Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
21 Апрель 2022, 08:55

Нәсимә Тимерова: "Азамат нимәгә килде икән?"

Әйткәндәй, бөгөн моңло һандуғасыбыҙ Нәсимә Тимерованың тыуған көнө. Ошо уңайҙан Нәсимә Морат ҡыҙын ихлас ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Нәсимә Тимерова: "Азамат нимәгә килде икән?"
Нәсимә Тимерова: "Азамат нимәгә килде икән?"

Нәсимә Морат ҡыҙы Тимерова 1971 йылдың 21 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Әмин ауылында тыуған. Башланғыс белемде Әмин ауылында ала, артабан уҡыуын Темәс урта мәктәбендә дауам итә. 1988 йылда Йылайыр ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң «Һәүәнәк» совхозында алған һөнәре буйынса бухгалтер булып эшләй[1]. Йырға булған һөйөүе уны Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. 1995 йылда ошо училищеның соло бүлеген (Д. Мусин класы) тамамлаған йәш йырсы яңы ойошторолған Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла (тормош иптәше Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Азамат Тимеров менән бергә)[1].

2008 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы саҡырыуы буйынса ғаиләһе менән Өфө ҡалаһына күсә һәм «Каруанһарай» төркөмө составында эшләй башлай. 2009 йылда «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөнә (етәксеһе А. Тимеров) күсә[2].

2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәгендә бүлек мөдире булып эшләй, «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмөн етәкләй.

Нәсимә Тимерованың репертуарына башҡорт халыҡ йырҙары («Аҫылыҡай буйы», «Йәмелекәй тауы», «Томан», «Зәлифәкәй», «Ғилмияза», «Зөлхизә» һәм башҡа йырҙар), шулай уҡ башҡорт һәм татар композиторҙарының эстрада йырҙары инә[2].

Йыр-моң һөйөүселәр Нәсимә Тимерованың һәм Азамат Тимеровтың башҡарыуындағы лирик йырҙарҙы ихлас яратып тыңлайҙар, уларҙың үҙ тамашасылары, көйөп-яныусылары барлыҡҡа килде.

Йырсы халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә (Франция, 1996; Греция, Лефкада утрауы, 2001); төрки телле халыҡтар фестивалендә (Төркиә, Ялова ҡалаһы, 2005); Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (Санкт-Петербург, 2001; Төркиә, Истанбул ҡалаһы, 2006; Мәскәү, 2007), йыл һайын үткәрелгән һабантуйҙарҙа (МәскәүСанкт-ПетербургСиләбеөлкәләрендәПермь крайындаТатарстандаСеберҙәХанты-Манси һәм Ямал-Ненец автономия округтарында) ҡатнашты. ГрецияТөркиәУкраинаФранция һәм башҡа илдәрҙә, шулай Рәсәй ҡалалрында гастролдәрҙә булды[2].

Башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың өйләнешеү тарихы үҙенсәлекле генә. Ә быйыл улар ҡайны-ҡәйнә булыу бәхетенә ирешкән.

Азамат менән танышыу, дуҫлашыу, өйләнешеү тарихын хәләл ефете – йырсы Нәсимә Тимерова һөйләгәйне.

“Тәүге көн күрешкән саҡта ниңәлер башымдан: “Ҡалай атайыма оҡшаған был егет!” – тигән уй үтте. Башын ҡырыныраҡ ҡуйып ултырыуы, хәбәр һөйләүе, атлап китеше шул тиклем оҡшаған! Азамат менән уҡыуға ла, мәҙәни сараларға ла гел бергә йөрөнөк, Баймаҡҡа ла бергә ҡайта инек. Тәү ҡараштан мөхәббәт булманы, тәүҙә дуҫтарса ғына аралаштыҡ. Киреһенсә, был талантлы егет бәхетенә һәйбәт кенә башҡорт ҡыҙы тап булһа ине, тип теләй инем.

Ҡышҡы каникулдан һуң уҡырға килгәс, Азамат миңә хистәрен белдереп, дуҫлыҡ тәҡдим итте. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Мөнәсәбәттәргә икенсе күҙлектән ҡарап, үҙемдең дә уға битараф түгеллегемде аңланым.

Икенсе курсты тамамлап, йәйге каникулға ҡайтҡас, бер көндө, көтмәгәндә, Азамат Әмингә килеп төштө. Ағайҙарым, атайым эштә ине. “Нимәгә килде икән?” тип уйлайым, әммә һорарға ҡыймайым.

Атай һәм ағайҙар бер-бер артлы ҡайтып инде. “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейегән Рәфҡәт ағайым менән Азамат таныш ине.

- Әллә концерт менән килдегеҙме? – ти ағайым бер аҙ аптырап.

- Юҡ, бына Нәсимәгә килдем, – булды яуап.

Азамат ҡайтып киткәс, атайым:

- Был егет бик телдәр күренә. Теле телгә йоҡмай һөйләй ҙә һөйләй... Арыу кешеме икән? Беҙҙең заманда ҡыҙ йортона барыу тигән нәмә булманы. Кейәү булғас та шым ғына ултыра торғайныҡ. Күп һөйләп, аҙ эшләй торған булмағайы... – тип шик белдерҙе. Рәфҡәт ағайым танышын яҡлап:

- Мин уны күптән беләм: бик һәйбәт егет. Нәсимә уның менән хур булмаҫ! – тигәс, тынысландылар. Шулай итеп, 1992 йылдың 21 авгусында гөрләтеп туй үткәрҙек. Шунан бирле бергәбеҙ: тормошта ла, ижадта ла”.

Фото: ирекле сығанаҡ

 

Автор:
Читайте нас: