Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
3 Август 2021, 13:35

Рита Өмөтбаева тыуған көнөн билдәләй

Рита Ришат ҡыҙын матур байрамы менән ҡотлап, ғаилә именлеге, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ! "Шоңҡар" коллективы.

Рита Өмөтбаева тыуған көнөн билдәләй
Рита Өмөтбаева тыуған көнөн билдәләй

РИТА РИШАТ ҡыҙы ӨМӨТБАЕВА 1973 йылдың 3 авгусында Йәнйегет ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Бик теремек, етеҙ, аралашыусан бала була. Бәләкәстән үк ойоштороусы һәләте асыҡлана, бөтөн ауыл балаларын йыйып, төрлө уйындар үткәреүен ул үҙе лә, шул уйындарҙа ҡатнашҡандар ҙа күңелдәрендә матур иҫтәлек итеп һаҡлай.
1980 йылда Йәнйегет башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Ғаиләнең күсеп китеүе арҡаһында урта мәктәпте Баймаҡ ҡалаһында тамамлай. Баймаҡ интернат мәктәбендә уҡыған сағында ойоштороу һәләте тағы ла баҙыҡлана төшә. Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән Рита шиғырҙар яҙа, "Башҡортостан пионеры" (хәҙерге "Йәншишмә" гәзите,) һәм башҡа гәзит -журналдарға әүҙем яҙыша, бик кәрәкле темалар буйынса мәҡәләләр яҙа.
Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында "Журналистика" бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында ла Рита яҡшы уҡый, гәзит-журналдарҙа, радио, телевидениела сығыш яһай. "Шоңҡар" әҙәби түңәрәгенең эшендә әүҙем ҡатнаша. Өфөлә уҡыған ваҡытта үҙе кеүек талип егеткә кейәүгә сығып, Юлиә исемле ҡыҙ үҫтерергә лә өлгөрә.
Диплом алғас, 1995 йылда Рита Өфөлә радиола эшләй башлай. Бик йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләй. Ул алып барған "Айгөл иле", "Аҡ тирәк" тапшырыуҙары көнүҙәк проблемаларҙы асып һала, автор изгелек һәм яуызлыҡ, тәрбиә, ғаилә, тормош мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә. Был ток-шоу уға журналист булараҡ асылырға, кешеләрҙең психологияһын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Рита Өмөтбаева Башҡортостан телевиденияһында иң тәжрибәле, иң зауыҡлы журналистарҙың береһе булараҡ таныла.Рита бик ярҙамсыл, кешелекле, ул бик ҙур хыялдар, ынтылыштар менән йәшәй.
Продюсерлыҡ эшмәкәрлеген Рита Өмөтбаева “Гәлсәр һандуғас”проектынан башлай. Бында башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың телевидениела барған конкурсы була. Тиҙҙән башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусылар өсөн дә яңы конкурс ойоштора ул – “Байыҡ” телевизион конкурсы халыҡ-ара конкурс статусын ала, унда элекке союздаш республикаларҙан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән бейеүселәр ҡатнаша, бейеү оҫталығында ярыша. “Байыҡ” конкурсы — халыҡ бейеү сәнғәте өлкәһендә башҡорт халыҡ бейеүен популярлаштырыуға йүнәлтелгән өҫтөнлөклө республика проекттарының береһе. Ошо ваҡыт эсендә конкурс тамашасыларҙың һөйөүен яуланы һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестивалгә әүерелде. Йыл һайын гала-концертҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән бейеү коллективтары килә. Хәҙер балалар өсөн айырым “Байыҡ” конкурсы бар, ул йыл да республикабыҙҙың иң матур ерҙәренең береһендә - Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында үткәрелә.
Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева “Башҡорт йыры” телевизион конкурсының да продюсеры. Бында профессиональ башҡарыусылар көс һынаша.
2009 йылда Рита Өмөтбаеваға “«Башҡортостандың киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре тигән юғары исем бирелә.
2011 йылда ГТРК "Башкортостан"дың күңел асыу программалары редакцияһы етәксеһе Рита Өмөтбаева Күгәрсен районын пропагандалауы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына лайыҡ була.
Рита Өмөтбаева – үҙ фекере булған ҡыйыу журналист. Башҡорт милли мәҙәниәтен, сәнғәтен һаҡлап алып ҡалыуҙа, үҫтереүҙә уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның һәр бер проекты батырлыҡҡа тиң.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: