Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
12 Ғинуар 2021, 21:30

Үҙ урыныбыҙҙа ҡалайыҡ

– "Киләсәктә үҙеңде кем итеп күрәһең?" тигән һорауға ике уйламай "Артист булырға хыялланам" тип ҡағыҙға сыймаҡланым.

Спектакль ҡарарға әүәҫмен. Тамаша ҡылыуҙан рухи аҙыҡ алам, тулған күңелем бушап ҡала, шул уҡ ваҡытта артистарҙы үҙем өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан асам. Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Гөлфиә Рафиҡованы драматик ролдәрҙән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай торғайным. Күп йылдар театрҙың репертуарынан төшмәгән "Юлдарым – һағышлы моңдарым" (авторы Сыңғыҙ Айтматов) мелодрамаһында һағышлы Аселде унан да оҫта башҡарыусы булманы шикелле. Ә бына драматург Наил Ғәйетбайҙың "Әй әттәгенәһе, ирем ҡайтты" комедияһында Сәкинәне йөҙөп йөрөп уйнаны. Әйтерһең дә, был роль уның өсөн генә эшләнгән.
– Элек мәктәпте тамамлар алдынан анкета тултырыу йолаһы бар ине, – тип башланы һүҙен Гөлфиә Рафиҡова-Суфиянова. – "Киләсәктә үҙеңде кем итеп күрәһең?" тигән һорауға ике уйламай "Артист булырға хыялланам" тип ҡағыҙға сыймаҡланым. Ул ваҡытта ныҡлап уйланыммы-юҡмы, аныҡ ҡына әйтә лә алмайым. "Һин торғаны менән артист инде ул" тип тиҫтерҙәрем дә дәртләндереп торғас, һынатмаҫҡа тырышҡанмындыр инде. "Маңлайыңа яҙылғанды күрмәй сараң юҡ" тигәнде өлкәндәрҙән йыш ишетә торғайным. Уның ни тиклем дөрөҫ әйтелгәнен йылдар үткән һайын нығыраҡ аңлайым. Бына бит, сәхнә – минеке!
Әңгәмәсем мәктәптең, бигерәк тә ауыл клубының заманында гөрләп тороуын һағынып телгә алды. Байрам уңайынан ойошторолған концерттарҙа ҡыҙҙы йыш йырлатҡандар. "Үҙ яғыма ҡайтһам" йыры менән танылыу яулай. Үҫмер йыр конкурстарында даими ҡатнаша, "Ағиҙел" фольклор ансамбленә йөрөй. Ул осорҙа Өфөгә барыу бойомға ашмаҫлыҡ хыял һаналған, ләкин, шулай булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡалала ойошторолған "Тальян" гармун конкурсында ҡатнашыу бәхете тейә ағиҙелдәргә. Сәнғәт тигән ҡыҙыҡлы ла, еңел дә булмаған үҙәнгә үҙенең ышаныслы аҙымдары менән бына ошолай килә ҡыҙ бала. Тыныс Гөлфиә артист булам тип ҡысҡырып та йөрөмәй, әммә ошо изге уйҙы күңелендә йөрөткәс, бала саҡ хыялын ғәмәлгә ашырыу өсөн бар тырышлығын һала.
Гөлфиә Рафиҡова белдереүенсә, Өфө дәүләт сәнғәт институтына (хәҙер академия) уҡырға инеү уға ауыр булмай. Ул алты йыл тирәһе Йәш тамашасылар театрында (хәҙер Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры) эшләй, ә 1998 йылда данлы академия театрына ҡоҙалайҙар. Ҙур карапҡа оло һыу кәрәк тигәндәй, уға бында үҙен күрһәтеү өсөн киң мөмкинлектәр асыла.
Сәхнәлә яһалмалыҡҡа юл ҡуйыу мөмкин түгел. Тамашасы шул тиклем һиҙгер һәм күҙәтеүсән. Шуға бәйле Гөлфиә Булат ҡыҙына: "Кәйефһеҙ саҡтарҙа комик ролде башҡарыу мөмкинме?" – тигән һорауҙы бирҙем.
Артистың фекеренсә, халыҡ театрға ял итеү өсөн йөрөй. Күңелең һағыш менән тулған хәлдә лә, һин быны тышҡа сығарырға, тамашасыға белдерергә тейеш түгелһең. Шаршау артында ҡысҡырып илай ҙа алаһың, ләкин насар тойғоно сәхнәлә күрһәтмә.
Гөлфиә Рафиҡова Зәйнәб Биишеваның "Мөхәббәт һәм нәфрәт" драмаһында Зөлхизә образын кәүҙәләндерҙе, шулай уҡ "Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы"нда (Флорид Бүләков) – Алһыу, "Айгөл иле"ндә – Айгөл, "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"та (икеһе лә Мостай Кәримдеке) – Рауза, "Айғырыңды үтескә бир"ҙә (Рәлиф Кинйәбаев) – Рәшиҙә, "Өҙөлгән туй"ҙа (Зинира Атнабаева) Таңһылыу роленә инде. Артистың ролдәре күп булған һайын ул бәхетле, тиҙәр. Бәхет тигәндән, ғаиләне бөтәһенән дә өҫтөн күрә ул.
Башҡорттарҙа арпа араһындағы бойҙай тигән әйтем бар. Ҡәҙерле кешеңде яратып, уға иркәләп өндәшеү ул. Өс баһадир – ире һәм улдары — янында Гөлфиә үҙен ышаныслы тоя, шундай ныҡлы яҡлаусылары булғанға һөйөнөп бөтә алмай. Шуның өсөн генә лә яҙмышына рәхмәтле. Шулай уҡ әсәһе-серҙәшенең уға терәк тә, кәңәшсе лә булып йәшәүе – айырыуса шатлыҡ. Яратҡан эше бар. Тыуған яҡтарынан илһам ала, ҡанат нығытҡан Ғафури районының матурлығын һөйләп һүҙҙәре бөтмәне, тыуған төйәге Бәләкәй Үтәшкә йыш ҡайтырға тырыша.
Хәйер, ғүмерен ҡала тормошо менән бәйләүселәрҙең барыһы ла ауылына һәр саҡ ашҡынып тора. Гөлфиә лә ауыл тормошон ярата.
Артист менән күңел матурлығы, хистәр сафлығы тураһында ла һөйләштек.
"Ҡунаҡсыл кешенең табыны буш булмай" тигән мәҡәлде әсәйем йыш ҡабатлай. Ғөмүмән, байрам яратҡан ғаиләлә тәрбиәләндем. Нисек кенә булмаһын, минеңсә, ҡатын-ҡыҙ үҙ урынында ҡалырға, тәбиғәт биргән нәзәкәтлелеген юғалтмаҫҡа тейеш, ә ир-ат дилбегәне тотоусы ролде үтәһә ине", – тип тамамланы һүҙен Гөлфиә Булат ҡыҙы.
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Читайте нас в