Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
14 Март 2022, 08:25

“Буйым ике метр ғына”, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хәким Мортазин бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Яратҡан артисыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

“Буйым ике метр ғына”, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин
“Буйым ике метр ғына”, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин

Уға иғтибар итмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Урамда китеп барһынмы, магазинда сиратта торһонмо –барыһы ла, айыу башы күргәндәй,  тишә яҙып уны күҙәтәләр, шыбырлашалар:

– Ана, ана, Дядя Степа тора!

–Был тиклем дә оҙон кеше булыр икән ул!

–Үҙенә яраҡлы кейемде нисек таба икән?

– Ә үҙе ниндәй шәп артист!

Ысынлап та, халыҡтың ғәжәпләнеүе юҡҡа түгел. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин – республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә иң һонтор, ыздарауай  актерҙарҙың береһе.

– Хәким, буйың күпме  ул?

– Ике метр.

– Ә ауырлығың?

– 135 килограмм.

– Оһо-о-о, Сергей Михалковтың “Дядя Степа”һы кеүекһең. Хәким,  бигерәк тә бәләкәй кәүҙәлеләр һинең кеүек  буйсан кешеләргә көнләшеп ҡарай.  Оҙон булыу рәхәттер, ибет?

– Рәхәт ти һиңә! Шул оҙонлоғом арҡаһында күргән яфаланыуҙарым.  Мәктәптә уҡыған саҡта ишетмәгән һүҙ ҡалмай торғайны. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың:“Ҡолға, торна, дөйәләй кәүҙә биргәнсе, төймәләй аҡыл бирһә”, – тип игәгәне әлегеләй иҫемдә.  Бәләкәй саҡта күҙҙән фингал китмәне, һарай эсенә инһәм,  тегендә төртөләм, бында бәреләм. Берәй ергә барам тиһәң, мең бәлә. Поезда йөрөгәндә өҫкө рәткә ята алмайым, мине күтәрә алмаҫ, ҡутарылып төшөр тип ҡурҡам. “Газель”, “Мерседес”тарҙың ултырғыстары араһына аяҡтарым һыймай, шуға иң алда, шофер янында ғына ултырырға тырышам. Бер шулай репетиция һуң ғына бөттө лә мин сығыуға бер ниндәй транспорт ҡалмаған.  Тора торғас, эргәмә гөжләтеп бер “Ока” килеп туҡтаны.  Күпме генә маташһам да, машинаға һыймайым бит, ә ҡайтырға кәрәк. Шунан шофер алғы ултырғысты йәйеп ҡуйҙы ла мин нисек кәрәк машина эсенә һуҙылып ятып аяҡтарымды алға тәҙрә янына һалдым. Таксистың юл буйына, егерме йыл эшләйем, бындай хәлде беренсе тапҡыр күреүем, тип көлә-көлә хәле бөттө.  

– Бындай ҙа  кәүҙә менән ауыл сәхнәләренә һыймаған саҡтар ҙа барҙыр инде.

–Бар инде.  Салауат театрында эшләгәндә булған хәл һаман онотолмай. Ғәҙәттә, гастролгә сыҡҡанда декорацияларҙы алданыраҡ ебәрәбеҙ, беҙ килеүгә  улар сәхнәне әҙерләп торорға тейеш. Дәүләкән районының Хотомли ауылына килһәк, һаман да декорацияларҙы ҡуймағандар. Был ни хәл тип аптырап киттек. Беҙгә яуап итеп: “Сәхнәгә бер нәмә лә һыймай, улар һыймағас, Хәким күптән һыймай”, – тип хихылдашалар. Анау тиклем ерҙән бер килгәс, кире китеп булмай бит, халыҡ та көтә. Сәхнә түбәһенә башым тейеп, сәсем ышҡылып йөрөһә лә спектаклде ҡуйҙыҡ.

– Ғаиләгеҙ хаҡында ла белге килә.

– Ҡатыным Айгөл телевидениела эшләй, Аҡйоноҙ исемле ҡыҙым, Динислам, Иҡсан исемле улдарым үҫеп килә.

– Хәким, һине көлкө оҫтаһы тип тә беләбеҙ, иҫ киткес матур итеп һөйләйһең. Ә бына үҙеңә юмористарҙан кемдәр оҡшай?

– Рус юмористарынан Задорнов, Шифрин оҡшай, үҙебеҙҙән ауылдашым Вәлит Илембәтов, Гөлсөм Хәбибуллинаны харап яратам.

–Әтеү һин дә Ейәнсура районының Яныбай ауылынанмы ни?

– Эйе. Арыу кешеләр сыҡһа шул Яныбайҙан сыға инде.

– Малай саҡтан уҡ шулай шуҡ булғанһыңдыр инде.

– Юҡсы. Бик оялсан булдым, шуға ла сәхнәнең нимә икәнен белмәнем, хатта бер куплет шиғыр ятлағансы ҡыҙарып-бүртенеп бөтә торғайным.

–Әтеү нисек тота килеп артист булып киттең?

– Ул турала көнө буйы һөйләргә була. Ун беренсе класты бөтөр саҡта класс етәксебеҙ Ғизетдин Хисмәтов ағай килде лә: “Бына Иҫәнғолға Сәнғәт академияһының театр бүлегенән  комиссия килгән, шунда барып ҡарағыҙ әле”,–тине. Шунан класыбыҙҙан өсәү киттек. Барһаҡ, Гөлли апай Мөбәрәкова ултыра. Ул беҙҙән этюдтар эшләтеп, шиғырҙар уҡытып ҡараны. Аҙағыраҡ ул минең үҙемә генә, сәнғәт институтында көтәм, ҡалғандар килмәһә лә бер ни түгел, һин килмәһәң ныҡ үкенәсәкмен, тине. Шунан йәнә Өфөгә барып, имтихандар биреп ҡайтҡас, ауыл кешеләре, ҡайҙа урынлаштың, тип ҡыҙыҡһына. Артислыҡҡа тиһәм, берәү ҙә ышанмай. “Кит әле, әҙәм алдап ҡына йөрөйһөң, Өфөлә һинән башҡа кеше бөткәнме” тип кенә ебәрәләр.  Әсәйем колхозда һауынсы булып эшләй ине, бәлки, ябай колхозсы балаһы артист була алмайҙыр тип уйлағандарҙыр. Инде икенсе курста уҡый башланым, ауылда теге лә был, фәлән дә төгән тип имеш-мимеш йөрөй. Был һүҙгә әсәйем дә ышана башлаған. Көндәрҙең береһендә үҙе Өфөгә килеп, уҡытыусым Гөлли Мөбәрәкованы күреп һөйләшкәс кенә, тынысланып, ышанып ҡайтып китте.

–Ҡара әле, шулай ҙа була икән... Бая, уҡытыусылар әрләй торғайны тип ысҡындырҙың. Уҡыуыңдың рәт-сираты юҡ инеме ни?

– Уртаса уҡыным, тарихты, әҙәбиәтте яраттым. Ә бына физиканы аңлай алманым. Шуға ла уҡытыусымдың: “Урамда тиҙәк түгергә лә эшкинмәҫһең әле”, –тигәне хәтерҙә.

–Үпкәләй инеңме?

– Юҡсы, барыһына үс итеп, сәмләнеп эшләй торғайным. Икенсе курста каникулға ҡайтҡас, ауыл йәштәрен йыйып концерт ойоштороп ебәрҙем. Бөтә район буйлап тиерлек концерт ҡуйып. Хәҙер бөтәһе беҙҙең Хәким дә, беҙҙең Хәким тип кенә торалар. Хатта шул йылды беҙҙең ауыл мәҙәниәт йорто үҙэшмәкәрҙә араһында беренсе урынды алды. Мин үҙем рәхәтләнеп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләйем. Бер шулай ауылда концерт ҡуябыҙ. Мин ниндәйҙер монолог уҡыйым, унда геройҙың исеме Орҡоя. Иртәгәһен урамда китеп барһам, теге апай осрап эт итеп әрләп китмәһенме! Йүнһеҙ, һине шуға уҡыталармы, теге лә был. “Апай, был бит һин түгел”, тип ҡарайым, ҡайҙа инде, ишетеү.

–Ябай халыҡ артисты бер ниндәй кәмәселекһеҙ кеше итеп күрә. Һинеңсә, үҙеңдең ниндәй етешһеҙлегең бармы?

–Әллә нишләп йоҡо һимертергә яратам. Хатта театрға килгәс тә бүлмәләге диванға ятып йоҡлай һалып алам.

–Хәким, бына һине халыҡ ярата, белә.  К. Аҡбаштың “Һипкелле ҡыҙ”ында – Мағаш, “Башмағым” да кейәү Вафаны харап килештереп уйнаның. Йыш ҡына концерттарҙы алып бараһың. Артистың уңышы нимәнән ул?

–Туҡһан туғыҙ проценты буйҙан, бер проценты  таланттан.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: