Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
11 Май 2022, 08:05

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхина юбилейын билдәләй

Әнисә Алтынтимер ҡыҙын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, сәләмәтлек, бәхетле аяҙ көндәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхина юбилейын билдәләй
Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхина юбилейын билдәләй

Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Яхина 1952 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Табылды ауылында тыуған.

Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының «Театр һәм кино артисы» бүлеген тамамлай. Үҙенең ижад юлын 1976 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында нәфис һүҙ жанры артисы булып башлай. Әнисә Яхина филармонияла һәм республика кимәлендә үткән бик күп концерттарҙың алып барыусыһы булараҡ сығыш яһай, эстрадала ла, музыкаль-әҙәби лекторийҙа ла берҙәй ныҡышмал эшләй. Аҙағыраҡ Әнисә Яхина Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрен һәм башҡорт әҙәбиәте декадаларын, Татарстанда (Ҡазан) Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрен үткәреүҙә ҡатнаша. 2002—2005 йылдарҙа Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының сәнғәт бүлеген етәкләй.

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: