Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
14 Апрель 2022, 12:15

“Башҡорт һылыуҙары ғүмерлеккә тоғро була белә...”

Ҡайһы бер кешеләр хаҡында әҫәрҙәр яҙалар. Кемдәрҙер картина геройы була. Ә бөгөн таныштырасаҡ һылыуыбыҙ — һәйкәл прототиптарының береһе.

“Башҡорт һылыуҙары ғүмерлеккә тоғро була белә...”
“Башҡорт һылыуҙары ғүмерлеккә тоғро була белә...”

Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл 2008 йылдың 8 октябрендә ҡуйылған. Һәйкәлде булдырыу өсөн 2006 йылда, шағир-гуманистың 175 йыллығына арнап, конкурс иғлан ителә. Бөтәһе 16 эш тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә иң яҡшы эскиз тип архитектор Дамир Мәғәфүровтың һәм скульптор Владимир Дворниктың проекты таныла. Һәйкәлде мәғрифәтсенең исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетының ҡаршыһына ҡуялар. Скульптор Владимир Дворниктың һүҙҙәре буйынса, һәйкәлдең идеяһы шундай: “Аҡмулла оҙайлы сәфәрҙән һуң ауылға килә. Йонсотҡос юлдан һуң ял итергә, һыуһынын ҡандырырға тип һалҡын шишмәгә йүнәлә. Шул саҡ уның янына малай менән ҡыҙ килә. Аҡмулла китабын ала һәм һөйләй башлай, ә балалар таң ҡалып мәғрифәтсене тыңлай. Ошо мәлде теүәл тергеҙеү өсөн, һәйкәл эргәһенә талдар ултырттыҡ һәм шишмә яһаныҡ”.

Ҡайһы бер кешеләр хаҡында әҫәрҙәр яҙалар. Кемдәрҙер картина геройы була. Ә бөгөн таныштырасаҡ һылыуыбыҙ — һәйкәл прототиптарының береһе. Бөйөк шағир-сәсән, мәғрифәтсе, фекер эйәһе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған һәйкәлдә уның һыны ла урын алған, йәғни ул Аҡмулланың һүҙҙәрен йотлоғоп тыңлаған ҡыҙ образында. Исеме – Эльвира. Фамилияһы – Рысаева. Хәҙер иһә – Ҡыуатова.
Эльвираның Өфөләге 20-се башҡорт ҡала гимназияһында VI класта уҡып йөрөгән сағы. Бер көндө ҡыҙға таныш булмаған ханым шылтыратып, үҙен ошо уҡ белем усағында Эльвиранан бер класҡа юғарыраҡ уҡыған Ильяс исемле малайҙың әсәһе тип таныта. Баҡһаң, улдары был һәйкәлдә кәүҙәләндереләсәк малай образында икән. Ильяс быға тиклем эшләнгән ҡыҙҙың һынын оҡшатмайынса, скульптор Владимир Дворникка: “Беҙҙең гимназияла матур башҡорт ҡыҙы бар, әйҙә унын һынын яһағыҙ”, – тип Эльвираны тәҡдим иткән. Ижадсы иһә үҫмер ҡорона яңы аяҡ баҫҡан уҡыусы малайҙың зауығын һынап ҡарамаҡ булып, ул ҡыҙҙың килеп күренеүен һораған. Ә был ҡыйыу, тура һүҙле ир бала Мәҙхиә һәм Хәтип Фазыловтарҙың улы икән. Ильяс Эльвираның мәктәптең мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүен, өҙә баҫып бейеүен, матур йырлауын күреп, уға ҡарап һоҡланып йөрөгәндер, ахыры. Һәр хәлдә лә уҡыусы ғына булһа ла, матурлыҡты тоя һәм күрә белгән.
Мәҙхиә ҡыҙҙан һәйкәлдә уның образы һынландырылыуға риза булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһына. Ҡыҙ уңайһыҙланып, юғалып ҡала ла, “әлләсе” тиеүҙән ары китә алмай. Һуңынан был хаҡта әсәһенә әйтә. Әсәһе, байтаҡ йылдар педагог, психолог булып эшләгән Финзирә Ғариф ҡыҙы ҡыуанып китеп: “Ниндәй матур иҫтәлек буласаҡ, балам. Үҙең өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә, тыуасаҡ балаларың, ейәндәрең өсөн дә... Әйҙә тәүәккәлләп ҡарайыҡ”, – тип дәртләндерә. Шулай ҙа Эльвира ҡапыл ғына ризалығын бирә алмай, уңайһыҙланып йөрөүен белә. “Мин кем инде? Ябай ғына бер ҡыҙыҡаймын... Класташтарым, тиңдәштәрем нисек ҡабул итер быны?” Йәнә йәйге каникул мәлендә һис тә Өфөлә ҡалғыһы килмәй бит әле, күңеле ауылға, Мәләүез районы Иштуған ауылында йәшәгән өләсәһе янына тартыла.
Был ваҡиғаның, ысынлап та, быуындан быуынға тапшырылыр матур иҫтәлек буласағы ул саҡта ҡыҙҙың аңына ла барып етмәгәндер. Әммә миллиондар араһынан берәүгә генә тәтегән был мөмкинлектән баш тартыу килешкән эш түгеллеген яҡшы аңлаған Финзирә ханым бер көндө ҡыҙын күндереп, Дим биҫтәһендә урынлашҡан скульпторҙың оҫтаханаһына алып китә. Шунда улар Владимир Дворник менән таныша. “Бына һиңә, мә! Ильястың күҙенең үткерлеген әйтсәле, ысынлап та, һылыуҙарҙан-һылыу башҡорт ҡыҙы һин, Эльвира! Йәшерәк булһам, бер аҙ үҫкәнеңде көтөп, үҙем өйләнер инем әле һиңә”, – тип шаяртып та ала скульптор.
Шулай итеп, Эльвиранан, скульптор уны һынландыра алһын өсөн, дүрт-биш көн самаһы оҫтаханаға килеү талап ителә. Әсәһе лә һәр саҡ янында була. Һуңынан, ике йыл үткәс, һәйкәл Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдына ҡуйылып, уны асыу тантанаһында прототиптар булараҡ Ильяс менән Эльвира ла ҡатнаша. Был хәл үҙе үк уҡыусы малай менән ҡыҙ ғүмерендә иҫтәлекле ваҡиға булып ҡала. Ҡыҙҙың тормошондағы һәйкәлгә бәйле тарих бына ошонан ғибәрәт. Тик шуныһы: Ильяс менән байтаҡ ваҡыт аралашҡандары юҡ икән. Егет кеше ниндәй һуҡмаҡтан киткәндер, уныһы Эльвираға мәғлүм түгел. Ул да, моғайын, ҙур маҡсаттарға өлгәшкәндер.
Артабан ниндәй тормош көтә ҡыҙ баланы? Эльвира гимназияны тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы башҡорт филологияһы факультетының башҡорт һәм инглиз теле бүлегенә уҡырға инә. Беҙҙең һылыуҙарҙың тыйнаҡлығын әйт инде: уҡыу йорто алдында үҙенең һыны тороуын студент ҡыҙ һөйләп бармай. Был хаҡта иң яҡын әхирәттәре генә белгән була. Тәүге өс курс педагогия университетында белем алғандан һуң, Эльвира БДУ-ға шул уҡ йүнәлеш буйынса күсеп, уҡыуын шунда тамамлап ҡуя. Бөгөн Башҡортостан “Юлдаш” каналында реклама бүлегендә хеҙмәт итә, “Мираҫ” ансамблендә администратор була. Әле иһә – декрет ялында. Тормош иптәше Азамат менән Әмир исемле ул үҫтерәләр.
Әйткәндәй, Ейәнсура егете Азамат менән Эльвира икеһе бер белем усағында параллель кластарҙа уҡый. Мәктәпте тамамлап, ете йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2019 йылда өйләнешәләр. “Азамат – минең тәүге мөхәббәтем. Һөнәре буйынса – архитектор. Бик матур ғаиләлә тәрбиәләнгән, ул минең тормошта төп терәгем һәм таянысым”, – тип һөйгәне хаҡында бәйән итә ул.
– Үҙебеҙҙең егеттәр йәре итеп мотлаҡ башҡорт һылыуҙарын һайлаһын ине. Сөнки башҡорт ҡыҙҙары ғүмерлеккә тоғро була белә. Һөйгәненә наҙлы йәр ҙә, илһам, рух биреүсе лә, ныҡлы терәк тә улар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары көслө рухлы. Быны әсәйем менән ҡәйнәм миҫалында ғына ла күреп була. Мин һәр саҡ уларҙы үҙемә өлгө итеп ҡуям, – ти йәш ҡатын.
Эльвира бик матур ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы Юлай Ирәндек улы — талапсан һәм аҡыллы кеше. Кескәй генә саҡтарынан уҡ балаларын намыҫлы булырға, һис ҡасан алдашмаҫҡа өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта йомшаҡ та була белә. Ул бик күп йылдар инде Себер тарафтарында эшләй.
Әсәһе Финзирә Ғариф ҡыҙы хаҡында: “Беҙҙең ҡояшыбыҙ ул”, — тип телгә ала Эльвира. Тормош юлында ҡайҙа ғына эшләмәй ул: балалар йортонда ойоштороусы ла, ышаныс үҙәге директоры ла, мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары ла, телевидение һәм матбуғатта реклама буйынса белгес тә. Ул иҫ киткес шәп ойоштороусы ла. Үҙ мәлендә Радик Юлъяҡшин, Айгиз Баймөхәмәтов кеүек . маҡсатлы йәштәргә лә ярҙам ҡулы һуҙа. Тормош иптәше өсөн йомшаҡ һүҙле, хәстәрлекле ҡатын, ике ҡыҙы Земфира менән Эльвираға төп кәңәшсе. Әйткәндәй, Рысаевтарҙың өлкән ҡыҙы Земфира ла — ижад кешеһе, йәш яҙыусы. Рус телендә ижад итә. Күптән түгел уның “Аморейҙар батшаһы” тип исемләнгән тарихи романы донъя күрҙе.
– Эльвира ҡыҙым бала сағынан уҡ бик етди, үҙенә ҡарата ла, башҡаларға ҡарата ла талапсан. Өлкән ҡыҙыбыҙҙан һигеҙ йәшкә кесе булһа ла, һис иркәләнеп, наҙланып ултырманы. Бәләкәй генә аҡыл эйәһе тип йөрөттөк беҙ уны. Һәр ерҙә лә бөхтәлек яратты. Һәр ҡағиҙәне теүәл үтәне. Беҙҙән дә шуны талап итте. Бала саҡтан оҙон толом йөрөтөүҙе хуп күрҙе. Ҡыҙҙарыбыҙға ирек биреп, үҙҙәре нимә менән шөғөлләнергә теләй, шул йүнәлештә үҫешергә шарттар тыуҙырып йәшәнек. Бер ваҡытта ла сиктәр ҡуйманыҡ. Үҙ фекерҙәре, үҙ маҡсаттары булһын тинек. Улар үҙ стихияларында үҫте, – ти әсәй кеше.
Эльвира кескәй сағынан уҡ һүрәт төшөрөргә ярата, төрлө кейем дизайндары уйлап таба. Оҫта бейей, моңло итеп йырлай. Ижадҡа ынтылыш уға олатайҙарынан күскәндер тип фекерләй Эльвира. Әсәһе яғынан олатаһы мәҙәниәт хеҙмәткәре була. Атаһының атаһы Ирәндек Рысаевты иһә Күгәрсен районының билдәле рәссамы тип беләләр. Ейәнсәре кескәй сағынан уҡ олатаһының эштәрен күреп, һоҡланып үҫкән. Әле Эльвира ижад йүнәлешендә үҫешергә ниәт тота. Картиналар яҙа, автор һауыт-һабалары яһау оҡшай уға, дизайн серҙәрен өйрәнә. Уның кеүек матурлыҡты тойоп, тирә-йүндәгеләргә наҙ, изгелек өләшеп йәшәгән һылыуҙар барҙа, донъяның йәме лә, ҡото ла һис кәмемәҫ.

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: