Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
17 Февраль 2022, 21:49

Башҡорт дәүләт филармонияһында Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтәсәк

«Онотма» тип аталған концертына рәхим итегеҙ.

Башҡорт дәүләт филармонияһында Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтәсәк
Башҡорт дәүләт филармонияһында Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтәсәк

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан гүзәл затты шәп бүләк менән һөйөндөрөп, 8 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһында Искәндәр Ғәзизов «Онотма» тип аталған концерт программаһын тәҡдим итә.

«Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо», «Ирәндек моңдары», «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры» кеүек мәртәбәле бәйгеләр лауреаты Искәндәр Ғәзизов йыр һөйөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңелен яулап өлгөргән инде. Уҙған йыл уны Юлдаш радиоһы тыңлаусылары «Юлдаш-хит» конкурсында «Халыҡ йырсыһы» исеме менән дә бүләкләне.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының популяр йырсыһы «Атай, әсәй», «Һин киткәнгә көймәйем», «Йәй ғүмере», «Сер бирмә», «Мөхәббәт шишмәһе», «Кермә һин төштәремә» кеүек йырҙары менән йөрәктәргә үтеп ингән. Уның гастролдәрен республика ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә көтөп алалар. Йырсының үҙ тамашасылары һәм табыныусылары бар.

Тамашала Искәндәрҙең сәхнәләш дуҫтары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Заһир Иҫәнсурин (вокал), Евгения Цыпина (бейеү), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңдеғәфүр Зәйнетдинов (кумыҙсы), Айғөл Әсәҙуллина (вокал) һәм Салауат Хәлилов (ҡурай, баян) ҡатнаша. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алыу мөмкинлеге бар.

 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: