Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
14 Май 2022, 11:10

Юнир Ҡоланбаев йырлай!

Әйткәндәй, Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Юнир Ҡоланбаев ғүмер байрамын билдәләй. Юнир, тыуған көнөң менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, ижади үрҙәр, ғаилә бәхете теләйбеҙ! “Шоңҡар”ҙар.

Юнир Ҡоланбаев йырлай!
Юнир Ҡоланбаев йырлай!

ЮНИР МӘҮЛИТДИН улы ҠОЛАНБАЕВ 1985 йылдың 14 майында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Ғаиләлә улар ике бала: апаһы һәм Юнир. Ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбендә 9-сы синыфты бөткәс, 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалының вокал бүлегенә уҡырға инә.Унда йыл ярым уҡығандан һуң, Мәскәү ҡалаһында, М.Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында уҡыуын дауам итә. Унда 5 йыл уҡығас, 2007-се йылда тамамлап, М.Ғәфүри исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма тетрына эшкә ҡайта.
Театрҙа башҡарған ролдәре:
"Ай тотолған төндә"лә - Ялсығол,
"Ҡара йөҙҙәр"ҙә - Нәғим хәлфә,
" Мөхәббәт ҡарағы"нда - Арыҫлан,
"Нәркәс"тә - Байназар,
"Антигона"ла - һаҡсы,
"Шәүрәкәй"ҙә - мулла,
"Прометей"ҙа - Гефест "һ.б.
Йыр-моңға ғашиҡ кеше ул, Юнир Ҡоланбаев. Театрҙа актер булып эшләүҙән тыш, ул йырларға ла бик ярата. Конкурстарҙа ла көсөн һанап ҡараған инде ул. 2008 йылда "Ирәндек моңо" конкурсында ҡатнашып, дипломант була, ә 2017 йылда "Башҡорт йыры"нда - лауреат исеме ала.
Юнир тәбиғәтте ярата. Ҡалала тыуһа ла, уның бала сағы ауылда - Комсомол, хәҙерге Күгиҙел ауылында үтә. Шуға күрә микән аттарҙы, тәбиғәтте ныҡ ярата.
2008 йылдың 8-се айының 8-се көнөндә яратып йөрөгән ҡыҙын кәләш итеп алып, бөгөнгө көндә 3 бала үҫтерәләр улар.

Юнир - ата-әсәһе өсөн ҡәҙерле ул, ҡатынына яратҡан ир, бәхетле атай, ышаныслы ғаилә башлығы. Яратҡан эше, таянырлыҡ дуҫтары-туғандары бар, ғаиләһе - бәхет сығанағы. Талантлы яҡташыбыҙға артабан да ижади уңыштар, танылыу, юғары үрҙәр, сәләмәтлек, мөхәббәтле бәхетле оҙон ғүмер теләйек! Беҙҙе шатландырып, ғорурландырып йәшә, ЮНИР! 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: