Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Шәп замандаш
12 Ноябрь 2021, 16:25

БЕР МӘЛ ГЕНӘ

Эльмира менән яҡындан аралашҡанда, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәре иҫкә төшә: “Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһы көстөң, илаһы уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмайҙар, ҡайғылар күргәндә, шартлап һынмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына.”

БЕР МӘЛ ГЕНӘБЕР МӘЛ ГЕНӘ
БЕР МӘЛ ГЕНӘ

Ябай матурлыҡты аңлап, арттырмайса, әммә хозурлығын нисек бар, шулай итеп еткерә әйтер тасуирлау бармы икән?! Ул бит һөйөү кеүек! Ә һөйөү – ғәжәп көслө нәмә. Уны шағир илһамлы шиғри һәйкәл итеп төҙөһә, рәссам төрлө төҫ-төҫмөрләнештәрҙәге картиналарында һынлай, композитор ноталарына ҡушып  көй үрә,  йырҙарға йән өрә... Ул  – тойғо. Тотоп ҡарап та булмай, күрә белергә генә кәрәк. Кеше йөрәгендә йәшәй. Йөрәктәгеһе йөҙгә, булмышҡа  күсә.  Һөйөү матурлыҡ тыуҙыралыр... Әллә киреһенсәме?!.

Матурлыҡҡа һөйөү туҡылмаһа, ул һоҡланғыс булыр инеме? Яҙмамда бер-береһен тулыландырыусы ике һүҙ хаҡында бәйән итергә йыйынмағайным – фекер ептәре тыйыла алмай ошо юҫыҡҡа китеүен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Зыяны юҡ, сөнки һүҙем – донъя гүзәллеген күрә белгән, үҙе лә ихлас сибәр ҡатын тураһында.

Хәтерегеҙҙәлер, ике меңенсе йылдар башында драматург Флорид Бүләков сценарийы буйынса режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов "Башҡортостан" телерадиокомпанияһында "Ай ҡыҙы" исемле күп сериялы беренсе башҡорт сериалы төшөргәйне. Төп темаларҙың береһе – Айһылыу менән Ғайсарҙың мөхәббәт тарихы, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, заманына күрә килеп тыуған проблемалар аша үҙ бәхетен һаҡлап ҡалған ғаиләләр тарихын республикабыҙ тамашасыһы бик яратып, үҙ итеп ҡабул итте. Уларҙың бөгөн дә Эльмира Саматованы - Айһылыуҙы “Ай ҡыҙы” тип йөрөтөүҙәре маҡтау һүҙе генә түгел, ә актрисаның йөрәктәргә үтеп инә алырлыҡ һәм унда бик оҙаҡҡа ҡалырлыҡ итеп уйнаған актриса оҫталығына комплимент тип ҡарарға кәрәктер. Сәнғәт кешеһе өсөн был бик мөһим күрһәткес. Ә Ғайсар, уны  Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин уйнаны, Эльмира менән күп йылдар сәхнәлә партнерҙар, матур, һоҡланғыс парҙарҙы халыҡ хөкөмөнә сығарҙы: Ф. Бурнаштың «Таһир һәм Зөһрә»һендә – Таһир менән Зөһрә, һ.б.

Буласаҡ актерҙарҙың сәнғәткә килеү инеше, ғәҙәттә, бала саҡтан башлана. Бәләкәй Эльмира ла телевизорҙан спектаклдәр ҡарарға ярата. Уҡыу йортона ҡабул итеү имтихандарына килгән ваҡытта, комиссия ағзалары араһында  Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Роза Кәримоваларҙы күреп, ҡыуанып китә, сөнки улар уйнаған спектаклдәр менән Эльмира күптән таныш.  Киләсәктә Эльмира- актриса, тап ошо остаздары  менән бер сәхнәгә сығасаҡ әле. Роза Шәйхетдин ҡыҙының, сәхнә теле уҡытыусыһы булараҡ, телгә һөйөү уятыуын йылы хәтирәләр, оло кинәнес менән иҫкә ала  актриса. Ә бер аҙға артҡараҡ ҡабат әйләнеп, шуны ла өҫтәп китеү урынлы булыр: ҡабул итеү имтихандары ваҡытында абитуриент-Эльмира Туфан Миңнуллиндың «Ҡырҙарым-туғайҙарым» спектакленән Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева уйнаған Мөслимә образын  күрһәтә. Эйе, тап шул Мөслимә роле менән Рәмилә Сәлимгәрәева тамашасыны әҙ илатмағайны. Сәхнәгә оҙаҡҡа ла сыҡмай, әммә бер арала ғына бөтә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә ине. Халыҡ һөйөүен яулаған кире образ бит ул! Эйе, тап ана шул Мөслимә репликаһы Эльмираны уҡырға индереп ебәрә лә инде... Ошо урында сәнғәттең тәьҫир көсө хаҡында әйтмәй ҡара!..

Шишмә сылтырауынан йөрәгендә телгә һөйөү уята алыусы актриса бөгөн башҡорт теленән тыш үҙен күҙ алдына килтерә алмай. Бар булмышы, төҫө, һөйөү бөркөр ҡиәфәте лә тамашасы менән һәр осрашыуҙы байрамға әйләндергәндәй. Милли йәштәр театры сәхнәһенә әле студент саҡта сыға башлай: М.Фәйзиҙең «Аҡ ҡалфаҡ» спектаклендә – Ғәфиә (1992й.),  Б.Симованың «Ҡуш моңлолар» – Самал (1992й.), Т.Миңнуллиндың «Аҡбай ниңә күңелһеҙ?» – Бөҙрәкәй (1994й.), П.Барбазюктың «Ҡарасҡы»һында (1995й.) – Имсе Ҡарасҡыһы.

Театрҙан тыш ул төрлө сараларға алып барыусы булараҡ та йыш саҡырыла. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башҡорт һәм рус телдәрендә лирик геройҙы ла, драматик, трагик ролдәрҙе лә, комик персонаждарҙы ла бөтә ихласлығы менән кәүҙәләндергән  оҫта актриса ул Эльмира Рәдиф ҡыҙы. Балалар өсөн спектаклдә уйнау эскерһеҙлегенә иҫ китерлек.

Эльмира менән яҡындан аралашҡанда, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәре иҫкә төшә: “Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһы көстөң, илаһы уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмайҙар, ҡайғылар күргәндә, шартлап һынмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына.” Актрисаға яҙмышы төрлө һанауҙар ҡуйғанда ла, ул үрҙәге әйтелгән матурлыҡҡа тоғро ҡалыуы менән көслө. Улай ғына ла түгел, көндән-көн заманға ярашлы булып үҫергә тырышыуы ла бар. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Башҡорт Дәүләт хеҙмәт һәм идаралыҡ академияһын уңышлы тамамланы. Ҡайсаҡ көсһөҙ булып күренеү теләге лә тыуалыр, ләкин Эльмира Рәдиф ҡыҙы тормош ҡанундарын яҡшы белә, шаршауы асыҡ сәхнәлә генә режиссер ҡуйған көсһөҙлөктө уйнарға мөмкин. Бүтәнсә ярамай, сөнки ул – Әсә. Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле өс ҡыҙ балаҡайҙары әсәйгә ҡарап тормошто аңлай, әсәй өлгөһөндә ҡатын-ҡыҙ булып үҫеп етәсәк.  Ә үҙ яҙмышы, үҙ тормошоноң  режиссеры, драматургы – Эльмира Саматова үҙе генә.  Хәйер, сәхнәлә лә Эльмираға көслө ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарыуҙы ҡурҡмай тапшыралар. Һуңғы йылдарҙа сығарған Мөхәмәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик  драмаһында – Йомабикә, Сыңғыҙ Айытматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” драмаһында – Хәҙисә, Флорид Бүләковтың “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр”ендә – Зәйнәб Биишева, И.Вырыпаеваның «Валентин көнө»ндә – Валентина, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт»ендә – Зәмзәгөл, “Яуҙы еңгән мөхәббәт”ендә – Людмила, В. Шекспирҙың “Ун икенсе төн”өндә –  Мария, һәм башҡалар.

Зәңгәр күк йөҙөнә оҙаҡ ҡарап торһаң, төпһөҙ күктәге алтын ҡояш нурҙарының иртәнге ысыҡты зөбәржәткә оҡшаш итә белеүе маһирлығына хайран ҡалаһың.  Ә ошо гүзәллекте баһалар өсөн оҙон ғүмер түгел, бер мәл генә кәрәк икәнлекте Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Саматова бик яҡшы аңлауы менән  һоҡландыра. Ысын матурлыҡтың асылы ла шундалыр.

Рәзилә Ырыҫҡужина.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас