Шоңҡар
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
29 Апрель 2022, 12:25

Әбйәлил ҡыҙы бит ул!

 Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы  Әлфиә Ғәлләмоваға  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән исем  бирелде. Йырсыны маҡтаулы бүләге менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, артабан да уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Әбйәлил ҡыҙы бит ул!
Әбйәлил ҡыҙы бит ул!

 

Ғәлләмова Әлфиә Марс ҡыҙы 1977 йылдың 26 августында Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Дәүләт ауылында тыуған.

 

Сәнғәт училещеһында уҡығанда уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай:

  • Ғәлләмова Әлфиә Марс ҡыҙының исеме "XX быуаттан — XXI быуатҡа «Яңы исемдәр» Алтын китабы"на (1995) индерелгән;
  • Йәш музыканттарҙың «Яҙғы тамсылар» X Асыҡ республика смотр-конкурсында беренсе урын яулай (1995);
  • Заһир Исмәғилевисемендәге I Асыҡ конкурс-фестивалдә беренсе урын яулай (1996);
  • Салих Сәйдәшев исемендәге IV региональ асыҡ йырсылар конкурсында беренсе премияға лайыҡ була(Нижнекамск, 1998).
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтовисемендәге Асыҡ республика йырсылар конкурсында беренсе дәрәжәле диплом менән бүләкләнә(1999).
  • 2004 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһының «Вокал сәнғәте» бүлеген тамамлап «Камера концерты йырсыһы» квалификацияһына эйә була. Филормонияла, шулай уҡ, гастролдәрҙә концерттарҙа ҡатнаша.
  • 2012 йылдың ноябрендә III Халыҡ-ара «Илһам» («Вдохновение») конкурс-фестивалендә «Ҡыҙҙар» дуэты (филармонияның музыка-әҙәбиәт лекторийы артисткаһы Зөлфиә Авзалова менән) сығышы өсөн «Академик вокал» номинацияһы буйынса III дәрәжә дипломға эйә була (Өфө ҡалаһы).

Билдәле ҡурайсы мәрхүм (2013) Шәрипов Рөстәм Фазылйән улының) ҡатыны. Ғәиләләрендә ике бала үҫә.

Башҡорт Википедияһынан. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: