Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
8 Апрель 2022, 12:20

Венер Исхаҡовҡа - Өфө башлығынан рәхмәт!

Хеҙмәттәшебеҙ Венер Исхаҡовты 55 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар

Венер Исхаҡовҡа  - Өфө башлығынан  рәхмәт!
Венер Исхаҡовҡа - Өфө башлығынан рәхмәт!

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы-сатирик, журналист, "Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Языусылар союзы ағзаһы Венер Айҙар улы Исхаҡов ошо көндәрҙә  55 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев  хеҙмәттәшебеҙгә юғары профессиональ оҫталығы һәм Өфө ҡалаһының нәшриәт тармағында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһы, шулай уҡ күкрәк билдәһе менән бүләкләне. Бүләкте юбияларға "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң генераль директоры Рәсүл Сәфәрғәлиев тапшырҙы. 

- Венер Исхаҡов - республикабыҙҙа билдәле шәхес, уның бар ғүмере Матбуғат йорто менән бәйле, - тине Рәсүл Рәүеф улы. - Уның китаптары,  бихисап очерктары күңел йылыһы менән һуғарылған. Үҙ эшенә тоғро булыуы - күптәр өсөн өлгө. Шуға ла ҡала хакимиәте бөгөн лайыҡлы рәүештә һеҙҙе мәртәбәле бүләк менән билдәләй. 

Әйткәндәй, Венер Айҙар улы  Исхаҡов (паспорт буйынса - Винер Исхаҡов) - барлыҡ ғүмерен башҡорт журналистикаһына арнаған шәхес, үткер ҡәләм оҫтаһы, уңған ғаилә башлығы, халыҡ яратып уҡыған китаптар авторы. Бөгөнгө заманда сатира жанрында мул емешле ижад иткән яҙыусыларҙың береһе. Профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов билдәләүенсә, Венер Айҙар улы - Сәғит Агиш традицияларын уңышлы дауам итеүсе үҙенсәлекле юмор оҫтаһы, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы булып ҡалған ижадсы. Ошондай шәхес менән бер коллективта эшләү - үҙе ҙур бәхет!
Беҙ уға ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Ижад күңеле һүнмәһен, һүрелмәһен!

Автор:
Читайте нас: