Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
14 Март 2022, 15:38

Йәш, популяр ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың Өфөлә тәүге концерты үтте

Байрамда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡурайсыны ҡотлап,  Хөкүмәттең Рәхмәт хатын, Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.

Йәш, популяр ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың Өфөлә тәүге концерты үтте
Йәш, популяр ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың Өфөлә тәүге концерты үтте

Йәш, популяр ҡурайсы. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы  Юлай Ҡасимовтың Өфөлә тәүге концерты үтте. Тамашала залда алма төшөрлөк тә урын булмауы ҡыуандырҙы.

Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы серен үҙе белеп кенә ҡалмай, ул ҡурайҙа уйнау оҫталығын башҡаларға еткереүҙе лә маҡсаты итеп ҡуйған: үҙ көсө менән ҡурай мәктәбе асҡан.

Шәп булды концерт. Юлай Ринат улын тамашасылар һәр сығышы һайын аяҡ үрә баҫып алҡышланы.

Байрамда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡурайсыны ҡотлап,  Хөкүмәттең Рәхмәт хатын, Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.

-Юлай Ринат улы 24 йәштә кенә булһа ла, күп йәштәргә өлгө.  Ул үҙен Башҡортостанбыҙҙы сит донъяға таратыусы шәхес, һоҡланғыс талант эйәһе булыуын күрһәтте. Һиңә артабан да уңыштар теләйбеҙ, – тине Азат Шамил улы

 

Талантлы булыу ғына етмәй

 

      Хәҙерге заманда мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уға заманса һулыш та индереүсе йәштәрҙең береһе — ул Юлай Ринат улы Ҡасимов. Егерме дүртен ҡыуған егет үҙен киләсәге ҙур, һәләтле ҡурайсы ла итеп танытып өлгөрҙө. 

Мәҡсүт батыр нәҫеленән

   Юлай ҡурайсылар ерендә — Йылайыр районының Үрге Сәлим ауылында Ринат һәм Гөлбанат Ҡасимовтар ғаиләһендә тыуа. Уның тамырҙары Мәҡсүт батырға барып тоташа. Мәҡсүт батыр — 1735–1740, 1755 йылдарҙағы ихтилалдарҙа Түңгәүер ырыуын яуға әйҙәүселәрҙең береһе. Бөгөн йәш музыкант та ниндәйҙер мәғәнәлә алыҫ ата-бабаһының юлын дауам итә.   

          Юлайға әсәһе — тәрбиә һәм тормош һабаҡтары биреүсе генә түгел, тәүге уҡытыусыһы ла. Юлай башланғыс кластарҙы Үрге Сәлим ауылында белем алғас, бишенсе класҡа ул күрше Матрай ауылына бара. Тап ошонда ул ҡурай менән таныша. Түңәрәккә барыуға уны тыуған ере ҡурайсылар төйәге булыу ҙа булышлыҡ итә.

 

Йылайыр ере элек-электән көслө, билдәле ҡурайсылары менән дан тотҡан. Шулар тураһында белеп-ишетеп йөрөп, түңәрәккә барҙым да инде. Ҡурай булмаһа, башҡа ҡоралды ла ҡулыма алмаҫ инем, — ти Юлай. — Уның серҙәренә Ғәлим Монасипов төшөндөрҙө, дөрөҫ йүнәлеш бирҙе. Бының өсөн Ғәлим ағайға рәхмәтем ҙур.

 

        Ошо йүнәлештә белемен камиллаштырырға теләп, Юлай 9-сы кластан һуң, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә хыяллана. Әммә халыҡта, артист булыу эшме ни, тигән фекер Юлайҙы урап үтмәй. Һәр икенсе кеше уға: “Аҡсаң булмаясаҡ, шуның булмаясаҡ, тегенең булмаясаҡ... Ана фәләндең улы музыкантҡа уҡығайны, хәҙер Себергә сығып китте...” – ти. Бындай аҡыл өйрәтеүселәрҙе түгел, ә йөрәген тыңларға ҡыйыулығы етә егеттең. Ундайҙарға: “Ҡарағыҙ, Йылайырҙа тыуып үҫкән ағайҙар хәҙер нисек Өфөлә күтәрелеп, билдәле булып киттеләр, улар ғаиләләрен, ата-әсәләр матур итеп ҡарайҙар. Ниңә һеҙ мине шундай тырыштар менән сағыштырмайһығыҙ?” – тип яуап ҡайтара.

 

Талантһыҙ ҡурайсы

 

      Уҡыу йортон һайлап та, һөнәре менән дә яңылышмай Юлай. Бында ул үҙен һыуҙағы балыҡ һымаҡ тоя. Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгәнендә дуҫ егеттәре менән “Саптар” этно-төркөмөн булдыра. 

 

Иң йәш состав беҙҙә булды, шуның менән ҡалған этно-төркөмдәрҙән айырылдыҡ. Училище студенттары ғына булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, профессиональ төркөмдәр кимәлендә уйнай инек. Тырышлыҡ, алға барыу теләге, тынғыһыҙ эш тәжрибәһеҙлекте ҡаплай ала. Үкенескә күрә, уҡыуҙы бөткәс, һәр беребеҙҙең яңы эштәре, яңы бурыстары барлыҡҡы килде һәм беҙ ваҡытласа тарҡалдыҡ. 

 

       Студент йылдарында Юлай “Саптар” этно-төркөмө менән дә, яңғыҙы ла, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты булып өлгөрә. Шуға ҡарамаҫтан, ул социаль селтәрҙәрендә “талантым юҡ” тип яҙа. Күптәр, был егеттең таланты бар, тимәк, уға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, ҡурайҙа уйнай ҙа йөрөй, тип кенә уйлай. Улай түгел. Һәр кеше, маҡсаты ниндәй булмаһын, уға тырышлығы менән генә ирешә ала. Талантың булып та көс һалмайһың икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. 100 процент уңыштың 99 проценты – тир түгеү, 1 проценты ғына талант, тип дөрөҫ әйткәндәр. Иң мөһиме – үҙ өҫтөңдә эшләү. 

 

Ир-егеттәр мәктәбе

 

        Иле алдында бурысын үтәгәндә лә Юлай ҡурайҙы онотмай. Новосибирск урмандарында ҡурай үләне табып, инструмент эшләп хеҙмәттәштәренә уйнап күрһәтә хатта. Тормоштоң был этабы — армияла хеҙмәт итеү Юлайға ҙур мәктәп була. Хеҙмәтте ул лайыҡлы үтә. Хәрби частән ата-әсәһенә килгән Рәхмәт хаттары бының турала һөйләй. 

Һәр бер ир-егет армия аша үтергә тейеш, тип уйлайым. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ яугир булған, береһе лә хеҙмәттән ҡасып йөрөмәгән. Һәр быуатта ла, улар ил сигендә торған, ниндәй генә һуғыш килеп сыҡмаһын, ата-бабаларыбыҙ ҡурҡмай яуға күтәрелгән. Минең ҡартатайым да, олатайым да Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, атайым да хеҙмәт иткән. Әгәр бөгөн автомат та тота белмәйбеҙ икән, ғәрлеге ни тора! — ти Юлай.— Армияла мин күп нәмәгә өйрәндем: ир-егет бер ваҡытта ла һынмаҫҡа тейеш, сөнки ул илдең генә түгел, ә ғаиләһенең дә һаҡсыһы. 

 

“Ҡояштан алда уҡ торорға кәрәк...”

 

      Хәҙерге көндә Юлай Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында юғары белем алып йөрөй, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, 162-се полилингваль мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле етәксеһе. 

Быналарҙан тыш, үҙе асҡан “Саптар” ҡурай мәктәбе лә уңышлы эшләп килә.

“Саптар” мәктәбе – әлеге мәлдә үҙем эшләгән иң ҡыҙыҡ, иң шәп  проекттарҙың береһе. “Саптар” тип уянам, “Саптар” тип йоҡлап китәм.

            Өфөгә килгәс, ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын, әммә өйрәнеү өсөн майҙансыҡтар юҡлығын күрҙем. Музыкаль мәктәптәрҙә өлкәндәр шөғөлләнә алмай, училищеларға һәр кемде алмайҙар. Ә күптәр өйрәнергә теләй, шуға ла ундай сикләүҙәр булмаһын өсөн үҙемдең мәктәбемде асырға булдым. Әлбиттә, тәнҡитләүселәр ҙә булды, мәктәп асырға һин кем, һиңә нисә йәш, тип әйтеүселәр ҙә табылды. Бер нәмәгә лә ҡарамай, мәктәп асып ебәрҙем, һәм, Аллаға шөкөр, бөгөн тиҫтәнән ашыу ҡурайсы шөғөлләнә. 

Тағы ла Юлай виртуаль ҡурай – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектәге уртаҡ проекты — өҫтөндә эшләй. Проекттың маҡсаты – һөнәрмән музыканттар ҡуллана алырлыҡ ҡурай көйөнөң һанлы онлайн-синтезаторын булдырыу. Шулар араһында беренсе альбомын да сығарырға әҙерләнә. Ә “Саптар” видеомонологтарында ул танылған ҡурайсылар менән аралаша. Проекттарҙың барыһының да маҡсаты бер — ҡурайҙы популярлаштырыу.

Ҡурайҙы популярлаштырыу кәрәк кенә түгел, ә мөһим. Мин көсөмдө шуға һалам – социаль селтәрҙәрҙә күберәк ҡурай тураһында яҙам, концерт-сығыштарым да ошо музыка ҡоралын пропагандалауға йүнәлтелгән. Ҡурайсыларҙың кодексы бар. Унда, һәр ҡурайсы ҡурайҙы популярлаштырыу йүнәлешендә эшләргә тейеш, тип яҙылған. Мин шул кодексты боҙмаҫҡа тырышам. Был мәсьәлә, үрҙә әйткәнемсә, бик мөһим, сөнки йәштәр хәҙер теләһә ниндәй йырҙар тыңлай, ә үҙебеҙҙең элекке матур йыр-моң онотолоп бара. Шуға күрә йәш быуынды ҡыҙыҡһындырыр өсөн ҡурайҙа уйнағанымда заманса аранжировкалар эшләйем. Быны ҡыҙыҡ күреп, киләләр ҙә: “Юлай ағай, мине лә шулай өйрәтегеҙ әле”, – тиҙәр. Мин һәр саҡ: “Беренсенән, һин башҡорт көйөн уйнаясаҡһың, шунан ғына ҡалған көйҙәрҙе”, – тип шарт ҡуям.

       Барыһына өлгөрөр өсөн ул ябай кәңәш бирә: иртә менән, ҡояштан алда уҡ, торор кәрәк. Кистән үк киләсәк көнгә план яҙыуҙы ғәҙәткә индереү ҙә мотлаҡ.

 

Бәҙрәфтәге ҡурай моңо 

 

      Юлай ҡурайға “икмәккә аҡса эшләү ҡоралы” итеп кенә түгел, ә оло хөрмәт менән ҡарай. Бына милли ҡоралдың киләсәгенә, тарихына битараф булмауынан, халыҡ көйҙәрен һаҡлап ҡалырға ынтылыуынан ғына булһа ла тойорға була.

— Ҡырым Республикаһында гастролдәрҙә йөрөгәндә миңә Өфөләге таныштарым Салауат Юлаев майҙанындағы ҡала бәҙрәфендә ҡурай яңғырап торған видео ебәрҙеләр, — тип хәтерләй Юлай. —Ҡайтҡас, үҙем киттем шунда. Баяғы бәҙрәфкә барып инһәм, “Салауат” тигән көй яңғырап тора... Ҡурайсы булараҡ, был хәл ныҡ йәнемә тейҙе. Ата-бабаларыбыҙ оҙон көйҙәрҙе бының өсөн сығармаған. “Салауат” бер нисек тә бәҙрәфтә яңғырарға тейеш түгел... Социаль селтәрҙәге сәхифәләремдә ошолар тураһында, был хәл өсөн яуаплы кешеләргә мөрәжәғәт итеп, яҙма ҡуйҙым. Хәҙер заманы шундай бит – интернетҡа хәбәр һалһаң, ҡайҙа кәрәк шунда барып етә. Өс көн көтәм дә, бәҙрәфтә ҡурай уйнатыуҙарын туҡтатмаһалар, ҡаланың ошо район хакимиәте башлығына барам, тип уйлап йөрөйөм. Өс көн үтмәне – ҡурай бәҙрәфтә бөтөнләй һүнде.

 

“Уянһам, кәләш алғанмын...”

 

       Юлай шәхси тормошон социаль селтәрҙәрҙә лә күрһәтеп, былай ҙа һөйләп бармай. Әммә үткән йылда үҙенең сәхифәһендә ҡыҫҡа ғына итеп: “Иртәнсәккә тиклем йоҡланым, һуңынан PlayStation уйнап алдым. Ә төшкөһөн өйләндем”, — тип яҙып фото һалды. Буласаҡ кәләше менән Юлай социаль селтәрҙәрҙә таныша. Тәүҙә яҙышып ҡына торһалар, аҙаҡ күрешә башлайҙар. 

— Бер уянһам, кәләш алғанмын, — тип көлә ул.

Юлай буласаҡ кәләшенә тубыҡта тороп, балдаҡ һуҙып тәҡдим яһамай. Йолаһына тап килтереп, ҡыҙҙың әсәһенән ҡыҙын уға кейәүгә биреүҙәренә рөхсәт һорай. Ризалыҡ алғас, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәп, туғандарын йыйып, матур итеп никах уҡыталар.

Был ҡыҙҙы кәләш итеп алырғамы, әллә юҡмы, тигән шик бер ваҡытта ла булманы, булмаясаҡ та. Уның менән аралаша башлағас та, был минең кешем, уның менән яҙмышымды бәйләгем килә тигән теләк күңел түрендә яралды, — ти Юлай тойғолары хаҡында.

Йәш, матур һәм рухлы ғаиләгә бәхетле тормош насип булһын!  

 

      Юлай Ҡасимов — үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләгән, тырыш, яңы үрҙәргә ынтылған, ауырлыҡтар алдында туҡтай белмәгән кеше. Шул уҡ ваҡытта ул бик тыйнаҡ. Үҙенең уңыштарын остаздары — ҡурай буйынса тәүге уҡытыусыһы Ғәлим Монасипов, Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай серҙәренә өйрәткән Салауат Кирәев һәм Өфө сәнғәт институтында уҡытҡан Азат Айытҡолов һөҙөмтәһендә булыуын билдәләй һәм уларға рәхмәтле булыуын әйтә. Был өс шәхесте ул хатта хәҙерге замандың иң яҡшы ҡурайсылары исемлегенә лә индерә. 

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Венер Исхаков
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: