Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
13 Август 2022, 14:00

Атай эҙенән үҙ юлы менән...

Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәй, бәләкәйҙән спортты үҙ иткән Илнур Ринат улы Шәйәхмәтов мәктәпте тамамлағас кем булырға, ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау менән башын ҡатырмай. Оҙаҡ йылдар Сәйетбаба урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән атаһының һөнәрен һайлап, ул хаҡлы ялға туҡтағас уға алмашҡа килгән.

Атай эҙенән  үҙ юлы менән...
Атай эҙенән үҙ юлы менән...

Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәй, бәләкәйҙән спортты үҙ иткән Илнур Ринат улы Шәйәхмәтов мәктәпте тамамлағас кем булырға, ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау менән башын ҡатырмай. Оҙаҡ йылдар Сәйетбаба урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән атаһының һөнәрен һайлап, ул хаҡлы ялға туҡтағас уға алмашҡа килгән.

Спортты үҙ иткән кешеләр маҡсатлы, алға ынтылыусан көслө булалар, физик күнекмәләр кешенең тышҡы ҡиәфәтен дә яҡшырта, буй-һынын да матурлай. Илнур Ринат улы кеше сәләмәтлеге өсөн файҙалы ошо һөнәрҙе үҙ итеүенә һис үкенмәй. Бөгөн уҡыусыларында ла спортҡа ҡарата һөйөү уятып, уның файҙаһы сикһеҙ икәнен, рух көсө, ныҡышмалылыҡ, ауырлыҡтарға баш эймәү, хәҙерге заманда үҙ-үҙеңә ышаныусанлыҡ сифаттары күберәк спорт күнекмәләре, физкультура дәрестәре аша тәрбиәләнеүен төшөндөрә.
Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы физик культура институтына уҡырға инә. Төрлө күнекмәләргә йөрөп, ошо уҡыу йортонда биш йыл уҡып диплом алғас, Сәйетбаба мәктәбенә уҡытырға ҡайта. Башта тренер булып эшләп ҡарай, бер йылдан һуң уҡытыуға күсә. Бәләкәйҙән йүгерергә яратҡан егет, спорттың ошо төрө буйынса ныҡлап шөғөлләнә. Волейбол, футболда ла яратып уйнай. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә еңел атлетика буйынса күнекмәләр алып бара. Уҡыусыларын төрлө ярыштарға йөрөтөп, күп призлы урындар ҙа алғандар. Уларҙы һанап осона сығырлыҡ түгел, әле шуларҙың һуңғыларынан Нефтекама ҡалаһында малайҙар төркөмө йүгереү буйынса икенсе урынды алған. Үҙ эшен яратып, күңел һалып башҡара Илнур Ринат улы. Үҙенең эшләү осоронда ҙур тәжрибә туплап, юғары категорияға эйә булған.
Илнур Шәйәхмәтов яратҡан эше менән генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле. Тормош иптәше Регина Шәфҡәт ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Исламға көҙгә 12 йәш тулһа, Әминә быйыл 1-се класҡа барасаҡ. Улар ҙа атаһы менән бергә саңғыла йөрөргә, йүгерергә, ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә яраталар. Күркәм ғаиләлә тәрбиәләнгән Илнур буш ваҡытында яҡын ғына йәшәгән ата-әсәһенә ярҙамлашып, бал ҡорттары ҡараша, атаһы Ринат Мөтиғулла улынан яратҡан һөнәре һәм шөғөлө буйынса кәңәштәр ала.
- Балаларҙы төрлөсә дәртләндереп, күберәк спортҡа йәлеп итәһе килә. Хәҙер телефондан, компьютерҙан айырыла алмаған балаларға айырым иғтибар бүлеп, иң мөһиме һаулыҡ икәнен төшөндөрөргә тырышам, - ти физкультура уҡытыусыһы Илнур Ринат улы.
Физкультурниктар көнө уңайынан үҙ эшенә ғашиҡ Илнур Ринат улын ҡотлап, алда ла ҙур еңеүҙәр насип булыуын, ғаиләһендә һәм эшендә уңыштар, күтәренке кәйеф теләп ҡалабыҙ.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.

 

Автор:
Читайте нас: