Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
28 Март 2022, 14:28

“Ил башлығы булырға хыялланам...”

– Ә бит етәксе булыу анһат түгел.– Беләм. Барыһын да аңлап, күреп, тойоп йөрөйөм. Әммә хыялымдан баш тартмайым.

“Ил башлығы булырға хыялланам...”
“Ил башлығы булырға хыялланам...”

Азамат Төхвәтуллин – Белорет районы Абҙаҡ ауылы егете. Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетында дүртенсе курста уҡып йөрөй. Булдыҡлы, маҡсатлы егет телгә лә, хыялға ла, юморға ла бай. Бала сағынан спорт менән дуҫ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тормошҡа үҙ ҡарашы, алдына ҡуйған аныҡ маҡсаттары бар.
Бер – олоно, бер кесене тыңла, тиҙәр. Азамат менән әңгәмә бөгөнгө студенттарҙың тын алышын, көнитмешен, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе генә түгел, йәшәйешебеҙҙәге ҡайһы бер сетерекле хәл-ваҡиғаларҙы ла үҙ эсенә алыр.

– Азамат, әйт әле, ни өсөн физкультура уҡытыусыһы һөнәрен һайланың?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин актер булырға хыялланғайным. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ театр түңәрәгендә шөғөлләндем. Беҙҙең ауылдан сыҡҡан яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесы буйынса сәхнә әҫәре лә әҙерләгәйнек. Шул спектаклдең бер өлөшөн авторҙың 30 йәшлек юбилейы мәлендә Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнау бәхете лә йылмайҙы беҙгә. Тик сәнғәт институтының театр бүлегенә инергә әҙ генә балл етмәне. Ә түләүле бүлектә уҡырға теләмәнем. Ауылда уҡығанда көрәш, хоккей менән шөғөлләндем, тау-саңғы спорты, сноубордта шыуыу менән дуҫмын. Шуға ла юғалып ҡалманым, һис икеләнмәйенсә, ошо йүнәлешкә лә өҫтөнлөк бирҙем.
– Спортҡа һөйөүҙе һиндә кем тәрбиәләне?
– Азат ағайым бала саҡтан хоккей, бокс менән шөғөлләнде. Мин дә уға ҡарап, спортҡа ылыҡтым. Атайым менән әсәйемдең тәрбиәһе лә йоғонто яһағандыр. Улар беҙҙән теүәл булыуҙы, һәр нәмәне тәртиптә тотоуҙы талап итте, әммә бер нәмәлә лә артыҡ сикләмәнеләр. Үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырыштылар. Ғаиләлә өс малай үҫтек. Ағайымдың хәҙер үҙ ғаиләһе бар. Ул Абҙаҡта ресторанда ашнаҡсы булып эшләй. Фларит ҡустым мәктәптә генә уҡый әле.
– Бала сағыңда һине сәмләндергән йәки ҡанатландырған берәй ваҡиға ла булғандыр, моғайын...
– Бер ваҡиға һәр саҡ күҙ алдында тора (ихлас көлә). Ауылда каток төҙөлгән генә саҡ. Беҙҙең ауылдың хоккейсыһы Дим ағай миңә коньки бүләк итте. Ә мин конькиҙа шыуа белмәйем. Аҙ ғына барам да ҡолайым, барам да ҡолайым. Шунда ул миңә “балерина” тигән ҡушамат таҡты. Был һүҙ шул тиклем сәмемә тейҙе, бар ныҡышмалылығымды һалып, тиҙ арала конькиҙа йөрөргә өйрәндем. Әле лә нимәләлер икеләнһәм, Дим ағайҙың шул һүҙен иҫкә төшөрәм дә, бөтә тырышлығымды һалып, маҡсатыма өлгәшеп ҡуям. Бына шулай... Ә тренерыбыҙ Мәжит Зарипов (үҙебеҙҙең һөйләштә уны “Мәжит апа” тибеҙ) үҙ аҡсаһына төҙөлөш материалдары алып, хоккей майҙансығы булдырҙы, команда тупланы, хатта костюмдар алып бирҙе. Быйыл дәүләттән ярҙам һорап, аҡса юллап, пластик коробкалар төҙөттө.
– Ауыл ерендә үҫһәң дә, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булған инде?
– Эйе, был тренерым миҫалында ғына ла күренеп тора. Теләк бар икән, шарттар тыуҙырырға була. Шулай ҙа мин мәктәп йылдарында күп ваҡытымды сәхнә тормошона бүлдем. Шиғырҙы тасуири уҡырға ярата инем, “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсында Гран-при яулаған сағым да булды. Мин, ғөмүмән, мәктәп йылдарын һағынып иҫкә алам. Эйе, универ­ситетта ла уҡытыусыларымдан уңдым. Унда ла яҡын дуҫтар, фекерҙәштәр таптым. Беҙҙә Яҡутстан, Себер тарафтарынан килеп уҡыу­сылар ҙа бар. Төркөмдәштәребеҙ менән берҙәмбеҙ. Төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. Мин тәүге курста уҡығанда “Ҡорос” халыҡ театрына ла йөрөп алдым. Әммә эшкә урынлашҡас, ваҡыт етенкерәмәй башланы, шуға ла уны ҡалдырып торорға тура килде. Әле акробатика менән ныҡлы шөғөлләнәм. Үҙебеҙҙең факультетта ниндәйҙер мәҙәни саралар үтһә, теләп ҡатнашам. Бынан тыш, беҙҙә фәнни бүлек бар. Мине шул бүлектең рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар.
– Ниндәй фәндәрҙе белергә тейеш физкультура уҡытыусыһы?
– Бик үҙенсәлекле йүнәлеш ул физкультура факультеты. Психологияны ла, анатомияны ла, физиологияны ла өйрәнәбеҙ. Уҡытыусы булһаҡ та, балалар теге йәки был йәрәхәт алған осраҡта, тәүге ярҙам күрһәтә белергә тейешбеҙ.
– Сер булмаһа, ҡайҙа эшләйһең?
– Үҙемдең йүнәлеш буйынса, тип әйтергә лә мөмкин. Спорт тауарҙары кибетендә – һатыусы-консультант. Был миңә файҙаға ғына. Сөнки унда барлыҡ спорт йүнәлештәре буйынса тауарҙар һатыла. Уларҙы өйрәнеп, клиенттарға теге йәки был тауар буйынса кәңәш биреү оҡшай. Унда алған тәжрибәм дәрестәрҙә лә, һөнәремдә лә ярҙам итәсәк. Мин, ғөмүмән, аралашырға әүәҫмен. Кешегә ярҙам иткем генә килеп тора.
– Тимәк, һин һис ауырлыҡһыҙ уҡыуҙы ла, эште лә бер юлы алып бараһың?
– Эйе. Хәйер, мин генә түгел, барлыҡ студенттар ҙа тиерлек эшләп уҡый бөгөн. Өс мең һум стипендияға ҡарап ултырып булмай бит инде. Бөгөнгө студенттарҙың күбеһе атай-әсәй елкәһендә йәшәү яҡлы түгел. Ниндәй генә уҡыу йортон алма, шул уҡ хәл күҙәтелә. Студенттар үҙҙәренә оҡшаған йүнәлеште табып, эшләп тә йөрөй. Хатта медицина университетында иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем уҡығандар ҙа, ҡайҙа ла булһа урынлашып, төнгө сменала, ял көндәрендә эшләү мөмкинлеген таба. Кемдер массаж курстарын тамамлай. Кемдер официант булып эшләй. Кемдер минең һымаҡ һатыусы-консультант. Сөнки тормош көндән-көн ҡиммәтләнә. Ашарға ла кейенергә лә, ҡыҙҙар артынан йөрөргә лә кәрәк, тигәндәй...
– Аңлауымса, дуҫлашып йөрөгән ҡыҙың бар?
– Эйе. Ул хореография йүнәлеше буйынса уҡып йөрөй...
– Буласаҡ балерина инде?
– Юҡ. (Көлә.) Балерина түгел. Ул бала сағында Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблендә бейегән. Бөгөн үҙе уҡыусыларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрә. Ярты йыл элек Ҡырымда уҡыусыларҙың йәйге лагерында практика үткәндә танышҡайныҡ.
– Бик хуп. Ә ниндәйерәк хыялдар менән йәшәй икән Азамат?
– Хыялға бай ул мин... Шуларҙың иң ҙуры – республика Башлығы булыу. Мәктәптә өлкән кластарҙа уҡығанда мине Президент итеп һайлап ҡуйғайнылар. Шул саҡта ошо хыял күңелемдә урын алды ла инде. Һәм, ысынлап та, хыялымдың ҡасан да булһа тормошҡа ашырына ышанам. Уны йәшермәйем дә. Был хыялым өсөн уңайһыҙланмайым да. Кемдер минән көлә, кемдер дәртләндерә. Ә мин ышанам...
Әйткәндәй, әсәйем бала табыу йортонда булған ҡыҙыҡ ҡына бер ваҡиға хаҡында ла һөйләгәйне: “Тыуғас, башҡа сабыйҙар кеүек иламаның, ҡулыңды эсеңә һалдың да шым ғына тик яттың. Шунда табип килде лә, Президент булыр был малай, хас та Мортаза Ғөбәйҙулла улы кеүек итеп ҡулын ҡуйып ята, тине”.
– Ә бит етәксе булыу анһат түгел.
– Беләм. Барыһын да аңлап, күреп, тойоп йөрөйөм. Әммә хыялымдан баш тартмайым.
– Әле һин ябай ғына бер студентһың. Үҙеңдең мөхитеңдә ниндәй үҙгәрештәр индерергә теләр инең?
– Йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырғы, ауылдарҙа спорт менән шөғөлләнер өсөн шарттар тыуҙырғы килә. Минең бала саҡтан уҡ күҙәтеүсәнлегем һәм һығымта яһай торған ғәҙәтем бар. Ауылға ҡайтһам да кеше проблемаларына битараф ҡала алмайым. Эсеп йөрөгән йәштәрҙе күрһәм, йәнем көйә. Үҙемсә кәңәштәр бирәм. Тик күптәренең тормоштарын үҙгәртергә теләктәре юҡ. Йәштәр генә түгел, өлкәндәр араһында ла депрессияға бирелеүселәр, тормошҡа ҡул һелтәүселәр күп бөгөн. Улар үҙҙәренең бәхетһеҙлегендә власть ғәйепле тип уйлай. Әммә кеше иң тәүҙә үҙенә ышанырға тейеш. Ана шул кешегә үҙ-үҙенә ышанысын ҡайтырырға ине. Үҙ тормошо өсөн һәр кем үҙе яуаплы. Быны аңлар өсөн, әлбиттә, тормошҡа бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарарға өйрәнергә, үҙеңде ҡорбан хәлендә тойоуҙан ҡотолорға кәрәк. Эйе, күп кеше үҙ бәхетһеҙлеген, үҙ аҡсаһыҙлығын хөкүмәткә япһара. Әммә атта ла, тәртәлә лә, тиҙәр бит. Хөкүмәтте аҡлап маташмайым. Күреп торам, бөгөн халыҡты тыңлайҙар, әммә ишетеп бөтмәйҙәр... Ә мин халыҡты ишеткән ил Башлығы булыр инем. Эйе, системаға ҡаршы тороп, ниндәйҙер вазифаларға үрләүе анһат түгел. Әммә шул система эсендә үҙ системаңды булдырырға мөмкин бит. Минең быны эшләп ҡарағаным бар. Әлбиттә, әлегә мәктәп, университет кимәлендә генә...
– Мин һине һис тә ил Башлығы булыу теләгенән дүндерергә теләмәйем. Тик һинән яҡшы психолог та сығыр ине...
– Бөгөн психологтар менән донъя тулған. Әммә был бит күп осраҡта бизнесҡа ғына ҡайтып ҡала. Социаль селтәрҙәрҙә лә һиңә ҡармаҡ һалырға ғына ултыралар. Уларға эләкһәң, бәлки, ярҙам итеүҙәре ихтималдыр. Әммә, тәү сиратта, улар һинән ни саҡлы күберәк аҡса алыу яғын ҡарай. Былай, миңә үҙҙәренең проблемалары менән дуҫтарым йыш мөрәжәғәт итә. Үҙемсә кәңәштәр бирәм, тормоштан миҫалдар килтерәм. Һәм күп осраҡта улар үҙ мәсьәләләрен хәл итә.
– Үҙең ауыр мәлдәрҙән нисек сығаһың, депрессияға бирелмәҫ өсөн нимәләр эшләйһең?
– Ниндәйҙер ғәҙелһеҙлеккә, күңел яраһына тарыһам, яңғыҙ ҡалып, ҡысҡырып, ярһып-ярһып илайым. Үҙ алдыма һөйләнеп, әрләшеп тә алам. Әммә шул кире тойғоға күңелемдә ояларға урын ҡалдырмайым. Дөрөҫөрәге, уны йөрәгемдән ҡыуып сығарам.
Әле күҙәтеп йөрөйөм дә, үҙ хыялы буйынса уҡымаған студенттарҙың йышыраҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүен, ваҡытын юҡ-барға, эскегә, уйынға сарыф итеүен аңлайым. Сөнки улар был һөнәрҙе үҙҙәре һайламаған, ә ата-әсәһенең теләген кире ҡаҡмаҫ өсөн генә уҡып йөрөйҙәр. Уларға һис тә ҡыҙыҡ түгел. Эйе, бала кеше үҙенең ниндәй һөнәр һайларға теләүен белмәүе лә, үҙен аңлап етмәүе лә ихтимал. Әммә атай-әсәйҙәр үҙ мәлендә ул-ҡыҙҙары менән төрлө темаларға әңгәмәләр алып барырға, мөмкинлектәрен үҫтерергә, уны уйланырға саҡырырға тейеш бит. Балаға үҙ тиңдәшеңә ҡарған кеүек ҡараһаң, һәйбәтерәк. Уны төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалап, өйҙә бикләп тотоу — һис кәрәкмәгән эш. Ундай студенттарҙа уҡыу ҡайғыһы юҡ, улар ирек тәмен тойоп ҡалырға тырыша.
Тағы ла шуны әйтергә теләр инем: йәштәр бөгөн смартфондан айырыла алмай, тибеҙ. Ә бит замана атай-әсәйҙәре лә шулай хәҙер. Бер мәлде балалар баҡсаһында практика үтергә тура килгәйне. Шунда иғтибар иттем: ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаларын алырға килгәндә лә телефондарынан айырыла алмай. Улар балаларын күрмәй ҙә. Хатта шундайыраҡ хәл булды. Хәҙер бит балаларҙы кейендереп үк сығаралар. Бер әсәй кеше сит баланы етәкләп алып сығып китә яҙҙы. ”Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, был бит һеҙҙең балағыҙ түгел!” – тип ҡысҡырҙым уға. Шунан ғына абайлап ҡалды. Атай-әсәйҙәр үҙҙәре шундай миҫал күрһәткәс, балаларҙан ни көтөргә ҡала?! Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде...
– Нисек күңел аса бөгөн студенттар?
– Ике төркөм бар. Берәүҙәре ваҡытын кәйеф-сафа ҡороуға бағышлай, икенселәре (улары күпселек ) эшләй. Һуңғыларының буш ваҡыты юҡ тиерлек. Буш ваҡыттары бар икән, интеллектуаль ял ойошторалар. Юҡты-бушҡа ауҙарып йөрөмәйҙәр. Аралашалар, үҫешәләр. Алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, шуға табан юл яралар...

Ысынлап та, бик тығыҙ режимда йәшәй икән бөгөнгө студенттар. Азаматтың интервьюға тәғәйенләнгән ваҡыты ла самалы ине. Эшкә ашығам, тине. Дәрестәрең ҡалмаймы һуң, тигәс, юҡ, әгәр ҙә ҡалдырырға тура килһә, мотлаҡ задание алып, тапшырам, тип яуапланы.
Йәш кенә егеттең хыялдары, бәлки, кемдәрҙер өсөн тормошҡа алһыу күҙлектән ҡараған кешенең уйҙары, йәшлек максимализмы сағылышы булып тойолор. Шулай ҙа, ни генә тиһәк тә, киләсәк үҫеп килгән быуын ҡулында. Араларында ошондай аҡыллы ла, аңлы ла, маҡсатлы ла, хыяллы ла йәштәр күпселекте тәшкил итә икән, бәлки, уларҙың беҙҙән яҡшыраҡ булдырырына ышанырға мөмкиндер...

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: