Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
26 Апрель 2022, 07:30

Артист булырмын тип башыма ла килтермәнем.

Бөгөн Салауат башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин тыуған көнөн билдәләй. Фәтихте ғүмер байрамы менән ҡотлап, таҙалыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Артист булырмын тип башыма ла килтермәнем.
Артист булырмын тип башыма ла килтермәнем.

 - Фәтих, һиндә артист булыу теләген атай-әсәйең уяттымы?

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин артист булырмын тип башыма ла килтермәнем. Хәйер, үҙемде белгәндән бирле гармунда уйнай инем. Алты йәштәр тирәһендә ныҡышып әсәйемдән гармун алдырҙым. Исеме “Кубань” ине уның. Аҙаҡ, үҫә төшкәс, “Беларусь” исемле гармуным да булды.

Гармунда иртә уйнарға өйрәнгән, шикелле, уҡырға ла алты йәшемдә барҙым мин. Апайҙарым барыһы ла һабаҡҡа йөрөгәс, минең дә уҡығым килгәндер инде, мәктәпкә барып: “Уҡырға алығыҙ, ҡартаям бит инде,” – тип илағаным хәтерҙә.  Үҙемдән бер йәшкә ололар менән уҡыным.

- Гармун уйнағас, мәктәптә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашҡанһыңдыр әле?

- Беҙҙә яңы мәктәп төҙөгәйнеләр, унда музыка уҡытыусыһы Флүр ағай Ильясов директор булды. Бер үк ваҡытта географиянан да уҡытты. Ана шул Флүр Әсҡәт улы беҙҙе үҙешмәкәрҙәрҙең ярыштарына йыш йөрөттө. Музыка ҡоралдары ла күп ине мәктәптә. Мин шул ваҡыт баянда уйнарға ла өйрәнеп алдым.

Һигеҙенсе класты тамамлағас, барлыҡ малайҙарҙы ла ауыл хужалығы һөнәрселек училищеһына ебәрҙеләр. Нишләп улай булғандыр ул, хәҙер үҙем дә аптырайым. Күрәһең, райондан шундай күрһәтмә килгәндер инде. Ә мин Өфөләге музыка-педагогия училищеһының баян класына барып керҙем. Һуңғы курсты тамамлаған йылды Өфө дәүләт сәнғәт институтында Салауат башҡорт дәүләт драма театрына актерҙар әҙерләү өсөн Гөлли Мөбәрәкова студия йыя икән тигән хәбәрҙе ишеттем дә, шунда юлландым.

Училищела уҡығанда театрҙарға йыш йөрөй инем, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаевалар беҙҙең өсөн кумир булды. Әммә СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова күптәр өсөн буй етмәҫлек юғарылыҡ! Әле ошо йәшемә еткәс, уйлап ҡуям, ул ваҡытта нисек йөрәгем етеп барғанмындыр мин уның студияһына уҡырға.

 -һеҙҙең Түбәнге Аллағыуат (Стәрлебаш районы)  ауылы әллә ни ҙур булмаһа ла, байтаҡ билдәле кешеләр сыҡҡан.

- Ысынлап та, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина,  Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан телевидениеһының “Тамыр” балалар студияһы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, Башҡорт дәүләт университеты доценты Ирина Ҡолһарина барыһы ла беҙҙең ауылдан сыҡҡандар. Әйткәндәй, Ирина менән Гөлнур Ҡолһариналар икеһе лә фән эшмәкәрҙәре.

Ашҡаҙар буйының йәмле тәбиғәте лә йоғонто яһағандыр инде, атай-әсәйҙәребеҙ дөрөҫ тәрбиә биргәндәрҙер, моғайын.

Автор:
Читайте нас: