Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
18 Август 2022, 19:35

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре

Сорғот ҡалаһына барып урынлашҡас, һөнәре буйынса икмәк заводына эшкә урынлаша. Буласаҡ йәре менән дә ошонда таныша. Йылайыр районының Матрай ауылы егете Ғәзиз Эльвиранан бер йыл самаһы элек унда барып эшкә урынлашҡан була.

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре

Күҙҙең яуын алып, тирә-яҡҡа хуш еҫ таратҡан гөлләмәләр алырға ла, бүләк итергә лә барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Тик өҙөлгән сәскәләрҙең ғүмере һынаулы ғына шул. Күпме тәрбиәләһәң дә, улар менән бер нисә көндән хушлашырға тура килә. Әммә бөгөнгө көндә оҫта ҡуллы замандаштарыбыҙ тарафынан флористика өлкәһендә лә ҙур үҙгәрештәр бар. Гөлләмәнең файҙалы ла, тәмле лә булыу серҙәрен уларҙы эшләүсе Эльвира ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА белә.

Осор ҡанаттары ныҡ булһын өсөн...

Ҡул эштәренә маһир йәштәр менән танышҡан һайын, уларҙың барыһы ла эҙләнеүсән, тырыш, маҡсатлы булыуҙары холоҡтарында иң күркәм сифаттарҙың береһе икәнлеге хаҡында аңлайһың. Эльвира ла шундай шәп йәштәребеҙҙең береһе. Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында тыуған ҡыҙ мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Уҡыусы сағында фортепианола уйнарға өйрәнә, махсус белем ала. Ғөмүмән, Эльвира үҫкән ғаиләлә баланы йәштән төрлө яҡлап үҫтереү, осҡан сағында ҡанаттары ныҡ булһын өсөн ата-әсәһе ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәй. Ислам Ҡазихан улы менән Дания Юлай ҡыҙы Тимербулатовтар өс ҡыҙын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереүҙе үҙҙәренең төп бурыстары итеп һанайҙар. Әлеге ваҡытта оло ҡыҙҙары Айгөл Өфөлә бухгалтер булып эшләй, бачата, кизомба кеүек Латин Америкаһы бөйөүҙәре менән ихлас шөғөлләнә. Эльвираның һеңлеһе Ынйы иһә яҡшы уҡыуы, төрлө яҡлап үҙен өлгөр, тырыш ҡыҙ итеп күрһәтеүе менән ата-әсәһен һөйөндөрә.

Эльвираның артабанғы яҙмышы БДАУ менән бәйләнә. Ҡамыр аштарының тәмле, файҙалы, уңып бешеүенең серҙәрен өйрәнер өсөн технолог һөнәрен һайлай. Бында ла үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Магистратураны ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Шаулы, дәртле студент йылдарының бер көнөн дә бушҡа сарыф итмәҫкә тырыша ул. Үҙендә булған һәләттәрҙе асыу-үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Һөнәрле кеше – ҡораллы, тигән әйтемдең дөрөҫ икәнлегенә йәштән ныҡлап аңлай. Бейергә яратҡан ҡыҙ көнсығыш бейеүҙәре түңәрәгендә  шөғөлләнә. Университет эсендә уҙғарылған сараларҙың биҙәгенә әйләнә. Юғары уҡыу йорто белеменә эйә булғанда, киләсәктә көнсығыш бейеүҙәр йүнәлешендә эшләй аласаҡ специалист танытмаһын да ала.

Ҡунаҡҡа ғына бара

Сер түгел, бөгөнгө көндә үҙ һөнәрен яҡшы белгән, белемле йәштәребеҙҙең күебеһе ситтә эшләй. Себерҙә һәр икенсе кеше башҡорт, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Берәүҙәр, финанс яҡтан әҙерәк нығынып алғансы ваҡытлыса эшләп-йәшәп ҡайта. Икенселәр, үҙебеҙҙә ғаилә ҡороп, вахта ысулы менән эшләүҙе хуп күрә. Өсөнсөләр шунда төпләнеп ҡала. Эльвира һуңғы курста уҡығанда был турала уйлана башлай. Әлбиттә, таныштарың, туғандарың унда булмаһа, ҡапыл ғына сығып китеүе лә еңелдән түгел. Кисәге тәжрибәһеҙ студентты сит ерҙә берәүҙең дә ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмаясағы ла билдәле. Эльвираның сит мөхит менән танышлығы туғандарына ҡунаҡҡа барыуҙан башлана.

– Ҡулыма диплом алғас, оҡшаһа ҡалырмын, юҡ икән мине берәү ҙә көсләп тотмай, тип Сорғот ҡалаһына юлландым. Өфөгә ҡарағанда бәләкәй булһа ла, таҙалығы, йәшеллеге менән күңелемә хуш килде. Халҡы ла ихлас, ярҙамсыл, – ти Эльвира сит ҡала менән танышҡан мәлдәрен иҫләп. – Сит ерҙә туғанлыҡ ептәре лә нығына, бер-беребеҙгә терәк булырға кәрәклеге хаҡында нығыраҡ аңлайһың. Милләттәштәребеҙ был төбәктә күп булғас, йыл һайын милли байрамдарыбыҙҙың береһе һабантуй уҙғарыла. Башҡорт, татар фольклор ансамблдәре бар. Ике туғандаш халыҡтың йырсылары концерт менән йыш киләләр, дискотекалар уҙғаралар. Йәштәргә, бигерәк тә шунда тыуып-үҫкән милләттәштәргә, был йәһәттән үҙ туған телен белергә, аралашырға бар мөмкинселектәр ҙә бар.

Сорғот ҡалаһына барып урынлашҡас, һөнәре буйынса икмәк заводына эшкә урынлаша. Буласаҡ йәре менән дә ошонда таныша. Йылайыр районының Матрай ауылы егете Ғәзиз Эльвиранан бер йыл самаһы элек унда барып эшкә урынлашҡан була.

Йәш ғаилә Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй. Отпускыларын Баймаҡ менән Йылайыр араһында йөрөп уҙғаралар. Улдары Нуриман тыуып, әсәй кеше декрет отпускыһына сыҡҡас, бала менән иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем бында булалар. Ҡояш ҡайҙа ла бер булһа ла, тыуған яҡта һәр кем өсөн яҡтыраҡ, йылыраҡ яҡтырта шул. Бала үҫкән саҡта олатай-өләсәйҙәрҙең уға биргән күңел йылыһы ла уның киләсәк тормошонда мөһим роль уйнағанын да йәштәр яҡшы аңлай.

Тулыһынса журналдың август һанында уҡырға мөмкин. 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА. 

 

                                                    

 

 

 

                                                        

 

Автор:
Читайте нас: