Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
24 Июнь 2022, 09:07

Йомарт дуҫым бар! Юмореска Айнур АҠЫЛОВ

Әйткәндәй, бөгөн хеҙмәттәшебеҙ Айнур Аҡыловтың тыуған көнө. Айнур Миҙхәт улын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. 

Йомарт дуҫым бар! Юмореска   Айнур АҠЫЛОВ
Йомарт дуҫым бар! Юмореска Айнур АҠЫЛОВ

Ошо сервисҡа бер керһәң, тиҙ генә сығырмын тимә. Яңы йыл алдынан районға ҡайтып килергә булғас, машинаны ҡараштырырға ингәйнем, аптыраттылар. Йә уныһы кәрәк, йә быныһын алмаштырырға, тиҙәр. Магазинға запчасть артынан юртып ҡына өлгөр. Ишшеү етмәһә, йән көйҙөрөп, бер туҡтауһыҙ телефон сырылдай. Ахырҙа, бушаған арала түш кеҫәһендәге телефонға үрелдем. Ауылдашым Алмас икән. Әллә хәл һорашты, әллә юҡ, уның:

– Ни эшләп алмайһың ул?! Бәлки, минең менән берәй хәл булғандыр! Бәлки, мине үлтерергә йыйыналарҙыр! – тигән тауышы ишетелде.
– Берәй хәл булдымы әллә? – тинем борсолоп.
– Булыуын булманы ла. Шулай ҙа шәптән түгел. Мине хужам йәшәгән фатирҙан ҡыуа.
Ошо ыжғыр буранда ҡайҙа бара алам, ә? Бынан һин генә ҡотҡара алаһың.
– Шунан, мин нимә эшләй алам?
– Яңы йылға тиклем биш мең һум биреп торһаң, бөтәһе лә окей буласаҡ. Сәғит, һиңә былай ҙа бурысым бар, беләм, шулай ҙа һинән һорамай кемдән һорайым инде. Үҙең беләһең, фатирға түләргә 5 мең һум етмәй. Төшкә тиклем түләмәһәм, хужаһы ҡыуам, тине. Зинһар, картаға һал инде. Аҙаҡ арттырып түләйем.

Ауылдашымдың быға тиклем дә әллә нисә тапҡыр аҡса һорап, алған һайын арттырып бирәм тигән бурысы шаҡтай йыйылды инде. Йә телефонына 200 һум һалырға кәрәк, йә салбар алырға аҡсаһы етмәй. Ҡапыл дуҫтары килеп төшһә лә, мин иҫенә төшәм.

– Уйй, үҙем машинаның хаҡы күпмегә төшөр икәнен дә белмәйем бит.
– Һиндә лә аҡса булмаһа. Себерҙән тоҡлап аҡса алып ҡайтманыңмы ни? Хәйләләшмә! Теге ваҡыт Өфөлә фатир алдым, ти инең. Аҡсаһыҙ кешегә фатир бирәләрҙер шул. Шул биш мең
һум нимә генә инде! Шунан ғына уҡаң ҡойолмаҫ!

Ул арала машина ремонтлаусы йәһәт кенә икенсе запчасты табып килтерергә ҡушты.
Ҡапылда нимә тип әйтергә лә белмәй:
– Ярай, аҙағыраҡ һөйләшербеҙ, – тип телефонды һүндерҙем. Үҙем тағы ҡала буйлап саптым. Әммә кәрәк әйбер күршеләге магазинда ла табылманы, икенсеһендә лә юҡ. Ә телефоным, былай ҙа булмаған кәйефте ҡырып, һаман сырылдай бирҙе. Төш ауыуға машинамды саҡ сервистан алып сыҡтым. Алмастан былай ғына ҡотолоп булмаҫ! Һораған аҡсаны күсерҙем.
...Өйҙә Яңы йыл кәйефе. Бөтәбеҙ йүгереп йөрөп табын әҙерләйбеҙ. Шул мәл телефоным шылтыраны. Унда Алмастың исеме күренде. Байрам менән ҡотларға теләйҙер тигән өмөт
менән телефонды алһам, дуҫымда байрам да,
ҡотлау ҡайғыһы ла юҡ.
– Ваҡытыңды алып тормайым, бәләкәс кенә йомош менән шылтырата инем. Теге ваҡыт һин биргән аҡса етмәгәс, микрозаймдан алғайным. Ваҡыты үтеп киткән, суд приставтарынан ҡағыҙ килгән. Шунан ҡотолоп ҡуяйым тигәйнем. Ҡотҡарһаң, һин генә ҡотҡара алаһың. Биш мең һум аҡса биреп тор инде. Һиңә былай ҙа бирәһем бар. Ярай, проценты менән арттырып түләрмен. Бер бөгөн йәшәмәйбеҙ бит. Минең дә һиңә кәрәгем булыр әле.

Һөйләшеү һуңында йомарт дуҫымдың тауышы өҙөлдө. Уны йәлләүҙән үҙемә лә ҡыйын булып китте. Ошондай ваҡытта уға аҡса юҡ тип әйтеү ояттың-ояты булыр ине. Ҡатынымдан йәшереп булһа ла һораған сумманы күсерҙем. Йә үҙен ябып ҡуйырҙар! Аҙаҡ йөҙөнә нисек ҡарармын?!

Бына шундай йомарт дуҫым бар минең! Тик бурысын арттырып түгел, ә алғанын кире ҡайтарып биреүенә, ай-һай, ышаныуы ауыр...

Автор:
Читайте нас: