әңгәмәсем Айрат Ҡобағошов — ҡурай һәм думбыра кеүек милли музыка ҡоралдарыбыҙҙың юғары уҡыу йортонда уҡытылһын өсөн күп көс һалған шәхес.
— 1971 йылда Ғата ағай Сөләймәнов сәнғәт училищеһында ҡурайсыларҙы әҙерләүгә өлгәшкәйне, — ти Айрат Миңләхмәт улы. — Заманына күрә был ҙур батырлыҡ ине. Күптәр унда ҡурай серҙәренә төшөндө. Тик шуныһы йөрәкте өйкәп торҙо: ниңә һуң беҙҙең ҡурайыбыҙға юғары уҡыу йортонда урын юҡ? Ә бит ҡурай беҙгә тел кеүек ҡәҙерле. Ошо фекеремде әллә күпме тапҡыр сәнғәт институты етәкселегенә белдерә килдем. Әммә ыңғай яуап ишетмәнем. Үҙгәртеп ҡороу осоронда билдәле ғалим Зиннур ағай Нурғәлин сәнғәт институтына ректор итеп тәғәйенләнгәс кенә боҙ ҡуҙғалды. Улай ғына ла түгел, беҙҙең уй-хыялдар ҙа, теләктәр ҙә тап килде. Шунда уҡ Алматыға ҡәрҙәш ҡаҙаҡ халҡынан тәжрибә туплап ҡайтыу маҡсаты менән командировкаға ебәрҙе. Артабан халыҡ уйын ҡоралдары үҙәге төҙөү буйынса эштәр башҡарҙыҡ. Ул түбәндәге структураларҙан торорға тейеш ине: башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, музейы, ҡоралдарҙы етештереү буйынса оҫтахана, ғилми өйрәнеү үҙәге, музыка студияһы. Былар барыһы ла, әлбиттә, күп көс талап итте.
— Шуныһы ғәжәпләндерҙе, — ти композитор Айрат Ҡобағошов. — Союздаш республикаларҙа милли музыка ҡоралдарына күптән үк уҡыта башлағандар, ә Рәсәйҙә ундай йүнәлеш юҡ ине. Беренселәрҙән булып Өфө дәүләт сәнғәт институтында шундай кафедра астыҡ, ә бер йылдан һуң, беҙгә ҡарап, Ҡазан консерваторияһында ла кафедра асылды. Зиннур Әхмәҙи улы менән ошо эшкә дәррәү тотондоҡ. Әле булһа аптырап ҡуям, ни тиклем ҡыйыу аҙым яһағанбыҙ! Ә ауырлыҡтар күп ине. Ошо идеяға ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Имеш, ҡурайсыға юғары белем биреү мотлаҡ түгел. Икенсенән, осор ҙа ҡатмарлы ине: илдә үҙгәртеп ҡороу бара. Институтта яңы кафедраны булдырыу өсөн иң тәүҙә ҡулланыуҙан сыҡҡан уйын ҡоралдарын тергеҙергә, уҡытыу методикаһын, программаһын, шулай уҡ кәрәкле ҡулланмалар яҙырға, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү һәм бығаса булмаған бик күп эштәр башҡарырға тура килде. Шөкөр, былар барыһы ла хәҙер артта ҡалды. Бөгөн иһә юғары белемле ҡурайсыларыбыҙ бар — шуныһы һөйөндөрә.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошов — башҡорт традицион музыка сәнғәтен юғары белем кимәленә еткереүгә тос өлөш индереүселәрҙең береһе. Йәнә Зиннур Нурғәлиндең “Дәүерҙәр һулышы” китабына күҙ һалып алыу урынлы булыр һымаҡ. Ул ошо мәҡәлә геройына туранан-тура ҡағыла һәм унан башҡорт этник традицион музыка сәнғәтенә юғары белемгә юл асыу менән бер үк дәрәжәлә уларҙы терелтеүҙә күрһәткән фиҙаҡәрлегенә киңерәк ҡарарға ярҙам итә. “... Факультет тарихы доцент Айрат Ҡобағошов исеменән айырылғыһыҙ булған һымаҡ, композитор Айрат Ҡобағошов моңдары ла ошо факультет яҙмышына үрелеп үҫкән. Уның көй яҙырлыҡ иң илһамлы сәғәттәре, опера, симфония хаҡындағы иң татлы хыялдары, бәлки, факультеттың тынғыһыҙ тормошо эсендә йотолоп ҡалғандыр, бүтән эштәргә сарыф ителгәндер. Шулай ҙа Ҡобағошов моңдары — бөгөн уның уҡыусылары. Ысынлап та, ихтимал, уның күп көйҙәре, төрлө жанрға ҡараған әҫәрҙәре ҡул теймәү арҡаһында, яҙылмай ҙа ҡалғандыр. Әммә бөгөн факультет деканы Айрат Ҡобағошов үҙ уҡыусылары күңеленә һалған көйҙәрҙең Башҡортостандың һәр тарафында яңғырауына тиңләрлек эш бармы икән.
Был күңел йыуатыу өсөн генә әйтелгән һүҙ түгел, ә тормош хәҡиҡәте. Композитор Айрат Ҡобағошов операһы нисә тапҡыр сәхнәгә сығыр ине лә, уны күпме кеше тыңлар ине... Ә башҡорт традицион музыка сәнғәте ауылда ғына түгел, ҡалала ла халыҡ менән шығырым тулы залдарҙа күңелдәрҙе арбай, телевизор экранынан, радио теленән төшмәй, туй табындарының түрендә була. Ул бөгөн — һауа, һыу, икмәк кеүек һәр кемгә йән аҙығы. Ошо бөгөнгө йыр-моң сәнғәтенең көндәлек тормошон башҡорт факультетын тамамлап сыҡҡан, шулай уҡ унда уҡып йөрөгән йәштәр исеменән башҡа күҙ алдына килтереү ҡыйын. Улар араһында башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыусылар ғына түгел, телевидениела һәм радиола, юғары уҡыу йорттарында, музыка училищеларында, дәүләт учреждениеларында эшләүселәр ҙә бар. Уларҙың республика мәҙәниәте һәм сәнғәте алдындағы хеҙмәттәре өсөн маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандары ла аҙ түгел”. Был — башҡорт музыка факультеты ойошторолоуға ун йыл тулыу айҡанлы әйтелгән һүҙ. Ошо уҡ һүҙ аҙағында: “Әле башҡорт музыкаһы кафедраһы бер көн килеп факультет булып үҫеп еткәнгә ҡәҙәр үткән ун йылдан артығыраҡ ваҡытты барлап ултырам да уның иң тәүге аҙымдарынан бөтә эштәрендә ҡатнашҡан, тәбиғәте менән композитор булған шәхестең ни ҡәҙәре ижадтан алыҫ торған эштәргә күмелгән булғанлығына, төрлө эш ҡағыҙҙары, уставтар, положениелар яҙып, үтәлмәй ҡалған ниәттәргә тотоноласаҡ ҡулға инмәҫ аҡсаны һанап ғүмер үткәреүенә эстән бошоноп ҡуям. Ә декандың бер үк ваҡытта кафедра мөдире булараҡ та көндәлек эштәре аҙмы ни?” — тигән һүҙҙәр ҙә бар. Быныһында авторҙың ректор булараҡ композитор алдында аҡланыуына тартып киткәндәй ҙә була.
— Кафедрабыҙҙың 20 йылдан ашыу тарихында ҙур уңыштарға өлгәшелде: 200-ҙән ашыу белгес әҙерләнде, — ти Айрат Миңләхмәт улы. — Улар араһында республикабыҙҙа һәм унан ситтә киң билдәле шәхестәр бар. 1992 йылда уҡ төҙөлгән беренсе башҡорт уйын ҡоралдары оркестры артабан үҫеш алып, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп килгән Милли музыка ҡоралдары оркестрына нигеҙ булды. Республикабыҙҙың бүтән музыка училищеларында ла шундай бүлектәр һәм оркестрҙар барлыҡҡа килде. Дөйөм алғанда, был яңы йүнәлеш халыҡ араһында киң таралды. Бындай белгестәргә һәр саҡ эш урыны бар. Республикабыҙҙа үткәрелгән төрлө мәҙәни саралар (“Ашҡаҙар таңдары”, “Ҡурай байрамы” һәм башҡалар) уҡыусыларыбыҙҙың ҡатнашлығында һәм етәкселегендә бойомға аша.
Бөгөн ҡурайһыҙ, думбыраһыҙ, ҡыл-ҡумыҙһыҙ мәҙәни тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Өҙҙөрөп уйнаған ҡурайсыға ҡул сапҡанда, милли музыка ҡоралдарына яңы баҫҡысҡа күтәрелеүгә булышлыҡ иткән шәхестәрҙең береһе Айрат Ҡобағошовҡа ла алҡышлау дөрөҫ булыр.