Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
17 Апрель 2022, 15:50

Һеҙҙең өсөн Булат Йосопов йырлай!

Һеҙгә айырыуса Булаттың ниндәй йыры оҡшай? Уның концертына барырға теләр инегеҙме?

Һеҙҙең өсөн Булат Йосопов йырлай!
Һеҙҙең өсөн Булат Йосопов йырлай!

Уның тауышын башҡа берәү менән бутау мөмкин түгел. Һәр йыры үҙенсәлекле һәм шунда уҡ күңелгә үтеп инә лә онота алмай йөрөйһөң. Үҙең дә күңелеңдән уның йырҙарын ҡабатлай башлайһың. Һүҙем йырсы Булат Йосопов хаҡында.

Булат Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән йырлап йөрөһә лә, мәктәптән һуң Ишембай нефть техникумын тамамлай. Шулай ҙа йырға булған һөйөүе көслөрәк була. Нефтекамала үткән "Дуҫлыҡ йыры"нда моңло һәм көслө тауышы менән жюри ағзаларын хайран итеп, төп бүләк Гран-при һәм машина менән бүләкләнә. Унан һуң "Гәлсәр һандуғас" конкурсында ла лауреат була.

Тормош юлдары ҡатмарлы. Бөгөн Булат вахта ысулы менән эшләй. шулай ҙа йыр-моңға дәртен һүндермәй. Ҡырыҫ яҡтарҙа ул үҙенең моңло йырҙары менән бергә эшләгән дуҫтарының күңелен күтәрә.

Йырла, Булат! Һине рәхәтләнеп тыңлайбыҙ!

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: