+21 °С
Болотло


"Кем ул Айҙар Латипов? Үҙе шул тиклем талантлы бала, моңло йырлай. Уның йырҙарын кинәнеп тыңлайым. Ә үҙе тураһында бер ҡайҙа яҙғандары юҡ. Зинһар, йырсы хаҡында яҙығыҙ әле". Редакцияға шундай йөкмәткеле хат килгәс, йырсы хаҡында түбәндәге мәғлүмәтте алдыҡ. "Мин Ишембай районы Янурус ауылынан булам. 1989 йылғымын. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә эшләп йөрөйөм. Буш ваҡыттарымда йырҙар ижад итәм", - тигән Айҙар.
Уңыштар һиңә, Айҙар!