Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Шәп замандаш
30 Апрель 2022, 09:30

Булат Йосопов байрамдар менән тәбрикләй

Яратҡан йырсыбыҙ Булат Йосопов һәммәбеҙҙе байрамдар менән ҡотлай. "Күңелдәрҙе елкендереп, Май байрамдары, изге Ураҙа байрамы яҡынлаша. Ҡәҙерле дуҫтарым, тамашасыларым, барығыҙҙы ла байрамдар менән тәбрикләйем. Байрамдар мөбәрәк булһын, донъяларыбыҙ ырыҫлы, ҡотло булһын", - тип яҙа ул үҙенең сәхифәһендә.  Ә һеҙгә йырсының айырыуса ниндәй йырҙары оҡшай? 

Булат Йосопов байрамдар менән тәбрикләйБулат Йосопов байрамдар менән тәбрикләй
Булат Йосопов байрамдар менән тәбрикләй

Уның тауышын башҡа берәү менән бутау мөмкин түгел. Һәр йыры үҙенсәлекле һәм шунда уҡ күңелгә үтеп инә лә онота алмай йөрөйһөң. Үҙең дә күңелеңдән уның йырҙарын ҡабатлай башлайһың. Һүҙем йырсы Булат Йосопов хаҡында.

Булат Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән йырлап йөрөһә лә, мәктәптән һуң Ишембай нефть техникумын тамамлай. Шулай ҙа йырға булған һөйөүе көслөрәк була. Нефтекамала үткән "Дуҫлыҡ йыры"нда моңло һәм көслө тауышы менән жюри ағзаларын хайран итеп, төп бүләк Гран-при һәм машина менән бүләкләнә. Унан һуң "Гәлсәр һандуғас" конкурсында ла лауреат була.

Тормош юлдары ҡатмарлы. Бөгөн Булат вахта ысулы менән эшләй. шулай ҙа йыр-моңға дәртен һүндермәй. Ҡырыҫ яҡтарҙа ул үҙенең моңло йырҙары менән бергә эшләгән дуҫтарының күңелен күтәрә.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас