Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
6 Июнь 2022, 09:00

Айгөл Һағынбаева тыуған көнөн билдәләй

Яратҡан йырсыбыҙҙы тыуған көнө менән тәбрикләп, сәләмәтлек, бәхетле ғүмер, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Айгөл Һағынбаева тыуған көнөн билдәләй
Айгөл Һағынбаева тыуған көнөн билдәләй

Айгөл Һағынбаева – Башҡортостан ғына түгел, Татарстан тамашасыларына ла яҡшы таныш булған моңло тауышлы, билдәле йырсыларыбыҙҙың береһе. Шулай уҡ уны зауыҡлы булмышы, уға ғына хас башҡарыу стиле, сәхнәләге иплелеге өсөн дә яраталар. Ә шаршау артында Айгөл – ир ҡатыны, ике шуҡ ҡыҙсыҡтың – Әмилә менән Ғәйшәнең – әсәһе, йөҙөп йөрөп донъя көткән, уңған хужабикә лә.
– Һинең ҡарамаҡҡа, ҡатын-ҡыҙ бәхетенең нигеҙен тәшкил иткән төп ғәмәлдәр нимә ул?
– Ни тиклем ябай яңғырамаһын, ҡатын-ҡыҙ ҙа, ир-ат та һөйөп-һөйө­лөп, бер-береһен хөрмәт итеп, ҡә­ҙерләп йәшәргә тейеш. Бының өсөн “мин һине яратам” тип көн һайын ҡабатлап тороу кәрәкмәй – йылы­лыҡ үҙ-ара мөнәсәбәттә, башҡарған эштәрҙә, хатта көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙә лә сағылһын ул. Бер-береңә иғтибарлыраҡ булыу кәрәк, минеңсә. Тормош шундай тынғы­һыҙ, көн дә яңы маҡсаттар, ҡаршы­лыҡтар тыуа, төрлө проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Шуға күрә кәйеф-тороштоң төрлө булыуы ихтимал... Йәшәгән йортоң – ҡорған ояң – һәр йәһәттән тыныслыҡ утрауы, ыңғай кисерештәр сығанағы булырға тейештер. Ошондай мөхитте булдырыу ҡатын-ҡыҙ ҡулынан ғына килә. Яратҡан кешегеҙ өйгә һағы­нып, атлығып ҡайтһын, уйҙары ме­нән дә гел эргәгеҙҙә булһын тиһәгеҙ, наҙҙы, йылылыҡты йәлләмәү фарыз. Бер-береңә һаҡ ҡына ҡағылып алыу, ҡосаҡлашыу ҙа мөнәсә­бәттәрҙең ҡайнарлығын һаҡларға ярҙам итә.
Ислам дине тәғлимәттәрендә ир-аттың хоҡуҡтары бик юғары баһа­лана, ирен ҡәҙер-хөрмәт иткән ҡа­тын ожмахҡа эләгә тигән инаныу бар. Ғөмүмән, дини белемемде арт­тырған һайын үҙем өсөн байтаҡ яңылыҡ асам. Ябай итеп әйткәндә, ир һүҙен һүҙ итә белгән, уға тәрбиә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән ҡатындар бәхетле була.
– Улайһа, тамашасылар бел­мә­гән Айгөлдөң, хужабикә бу­ла­раҡ, күркәм сифаттарын һанап сығайыҡ.
– Минең инаныуымса, һәр йорт таҙа, бөхтә булырға, зауыҡ менән би­ҙәлергә тейеш. Эш матди мөмкин­лектә лә түгел – иң арзан, ябай әйберҙәрҙе лә матур итеп йыйыштыра белһәң, йортҡа ҡот ҡуна, йылылыҡ бөркөлә.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың аш-һыуға оҫталығы булһа, бик шәп. Үҙем бик тә бешеренергә яратам: минең өсөн был ижадтың бер төрө һымаҡ. Бала саҡта әсәйем менән өләсәйемдең эргәһендә бөтөрөлөп йөрөп, аш-һыу әҙерләгәндәрен ҡарап-ҡатнашып, башҡорт милли аштарын әҙерләргә өйрәнеп үҫтем.
Ә Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем алған йылдарҙа әхирәтем Рузилә йыш ҡына ҡунаҡҡа саҡыра торғайны. Уның әсәһе Зөлфиә апай бешергән аш-һыу төрҙәрен, ҡабарып торған төрлө эслекле бәлештәрен әле лә хәтерләп алам – шундай оҫта хужабикә ул. Рузиләнең быға бик иҫе китмәһә лә, уларҙа булған саҡта Зөлфиә апайҙың аш-һыу бүлмәһендә булышҡанын күҙәтеп, ризыҡты нисек бешергәнен ҡарап, күңелемә һеңдереп ҡала инем.
Ҡайҙа булһам да, үҙем өсөн аш-һыу яңылыҡтарын өйрәнеп йөрөйөм. Унан һуң аш-һыуҙы табынға матур итеп бирә белеү ҙә – сәнғәт, тип иҫәпләйем. Иң ябай ризыҡ та, зауыҡ менән биҙәһәң, тәмлерәк тә, туҡлыҡлыраҡ та була, тип уйлайым.
Бала сағымдағы бер хәл иҫтә ҡалған. Ҡартәсәйем, икмәкте мул, ҡалын итеп киҫкәнемде күргәс, уйынлы-ысынлы: “Балам, ауыл еге­тенә кейәүгә сығырһың инде, ик­мәкте улай ҡалын телгәс”, – тигәйне. Миңә етә ҡалды – хыялымда ауылымдан ситтә, мөмкин булһа, шау-шыулы, мең уттары менән саҡырған ҙур ҡалала йәшәргә теләй инем. Шунан һуң нимә тураһам да, йоҡа ғына, бер ҡабырлыҡ итеп те­лер­гә оҫтарып алдым. Ә студент саҡ­та иһә – үҙегеҙ аңлайһығыҙ – ризыҡҡа тейенеп булмай бит инде. Бер шулай, Өфө сәнғәт учили­ще­һында белем алған осорҙа, ятаҡҡа алыҫ Учалы тарафтарынан атайым менән ағайым килде. Һыуытҡыста – бер ҡыяр ҙа колбаса киҫәге. Өҫтәлгә нимә бар, шуны нәҙек кенә итеп телеп ултыртҡас, атайым: “Беҙҙең Айгөл ике бөртөк әйберҙе лә бер тәрилкә итеп ҡуя белә”, – тип ихлас көлдө.
Ижадтан бер аҙ ситләшеп, балалар бағып ултырғанда электән яра­тып башҡарған шөғөлдәремде яңырттым: ҡул эштәре бик оҡшай, тегеү-бәйләү менән мауығам, заманса кейемдәр тегәм. Теләһә нин­дәй әйберҙе һатып алырлыҡ мөм­кин­легем булһа ла, күңел һалып, күҙ нурҙарын түгеп эшләнгән эксклюзив кейем-һалым ҡыҙығыраҡ тойола. Затлы күлдәкте тулыландырыр өсөн, мәҫәлән, бер төн эсендә үҙемә зауыҡлы пальто бәй­ләгән осраҡ та булды (көлә – авт.). Яҡындарымды ла үҙ ҡулдарым менән эшләгән әйберҙәр бүләк итеп шатландырам.
Әйткәндәй, бар башлан­ғыстарымды, эштәремде ҡыҙҙарым күреп, күңеленә һеңдереп йөрөй. Үҫкәс, донъя көткәндә файҙаһы тейер тип уйлайым.
– Шулай ҙа ижадҡа әйләнеп ҡай­та­йыҡ әле... Ҡиммәттәрҙе алмаштыр­ҙым тиһәң дә, Хоҙай Тәғәлә биргән һәләтле булмышты, моңдо йәшереп булмай бит ул. Сәхнә лә тылсымлы көс һы­маҡ үҙенә тартып торалыр, моғайын.
– Икенсе ҡыҙым тыуғас, күңелем болоҡһоған мәлдәр күп булды. Сәхнәне оҙаҡҡа ҡалдырырмынмы, тамашасымды юғалтмаммы, ижади яңылыҡтарҙан тороп ҡалмаммы – ошо һәм башҡа һорауҙар бик борсой ине. Мәшәҡәттәр ҙә артты. Ике баланы ҡарарға, яуаплы вазифа билә­гән иремдең таянысы булырға, йортта уның күңелен үҫтерерлек мөхит булды­рырға кәрәк. Бер мәл Ғофран мәсетендә Нух исемле хәҙрәт менән осраҡлы ғына танышып, оҙаҡ әңгәмәләшергә насип итте. Һәр йәһәттән белемле дин әһеле бихисап ғәмәлдәргә күҙҙәрем­де асты, кәңәштәре күңелемә ты­ныслыҡ ҡайтарҙы. Дини тәғлимәттәр менән ҡыҙыҡһына башланым, намаҙға баҫтым. Ғөмүмән, күп ғәмәлдәрҙе ҡабаттан баһалап, төп ҡиммәттәрҙе билдәләргә тура килде.
Әлегә беренсе урынға ир ҡатыны, әсәлек бурыстарын ҡуйып йәшәүем менән бәхетлемен: йортобоҙҙоң ҡотон үҙемсә ҡоям, балала­рыбыҙ­ҙың ҡыуаныс-уңыштары менән йәшәйем. Төрлө аш-һыу бешереп, матур кейенеп, яҡты йөҙ, күтәренке кәйеф менән яратҡан иремде кис ҡаршы алып, иртән эшкә оҙатыу – үҙе бер ғүмер, тип иҫәпләйем. Әммә тормош төрлө яҡлы – кем белә, бәлки, киләсәктә ижади даирәмде киңәйтеп, гастролдәрҙә лә йөрөргә, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһарға насип булыр.
Ҡайһы саҡта ғәжәпләнеп иҫләп алам: өлкән ҡыҙым менән ауырлы йөрөгән сағымды, ул үҫкәндәге ҡа­бат­ланмаҫ мәлдәрҙең күбеһен хә­терләмәйем, сөнки гастролдәрҙән ҡайтып кермәй инем. Эш хатта гастролдә лә түгел – ижадҡа мөкиб­бән бирелгән осор булған. Хәйер, за­манында матди ҡыйынлыҡтар ҙа кисерергә тура килде, ә икмәгем йыр һәм сәхнә булғас, башҡа юл ме­нән аҡса эшләй белмәгәс, ул саҡ­та концерттарҙа ҡатнашыуҙан баш тартыу мәғәнәһеҙлек булыр ине.
Ғөмүмән, фәһем алырлыҡ үткән­дәр булмаһа, кеше бөгөнгөһөнөң ҡәҙерен беләме икән? Үҙемә кил­гәндә, Аллаһы Тәғәләгә һәр көнөм өсөн бик рәхмәтлемен. Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙ, әсәлек булмышына өҫтөнлөк биреп, ижади ынтылыштарыма хыянат итмәйенсә, тулы ҡанлы тормош кисерә алыу мөмкинлеге биргән иремә лә ҙур рәхмәт.
Ижад итеүҙән иһә бер ваҡытта ла туҡтағаным юҡ. Репертуарымдың нигеҙен лирик йырҙар тәшкил итһә, хәҙер иғтибарымды күберәк халыҡ йырҙарына йүнәлтәм, сөнки уларҙың моңо мәңгелек үлемһеҙ мәҙәни мираҫ бит ул. Студияға йөрөйөм, яңы йырҙар яҙҙырам, клиптар ҙа төшөрөлөп тора. Әлеге ваҡытта концерт өҫтөндә эшләйем: йола буйынса һәр яҙ тамашасыларыма сағыу, моңло тамаша бүләк итмәксемен (баш ҡалала апрелдә үтәсәк). Унда, репертуарымдың нигеҙен тәшкил иткән билдәле йырҙар менән бер рәттән, халыҡ йырҙары, романстар яңғыраясаҡ, шулай уҡ һәләтле ижадташ дуҫтарым да сығыш яһаясаҡ.
Шамил Шәрипов, Рөстәм Яхин, Салауат Низаметдинов, Алмас Монасипов кеүек замандаш компо­зиторҙарҙың йырҙарын бик яратып башҡарам, шулай уҡ Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов кеүек классик­тарҙың әҫәрҙәре лә репертуарымда бар.
– Атайың менән рухташ, фе­кер­ҙәш булғаныңды, уны бик хөр­мәт иткәнең­де беләм. Ғөмү­мән, ҡа­тын-ҡыҙ тормошта нин­дәй­ҙер уңыш­ҡа өлгәшеүҙә, бе­йек­лектәрҙе яу­лауҙа атайҙар мәктәбенең ролен нисек баһалайһың?
– Ҡыҙ бала атайҙы яҡыныраҡ күрә тигәндәре минең хаҡта әйтел­гәндер ул. Бының сере ябай: әсәйем күберәк донъяуи мәшәҡәттәр менән мәшғүл булып, бала сағымда ижади ынтылыштарымды тейешенсә баһа­лап өлгөрмәгәндер. Ә атайым был йәһәттән күпкә әүҙемерәк ине.
Яҡындарыбыҙ беҙҙе – өс баланы – артыҡ иркәләтеп, шаштырып үҫтермәне, әммә күңелебеҙҙе күреү, тормош юлында юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләү йәһәтенән көсөн-мөмкинлеген йәлләмәне. Атай менән әсәй каникул һайын яҡын-тирәләге ҡалаларға алып бара, тәмлекәстәр менән һыйлай торғайны. Учалы, Мейәс, Силәбе, Златоуст, Магнитогорск ҡалаларында беҙ бармаған музей, парк, иҫтәлекле урын ҡалмағандыр.
Һәр ваҡыт бик күп мал, ҡош-ҡорт аҫранылар, атайым урман эше менән шөғөлләнде һәм әле лә шулай. Йортобоҙҙа техниканың төрлөһө бар, барыбыҙ ҙа үҫмер саҡтан ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт­тәренә күнегеп үҫтек. Үткән быуат­тың тынғыһыҙ, ҡатмарлы туҡһа­нынсы йылдарында тап техника, мал-тыуар беҙҙең ғаиләне көрсөктән ҡотҡарҙы тиһәң дә була.
Бер йыл 16 йәшлек Алмас ағайым йәй буйы баш күтәрмәй тракторҙа эшләне, үҙенә ул ваҡыттағы иң затлы техник яңылыҡ – видеокамера алам тигән маҡсат ҡуйҙы. Әммә музыка менән етди шөғөлләнә башлағанды күреп, атайым менән әсәйем тәүҙә миңә синтезатор һатып алырға ҡарар итте. Иң “бай” кеше – ағайым. Уға, үҙе эшләп алған аҡсаһын биреүҙән бигерәк, хыялынан баш тартыу ҡыйыныраҡ булғандыр, мәгәр килә­сәктә был музыка ҡоралы миңә бик ярҙам итте. Алмас ағайым алдында үҙемде бик тә ғәйепле тойғаным иҫтә. Әле шул ваҡыттарҙа уҡ хыяллана торғайным: эй, Аллам, миңә үҫкәс уңышлы кеше булырлыҡ, яҡындарыма ярҙам итә алырлыҡ мөмкинлектәр бир, тип. Шөкөр, йылдар үткәс, иң яҡын кешеләремдең хыялдарын тормошҡа ашыра алыуыма шатмын. Нисә йәштә лә, хатта үҙем әсәй булғас та, атайым менән әсәйемдең хәйер-фатихаһына таянып көн итеү – үҙе бер ҡыуаныс. Ғөмүмән, үҙ-ара йылы, мөхәббәтле мөнәсәбәттәре менән күңелемдә ғаилә ҡиммәттәренә инаныу тәрбиә­ләгән, бәхетле, матур бала саҡ бүләк иткән өсөн уларға бик рәхмәтлемен.
– Ҡайһы саҡта яҙмыш юлында осрап, еңеү һәм еңелеүҙәрҙән торған тормошто үҙгәртеп ебәр­гән, хәл иткес роль уйнаған шәхестәр ҙә була...
– Алтынсы класта уҡығанда атайымдың апаһы Роза мине, тә­үәк­кәлләп, ике ауыл аша урын­лашҡан Комсомол ауылына, музыка мәктәбенә алып барҙы: “Сәхнә өсөн тыуғанһың – өйрән”. Уҡыу йылы башлан­ғайны инде. Мәктәп директоры Рәмзиә Зарипова, һәләтемде баһалап, ҡалырға рөхсәт итте. 11-се класты тамамлағансы, аҙна­һына ике тапҡыр күрше ауыл юлын тапаным, Илшат Ғарипов етәк­се­легендәге баян класында шөғөл­ләндем. Тап ошо йылдарҙа район, республика кимәлендәге йыр-моң бәйгеләрендә ҡатнашып, маҡтау­лы урындар яуланым, тәүге тапҡыр Учалы телевидениеһына төшкәнем дә иҫтә ҡалған.
Сығарылыш класында уҡығанда “Баш­ҡортостан йондоҙсоҡтары” тип аталған абруйлы республика конкурсында, уҡытыу­сым Илшат Ғари­повтың “Әсәй” йырын башҡарып, беренсе урынды алдым, ә Баймаҡтан килгән моңло тауышлы Марсель Ҡотоев Гран-приға лайыҡ булды. Әйт­кәндәй, Марсель менән әле лә ара­ла­шабыҙ, ул – ижадташ дуҫта­рымдың береһе.
Ижади тормошомда шулай уҡ әһәмиәтле роль уйнаған кешеләрҙең береһе – Альберт Рәхимов, Мейәс ҡалаһының “Уралым” башҡорт халыҡ ансамбле етәксеһе, рухлы-моңло кеше ине (хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде).
Эш былай: үҫмер саҡта йыш ҡына һабантуйҙарҙа сығыш яһай инем. Атайым алып бара, һәүәҫкәрҙәрҙең сираты еткәнсе, сәхнә артында көтәбеҙ. Мин йырсы-бейеүселәрҙең сығышын күҙәтеп, баһалап ултырам, ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе күңелгә һеңдерәм. Сәнғәт иле тылсымлы донъялай тойола, шуға ниндәйҙер ҡағылышым булыуы ҡанат ҡуя...
Шулай итеп, бер йыл Мейәс ҡа­лаһындағы һабантуйға килдек. Альберт ағай миңә сығыш яһау форсаты бирҙе, йырлауымды бик оҡ­шатты. “Беҙҙең ансамблдә ҡатна­шыр­ға саҡырам, репетицияларға йөрөрһөң, оҫталығыңды камиллаш­тырырһың”, – тине. Мәктәпте тамамлағансы, шаршамбы һайын 50 саҡрым ара үтеп, Мейәскә бара инем, данлыҡлы ансамбль ағзалары менән эшләп, аралашып, илһамланып ҡайта инем. Тағы Алмас ағайыма рәхмәт – ул тоғро юлдашым булды, бер һүҙһеҙ Мейәскә алып барып, алып ҡайтып йөрөнө.
Илсеғол мәктәбендә физкультуранан уҡытҡан Заур Рамаҙановты ла телгә алмайынса булмай. Балаларҙы яратҡан, һәр ҡайһы­һының күңелендә спортҡа һөйөү уята алған шәп уҡытыусы ул. Уның етәкселегендә еңел атлетика менән шөғөлләндем, район бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай торғайным. Уныһынан бигерәк, спортҡа һөйөү миндә ныҡыш­малылыҡ, маҡсатлылыҡ, түҙемлек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләне. Әле лә спортҡа бик ыңғай ҡараштамын, ваҡыт табып шөғөлләнергә тырышам, көйәрмән булараҡ, хоккей, волейбол, баскетбол командалары сығыштарын ҡарайым.
Өфә сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, мөмкинлектәремә шикләнеп ҡараған, йырсы яҙмышыма ышан­маған кешеләр ҙә булды. Хәҙер булһа, бәлки, күңелемә ул тиклем ауыр алмаҫ инем... Әле генә атай-әсәйҙең иркә ҡосағынан сығып киткән балаға ҡыйыныраҡҡа тура килгән­дер. Ошондай минуттарҙа ауылдашым, билдәле йырсы Вилдан Яруллин, остазым, уҡытыусым Әлфиә Мәсәлимова киләсә­гем­дә шиклә­нерлек бер генә урын да ҡал­дырманы, “Айгөл, эшлә, булды­раһың!” тип йылы һүҙен, хәстәрен йәлләмәне.
2002 йылдың йәйендә яҙмы­шымды тулыһынса үҙгәрткән хәл булды. Танылған йырсы Салауат Фәтхетдинов үҙенең төркөмөнә башҡарыусылар йыйырға тип Өфөгә килгәйне, тыңлауҙарға осраҡлы ғына эләгеп, һайлап алыу һынауын үттем дә ҡуйҙым. Иң тәүҙә атайым менән әсә­йем­дең ризалығын һораным, сөнки училищелағы уҡыуҙы таш­ларға, бөтөнләй икенсе тормош башларға кәрәк ине. Унан һуң уҡытыусым Әлфиә Мәсәлимоваға бар­ҙым. Мине ҡосаҡлап, бер аҙ моңһоу­ланып та алды, әммә фатихаһын бирҙе.
Шулай итеп, тормошомда Ҡазан осоро башланды, шул йылдың 8 авгусында Салауат Фәтхетдинов менән тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡтым. Уның менән эшләгән йылдарҙы һағынып иҫкә алам. Моңло тауышлы йырсы булыу менән бер рәттән, ифрат шәп ойоштороусы, урынлы итеп тәнҡит һүҙен еткерә алған, маҡтай ҙа белгән уҡытыусым ул. Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында ул етәкселек иткән курсты тамамланым. Ошо уҡыу йортонда вокал оҫталығына өйрәтеүсе уҡы­тыусым Рима Ибраһимоваға ла рәхмәтлемен: ижад юлында үҙ йүнәлешемде табырға ярҙам итеүсе, Хоҙай Тәғәлә биргән моңдо тамашасы күңеленә түкмәй-сәсмәй еткерергә өйрәтеүсе педагог ул.
Өфөлә лә ихлас аралашҡан, бер-беребеҙгә серҙәш һәм арҡаҙаш булып йәшәгән яҡын кешеләрем күп. Ғөмүмән, кешегә кеше кәрәк, һәр кем үҙ булмышы, донъяға ҡарашы, ынтылыштары менән һинең тормо­шоңдо байытырға, сағыуландырырға һәләтле, тип иҫәпләйем.
– Хәҙер реклама заманы. Үҙеңде күрһәтергә, хатта ижадты ла аудиторияға тәҡдим итә бе­лер­гә, кәрәкме-кәрәкмәйме, иғти­бар үҙәгендә булыу зарур. Ошо фекер менән килешәһеңме?
– Һәр ғәмәлдә сама кәрәк, ижадта ла сифат мөһим, шуға күрә яраған һәм ярамаған ысулдар менән тамаша­сыларҙың хәтерен яңыртып тороуҙы, ижад урынына шәхси тормошҡа ҡағылышлы йә иһә башҡа төрлө мәғлүмәттәр менән иғтибар үҙәгендә булыуҙы хуп күрмәйем. Халыҡ яратып тыңлаған йырҙарым бар һәм буласаҡ, Алла бирһә. Ижадыма табынған, концерттарыма йөрөгән, клиптарымды ҡараған тамашасыларыма бик рәхмәтлемен. көтөп ҡалам.

  • Гүзәлиә БАЛТАБЕВА.
  • Архив, 2015 йыл.
Автор:
Читайте нас: