Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
26 Июнь 2022, 17:50

Рифат Йәмлихин тыуған көнөн билдәләй

Йырсыны ғүмер байрамы менән ҡотлап, барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Рифат  Йәмлихин тыуған көнөн билдәләй
Рифат Йәмлихин тыуған көнөн билдәләй

“Яратҡан эшегеҙҙе башҡарығыҙ!”

Рифат ЙӘМЛИХИН – Баймаҡ районы егете. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәнде үҙ миҫалында танытып йәшәгән алдынғы йәштәребеҙҙең береһе ул. Рифатты бөгөн йырсы, ҡурайсы, алып барыусы, журналист, бихисап йырҙар авторы булараҡ беләләр. Алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйған, һәр ваҡыт үҫешкә ынтылған талантлы егет – бөгөнгө һаныбыҙҙың “Йома ҡунағы”.

– Рифат, әйҙә, әңгәмәне һин тыуып үҫкән төбәккә, һинең бала саҡҡа сәйәхәттән башлайыҡ. Яҡташ икәнлегеңде – бәрәкәтле Баймаҡ еренән булыуыңды беләм, шулай ҙа гәзит уҡыусыларҙы яҡынданыраҡ таныштырып үт әле: ниндәй ғаиләлә тәрбиәләндең?

– Мин 1988 йылдың йәйендә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында тыуғанмын. Беҙҙең төбәктә тырыш, татыу, бик әүҙем халыҡ йәшәй. Ауылыбыҙ тәбиғәттең хозур мөйөшөндә урынлашҡан, уны өс тау – Суҡташ, Сағылтау, Ҡалтаташ ҡаяһы уратып алған. Ауылыбыҙҙың тарихы бай, беҙҙең төбәк данлыҡлы Алдар батыр эҙҙәрен һаҡлай. Бала һәм үҫмер саҡтар Әтекәй шишмәһе, йәмле Әмәндәк йылғаһы буйында үтте. Киске усаҡ янында гитара сиртеп, йырҙар йырлап ултырған мәлдәр кисә генә булған кеүек...

Ә инде ғаиләбеҙгә килгәндә, атайым да, әсәйем дә ошо ауылдан. Өс бала – ағайым, һеңлем һәм мин үҫтек. Атайым – урмансы, мин бала саҡтан уға эйәреп урманға йөрөргә, тәбиғәттәге иҫ киткес гармонияға ҡоролған тормошто күҙәтергә яраттым.

– Йыр-моңға һәләт кемдән күскән? Ғаиләгеҙҙә һинән башҡа йырлаусылар бармы? Сәхнәгә юл нисек башланды?

– Йыр-моң яратыуым гүзәл тыуған төйәгемдең матурлығынан, уға булған һоҡланыуҙан да яралғандыр, тип уйлайым. Атай-әсәйем дә, туғандарым да – ижади ҡарашлы кешеләр. Әсәйем элегерәк шиғырҙар яҙған, моңло итеп йырлай.

Урта кластарҙа Сибай гимназия-интернатына уҡырға барҙым. Унда үҙемде киңерәк үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр асылды, ижад менән мауығып киттем, гитарала уйнарға өйрәндем. Туғыҙынсынан һуң, 2003 йылда, Сибай сәнғәт колледжының ҡурай бүлегенә уҡырға индем. Уҡытыусым Йәмил Салауат улы Үтәбаевҡа, артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтында шулай уҡ ҡурай буйынса белемемде камиллаштырған Фәйез Вилдан улы Шәриповҡа ҙур рәхмәтлемен.

Ә сәхнәгә килгәндә, ул юл бала саҡтан һалынды. Ауылда уҡығанымда музыка уҡытыусыбыҙ Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов үҫмер егеттәрҙән торған “Нуғай” тигән төркөм төҙөгәйне. Ошо төркөм менән ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманыҡ, беҙгә хатта район етәкселеге кейем дә тектереп бирҙе. “Сулпылар” республика телевизион конкурсында Гран-при  яуланыҡ. Әйткәндәй, ҡурайҙа уйнарға өйрәткән тәүге уҡытыусым да Рәил Сәфәрғәле улы булды. Шуға күрә сәхнәгә илткән юлымдың башында тап ошо уҡытыусым һәм ауыл клубы мөдире Алмабикә инәй Шарапова торҙо тип әйтә алам.

Шулай итеп, сәхнәгә йыр менән дә, ҡурай менән дә аяҡ баҫтым, тиергә мөмкин. Сәнғәт колледжында уҡыған саҡта тәүге йырымды яҙҙым.

– Йыр, ҡурай конкурстарында даими ҡатнашып, еңеүҙәр яулауыңды беләбеҙ...

– Эйе, конкурс-бәйгеләрҙә мәктәп йылдарынан әүҙем ҡатнаштым. Яуланған лауреат исемдәре, урындар бик күп. Шулар араһынан күңелгә иң ныҡ уйылған ике еңеүемде генә айырып әйтеп үткем килә.  Тәүгеһе – Октябрьский ҡалаһында үткән Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамында беренсе урынды яулауым, икенсеһе – “Ҡайтауаз” республика йыр конкурсында Гран-приға лайыҡ булыуым.

– Белеүебеҙсә, һин бала саҡтан йырлағанһың, ошо йүнәлештә уҡып, һөнәр алғанһың, ә бөгөн журналистика өлкәһендә – “Һәнәк” журналында эшләп йөрөйһөң. Ни өсөн үҙеңде тулыһынса профессиональ сәнғәткә арнарға теләмәнең?

– Бала саҡтан үҙемде төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарарға, төрлө яҡлап үҫтерергә тырыштым. Башҡорт теленән иншалар яҙыу оҡшай торғайны, хатта республика конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яуларға яҙҙы. Уҡытыусым Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова ошо һәләтемде үҫтереүгә ҙур көс һалды. Шуға күрә ошо йүнәлештә һөнәр һайлау мөмкинлеге лә бар ине. Әммә сәнғәт юлынан китергә ҡарар иттем.

Сәнғәт институтында уҡыған сағымда уҡ “Ҡаруанһарай” төркөмөнә кастинг иғлан ителеүен ишетеп, ҡатнашып ҡараным һәм һынауҙы уңышлы үтеп, төркөмдөң йырсы-ҡурайсыһы булып киттем. Был ансамблдә биш йыл эшләнем. Төрлө тарафтарҙа, республика эсендә бихисап гастролдәрҙә йөрөргә, концерттар ҡуйырға тура килде. Бер мәл ни сәбәптәндер ошо гастроль тормошо оҡшамай башланы. Шулай итеп, сәнғәтте ташлап, ете йыл Себер тарафтарында эшләп алдым. Әммә күңел барыбер ижадҡа тартылды. Ошо осорҙа республиканың матбуғат баҫмалары менән ныҡлап хеҙмәттәшлек итә башланым, мәҡәләләрем “Йәшлек” гәзитендә, “Шоңҡар” журналында күпләп баҫылды. 2018 йылда Себерҙе ташлап, тыуған яҡта төпләнергә ҡарар иттем. “Тамаша” журналына бүлек мөхәррире булып эшкә урынлаштым, сәнғәткә лә кире ҡайттым, яңынан-яңы йырҙар ижад итеүгә тотондом. Тормошомда был аҙымды яһауыма әле лә ныҡ ҡыуанам, сөнки башҡарған эшем оҡшай. Үҙем өсөн бөтөнләй ят тармаҡта эшләп, ижади мөхиттең, шул донъяның миңә ни тиклем яҡын булыуын нығыраҡ аңланым. Был минең үҙ-үҙемә ҡайтыуым кеүек булды. Әлеге ваҡытта “Һәнәк” журналында эшләп йөрөйөм. Ул – минең бала саҡтан яратып уҡыған баҫмам, шуға күрә бар күңелемде биреп ижад итәм, башҡарған хеҙмәтемдән йәм табам.

– Шулай ҙа ошо ике өлкәне – сәнғәт менән журналистиканы сағыштырып ҡарағанда, уларҙың ҡайһыһы күңелеңә нығыраҡ яҡын?

– Икеһе лә берҙәй яҡын, сөнки икеһе лә шул уҡ ижад. Ижад итеүҙән күңелемә ял алам. Аҡса тип яратмаған эшеңде башҡарырға ярамағанын аңланым. Әгәр шөғөлөң оҡшаһа, һиңә күңел ҡәнәғәтлеге килтерһә, Аллаһы Тәғәлә шул эш аша килгән аҡсаның бәрәкәтен дә бирә. Эшемә ҡыуанып барам, мәҡәлә яҙыуҙан, кешеләр менән аралышыуҙан, шиғырҙар, йырҙар ижад итеүҙән, төрлө сараларҙы алып барыуҙан, концерттарҙа ҡатнашыуҙан күңелемә илһам, дәрт алам.

– Йырҙарыңды үҙең генә башҡараһыңмы, әллә ижадташ дуҫтарың менән дә уртаҡлашаһыңмы?

– Күберәк үҙем башҡарырға тырышам, сөнки кисергән хис-тойғоларын кеше үҙе генә бар тулылығында еткерә алалыр, тип уйлайым. Ижадташ дуҫтарым һораһа, әлбиттә, шиғырҙар яҙып бирәм. “Тыуған яҡ”, “Ғүмер йылғам”, “Минең йөрәк”, “Ҡайтығыҙ, китмәгеҙ!”, “Көнләшәм” һәм башҡа йырҙарымды тамашасы яратып ҡабул итте. Улар “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиолары, “Ҡурай”, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша яңғырап тора.

– Бөгөн талантлы йәштәргә, мәҫәлән, шул уҡ сәнғәт өлкәһендә, үҙен танытыу, юл ярыу ауырмы?

– Ул тиклем ауыр тип әйтмәҫ инем. Беҙ бөгөн интернет, мәғлүмәтте таратыуҙың әллә күпме юлдары асыҡ булған заманда йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, ижадсылар үҙҙәренең яңы йырҙарын, клиптарын социаль селтәрҙәрҙә, айырыуса “Инстаграм”да, Уoutube каналында киң тарата. Шулай уҡ “Юлдаш”, “Ашҡаҙар”, “Ҡурай” кеүек каналдарҙың булыуы ла беҙҙең файҙаға, улар аша тәүлек әйләнәһенә тигәндәй башҡортса йыр-моңдар яңғырап тора.

– Ижадта нимәгә нығыраҡ иғтибар бирәһең?

– Минең өсөн йырҙың мәғәнәле булыуы мөһим. Ижади йәштәр өсөн мөмкинлектәрҙең киң булыуын әйтеп үттем, әммә 99 процентҡа аранжировканан торған йырҙарҙы аңлап етмәйем. Минең өсөн йырҙың көйө лә, һүҙҙәре лә күңелгә ятышлы булыуы мөһим. Шуға күрә халыҡ йырҙарын яратам, мин уларҙы рәхәтләнеп, бөтә күңелемде биреп башҡарам. Уларҙың дүрт кенә юлына ла күпме мәғәнә, аҡыл, фәлсәфә һыйған! “Буранбай”, “Сәлимәкәй”, “Зөлхизә”, “Йәмәлекәй” һәм башҡа йырҙар – тотош тарих, үҙе бер айырым ҡисса кеүек бит ул!

Тағы ла мин йыр сәнғәтендә тәбиғи тауыш яҡлымын. Шуға күрә сәнғәт колледжына, артабан институтҡа уҡырға ингәндә аңлы рәүештә вокал йүнәлешен һайламаным. Ниндәйҙер теорияларға таянып ҡуйылған академик тауышҡа эйә булмайынса, Хоҙай биргән тауышы менән йырлаған йырсылар күңелемә нығыраҡ яҡын. Был – минең шәхси фекерем, әлбиттә.

– Ғаилә хәлең? Үҙең журналист, йырсы, алып барыусы... Ғаиләңә, ял итергә ваҡытың ҡаламы?

– Ғаиләм менән бәхетлемен. Кәләшем дә йыр-моңға ғашиҡ кеше, минең кеүек ул да халыҡ йырҙарын ярата. Хәләл ефетем миңә һәр йәһәттән ярҙам итә, кәңәш бирә, яңы йырҙарымдың тәүге тыңлаусыһы ла, тәнҡитсеһе лә ул. Ваҡытты дөрөҫ бүлһәң, уның ҡәҙерен белһәң, күп нәмәгә өлгәшергә лә, өлгөрөргә лә мөмкин.

– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рифат! Һиңә киләсәктә лә һәр йәһәттән уңыштар юлдаш булһын!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.

Фото: Р. Йәмлихиндың шәхси архивынан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: