Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
29 Апрель 2022, 09:45

Вәдүт ИСХАҠОВ тыуған көнөн билдәләй.

Бөгөн “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, БР Журналистар союзының рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов тыуған көнөн билдәләй. Ҡәләмәдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән тәбрикләп,  ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы вазифаһында уңыштар, теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Вәдүт ИСХАҠОВ тыуған көнөн  билдәләй.
Вәдүт ИСХАҠОВ тыуған көнөн билдәләй.

Вәдүт Ғәйфулла улы Ишембай районы Ураҙбай ауылында тыуып үҫкән. 1993 йылда – Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын, 2005 йылда Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Журналистика өлкәһендә 2000 йылдан алып эшләй. «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булған. Ишембай районы муниципаль район Советы депутаты.
2006 йылдан Ишембай ҡалаһының «Торатау» гәзитендә мөхәррир булып эшләгән.
2018 йылдың йәйенән алып «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире.
БР Журналистар союзын 2020 йылдың декабренән етәкләй.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: