+21 °С
Болотло


Ғафури район мәҙәниәт йортонда береһенән-береһе талантлы ҡыҙҙар һәм егеттәр эшләй. Йырсы, театр сәнғәтендә сағыу образдар тыуҙырған мәҙәниәт хеҙмәткәре 2016 йылдан “Ғафури” халыҡ театры режиссёры Хызыр Нәзиров шуларҙың береһе. Хызыр райондың Ҡауарҙы ауылында буй еткерә.
1990 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлап, Ҡауарҙы ауыл мәҙәниәт йортонда ойоштороусы булып хеҙмәт юлын башлай һәм 1998 йылда район мәҙәниәт һарайына ҡурайсы итеп эшкә саҡырып алалар. Ҡурайсы, маһир йырсы, сараларҙы алып барыусы, район мәҙәниәт һарайы янында эшләп килгән “Мағаш” ҡурайсылар халыҡ ансамблен етәкләй.