Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
24 Февраль 2022, 20:50

"Егеттәр мине ҡыҙ, ҡыҙҙар — егет тип уйлай"

Анонимлыҡ һаҡлаған кешегә һорауҙар бик күп. Серле Хәстрүш тәүге тапҡыр башҡорт журналына интервью бирергә ризалашты.

"Егеттәр мине ҡыҙ, ҡыҙҙар — егет тип уйлай"
"Егеттәр мине ҡыҙ, ҡыҙҙар — егет тип уйлай"
“Бәйләнештә”ге “Серләшәйек, Башҡортостан” төркөмөндә 113 меңгә яҡын яҙылыусы булһа, инстаграмдағы @serle_102 аккаунтында — 79 мең. Башҡорт телендәге иң ҙур һәм иң әүҙем пабликтарҙың хужаһы — Серле Хәстрүш. Болан һүрәте артына йәшенгән кеше бына инде һигеҙ йыл үҙенең кем икәнлеген сер итеп һаҡлай. Уның хатта ир-егетме әллә ҡатын-ҡыҙмы икәне лә билдәһеҙ. Анонимлыҡ һаҡлаған кешегә һорауҙар бик күп. Серле Хәстрүш тәүге тапҡыр башҡорт журналына интервью бирергә ризалашты.
— Серле Хәстрүш, үҙең алып барған төркөмдәрҙең маҡсатын нисек атар инең?
— Башҡорттарға үҙ телендә аралашыу өсөн майҙансыҡ.
— Һин үҙеңдең кем икәнлегеңде нисә йылдар инде сер итеп йөрөтәһең. Ни өсөн анонимлыҡ һаҡлайһың?
— Элек “Бәйләнештә” төркөм алып барыр өсөн битлек ине был. Ул төркөмдә кешеләр үҙ серҙәре менән бүлешкәс, минең кем икәнемде белмәүҙәре хәйерлерәк күренде. Ят, билдәһеҙ кешегә күңелде асҡанда, йөрәк тә тынысыраҡ. Танышыңа һөйләгәнсе, аноним менән сер бүлешеү күпкә еңелерәк. Ә хәҙер анонимлыҡ һаҡлау — үҙе бер фишкаға әйләнде.
— Һине Санкт-Петербугта йәшәй, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
— Дөрөҫ. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәнем. Һуңғы дүрт йылда Санкт-Петербургта торам.
— Үҙең тураһында ниндәй ҙә булһа сер асырға әҙерһеңме? Мәҫәлән, ниндәй районданһың? Нисә йәш? Ир кешеһеңме, ҡатын-ҡыҙмы?
— Юҡ, кәрәкмәй тип уйлайым. Егеттәр мине — ҡыҙ, ҡыҙҙар егет тип уйлай. Әйҙә, шулай ҡалһын.
— Кем икәнеңде белмәй, һинең алдыңда уҡ Серле Хәстрүш тураһында һөйләшкән дәре булдымы?
— Элегерәк, башҡорт йәштәре араһында ишеткеләнем. Ә һуңғы йылдарҙа милләт тәштәрем булған сараларға, урындарға һирәк йөрөргә тура килә. Башлыса туғандарым араһына ҡайтам, ә уларҙың инде Серле Хәстрүш тураһында һөйләшкәндәре юҡ, һәр хәлдә, минең алдымда.
— Һигеҙ йыл тирәһе интернетта ултырам, тип яҙғайның. Бер заман һин алып барған сәхифәләр Башҡортостандың иң әүҙем медиаһы булыр тип уйлағайныңмы? Әллә был һинең маҡсатың инеме?
— Бер ниндәй ҙә маҡсат ҡуйманым, ҡуймайым да. Сөнки маҡсат ҡуйһам, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Шуға барыһы ла ошоға тиклем үҙ яйы менән килде һәм артабан да барасаҡ.
— Ҡотҡо һалған күп кенә видеолар баҫтыраһың. Һиңә бәйләнгәндәре, янағандары булманымы?
— Әлбиттә, булды. Башҡорт халҡы ҡыҙыу бит. Әммә ҡыҙыу утты ла шунда уҡ һүндереп була.
— Ни өсөн, һинеңсә, “Бәйләнештә”ге “Серләшәйек, Башҡортостан” төркөмө шул тиклем популяр? Унда асыҡтан-асыҡ яҙмалар. Кешеләргә, ысынлап та, сер һөйләшерлек дуҫ етмәйме икән?
— Беренсенән, әйтеп үткәнемсә, төркөмдө аноним алып барғанға, икенсенән, оҙаҡ йылдар төркөмдәштәремә ҡарата тоғро эшләп килгәнгә, кешеләрҙең ышанысын яуланым тип уйлайым. Көн һайын яңы яҙмалар, яңылыҡтар булып торғас, халыҡ мауығып уҡый. Серҙәрҙе уҡыйҙар ҙа, үҙ күңелдәрен асырға, шундай уҡ кисереш тәрен хәтерләп, улар менән бүлешергә теләп яҙалар, фекер алышыу ҙа бик шәп бара.
— “Серләшәйек, Башҡортостан”дағы бөтә яҙмаларҙы уҡып һалаһыңмы? Унда күберәк ҡатын-ҡыҙҙар яҙа, шикелле. Иң күбе ниндәйерәк мәсьәләләр күтәрә улар?
— Элегерәк ныҡ бирелеп уҡый инем. Хәҙер күҙ йүгертеп сығам да баҫтырам. Ҡатын-ҡыҙҙар күберәк яҙһалар ҙа, ир-егеттәр, статистика буйынса ҡарағанда, ул төркөмдә күберәк ултыра. Яҙышмаһалар ҙа, серҙәрҙе уҡып баралар, күрәһең. Ә иң популяр темаға килгәндә, ул аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан мәсьәләләр һәм көн-күреш проблемалар.
— Таныштарың серҙәрен яҙғаны бармы?
— Мин серҙең авторына ҡарамайым.
— Ниндәйерәк яҙманы бер ваҡытта ла баҫтырмаясаҡһың?
— Өгөтләү яҙмаларын йә булмаһа митингыға әйҙәүҙәрҙе.
— Ҡайһы бер ҡотҡо һалған постар аҫтында, “әйҙә, йыйылып туҡмайыҡ”, “үлтерергә кәрәк” тигәнерәк комментарийҙар осрай. Ни өсөн, һинеңсә, кешеләр интернетта үҙҙәрен шулай тота? Бының өсөн берәй яза кәрәкме икән?
— Ғәҙәттә, ундай фекерҙәрҙе “интернет геройҙары” ҡалдыра. Шул яҙыуҙан башҡа улар бер ни эшләй алмай. Кешенең фекере, йәшәү рәүеше һинекенә тап килмәүе өсөн генә уның һаулығына зыян килтерергә теләү, үлем теләү — кешенең аҡыл һәм тормошҡа ҡараш кимәлен күрһәтә инде. Ғүмер бер генә бирелә һәм һәр кем үҙе теләгәнсә йәшәргә тейеш. Кемгәлер нимәлер оҡшамаҫ тип кенә хыялдарыңдан баш тартып булмай бит инде.
— Башҡорт кейемендә ярым яланғас төшөрөлгән һүрәттәрҙе @serle_102 һалғас, ҙур бәхәс сығып китте. Быны көткәй неңме? Ул һүрәттәргә үҙеңдең ҡараш ниндәй?
— Көткәйнем, шулай булырын белдем. Сөнки ул һүрәттәр күптән интернет селтәрендә “йөрөй” ине, мин һалғас, шау-шыу ҡупты. Хатта үҙемде ғәйепләүселәр ҙә табылды, әйтерһең, мин төшөргәнмен. Ҡайһы берәүҙәр был аккаунт нимә өсөн икәнен аңламай шул. Ул һүрәттәргә килгәндә инде, матурыраҡ төшөрөргә лә булыр ине. Уҡыусы кеүек фломастер менән түгел, ә, мәҫәлән, акварель менән буяп эшләргә мөмкин. Шул уҡыусы кимәленән рәссам алыҫ китмәгәндер инде.
— Йыш ҡына комментарийҙарҙа “ысын башҡорт улай булмай” тигәнерәк фекерҙәр осрай. Ысын башҡорттоң билдәһе бармы ул?
— Берәй заман, ялҡау килмәһә, үҙемдең күҙәтеүҙәр буйынса “Ысын башҡорттоң билдәһе” тигән китап сығарасаҡмын. Шунда барыһын иҫәпләп, һүрәтләп китермен.
— Комментарийҙарҙан сығып әйткәндә, беҙҙең халыҡ үтә һиҙгер. Милли әйберҙәрҙе, музыканы саҡ ҡына яңыртһаң йә үҙгәртһәң, ҡабул итмәй, шунда уҡ ташланалар. Был нимә менән бәйле, һинеңсә?
— Ысынлап та шулай. Мин үҙем башҡорт мәҙәниәте үҫешһен өсөн тырышам, тик беҙ бер һыҙыҡ аша һаман үтә алмаған һымаҡ. Күптәр кеше нимә әйтер тип, башҡалар һүҙенән ҡурҡып, һәр бер фекерҙе яҡын алып, яңы аҙымдан тыйыла, ә икенселәр башҡаларға эшләп ҡарарға ла бирмәй ҡысҡыра башлайҙар. Тәнҡитләгән кеше үҙе йырлай, берәй музыка ҡоралында уйнай беләме икән? Шуға ла мин теге йәки был өлкәлә профессиональ булған кешеләрҙең фекерен тыңлар инем. Һәр береһенең әйткәненә ҡолаҡ һала башлаһаң, башҡорт мәҙәниәте үлер ул.
— Һинең алдағы яҙмаларыңда йыш ҡына “башҡортса һөйләш” кеүегерәк мәғәнәлә башҡорт телен һаҡлау темаһы күтәрелә, әммә үҙең рус теле менән һәр саҡ бутап яҙаһың. Ни өсөн?
— Мин үҙем башҡорт телен насар беләм, рус мәктәбендә уҡыным, рустар, татарҙар араһында үҫтем. Башҡорт телен интернетта ошо төркөмдәрҙе алып барып нығыттым. Таҙа башҡортса яҙһам, күптәр аңламай. Нисек уйлайым, шулай яҙам. Минеңсә, шулай мәғлүмәт тә еңелерәк ҡабул ителә.
— Бөтә донъя хәҙер толерантлыҡ өсөн. Әммә быға @serle_102 комментарийҙары буйынса, республиканың “фекер лидерҙары”, билдәле шәхестәр ҙә ҡәтғи ҡарашта (Мәҫәлән, Салауаттан енесен үҙгәрткән егет тураһындағы посты ғына алғанда.) Һин үҙең толерант кешеме?
— Мин башҡорттар араһында иң толерант кешелер ул. Миңә кем кемде үпкәне, кем кемде яратҡаны барыбер. Кешенең төҫө лә, ҡайҙа эшләгәне лә, нимә ашағаны ла борсомай. Иң мөһиме, уның миңә ҡарата мөнәсәбәте. Әйтәм бит, тормошта үҙең нисек теләйһең, шулай йәшәргә кәрәк, ә кешеләрҙең башындағы сикләүҙәрҙә түгел.
— Шулай уҡ һин мосолман байрамдары менән ҡотлап яҙмалар ҡуйып бараһың. Үҙең дини кешеме? Әллә был тик аудитория талабымы?
— Иң яратмаған тема — ул дин тураһында һүҙ йөрөтөү. Диндә түгелмен, әммә Аллаһы Тәғәлә барлығына ышаным. Диндә тигән аңлатма киң бит. Эйе, мин мәсеткә кереп, хәйер биреп, доға ҡыла алам, ә икенсе көнө дуҫтар менән байрам итә алам. Башҡа гонаһтарым да юҡ түгел. Әммә кемдер мине мосолман түгелһең тип әйтеүен яратмайым. Мин мосолман, әммә гонаһлы мосолман.
— Сер булмаһа, һин үҙеңдең аккаунтта күпме аҡса эшләйһең? Төп эш урының бармы, әллә тик блог менән генә булышаһыңмы?
— Аккаунтымда ғинуар айындағы килемемде күрһәткән инем, күптәргә был оҡшаманы, кемдер һорана башланы, кемдер ышанмай.
Был донъяла барыһы ла мөмкин. Интернетта ултырып та аҡса эшләп була. Әммә был еңел түгел. Әгәр һин төп башҡорт аккаунттарын алып бараһың икән, икеләтә көс түгергә кәрәк. Рәсми эшем бар, унда мин 8.00 сәғәттән 17. 00 сәғәткә тиклем булам. Инстаграмда өс аккаунт, “Бәйләнештә” биш төркөм (өсөһө башҡорт телендә, икеһе рус телендә), @serle_102 тиктогын һәм телеграмда каналын алып барам. Яндекс.Дзенда ике каналға мәҡәләләр яҙам һәм тағы ла телеграмда бер сәйәси канал бар.
— “Серле ярҙам” акцияһы — бик шәп. Һин төркөмдәштәрең менән аҡса йыйып, бәләлә ҡалған кешеләргә ярҙам итәһегеҙ бит инде. Иң күп йыйылған сумма күпме булды?
— Суммаларҙы иҫләмәйем. Һуңғыһынан @serle_102 яҙылыусылары менән ике тәүлек эсендә 180 000 һум йыйҙыҡ. Уны Башҡортостан буйынса янғын һүндереүгә йүнәлттек.
— “Серле”лә шулай уҡ күп кенә вайндар сыға. Һинең яратҡан башҡорт блогерың бармы?
— Ундайҙар юҡ. Ҡаҙаҡ йә рус блогерҙарына етер өсөн уларға әле күп эшләргә кәрәк.
— Ни өсөн @serle_102 аккаунты популяр?
— Башлап ебәргәндә, “Бәйләнештә” лә, инстаграмда ла бындай төркөмдәр юҡ ине. Был оҙаҡ йылдар үҙ эшемде һәйбәт башҡарып килеүҙең һөҙөмтәһелер. Хәҙер, әлбиттә, башҡортса пабликтар күбәйҙе, мин уларҙың барыһын да күҙәтеп барам.
— Яҙылыусыларыңа журнал аша берәй һүҙ әйткең киләме?
— Ғүмер бер генә. Уны телефон һыйпап үткәрмәгеҙ. Төрлө сиктәр ҡуйып, тормошоғоҙҙо ҡатмарлаштырмағыҙ. Ысынын әйткәндә, һеҙҙең нимә менән шөғөлләнгәнегеҙ, нимә менән йәшәгәнегеҙ бер кемде лә борсомай. Кеше һүҙе кеше үлтермәй ул, ә үҙегеҙҙе үҙегеҙ бөтөрәһегеҙ.
— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Серле Хәстрүш!

Заһиҙә МУСИНА  әңгәмәләште.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: