Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
21 Август 2022, 10:40

Алҡышҡа күмелгән ижад

... Мәктәп сәхнәһендә тамашасыны таң ҡалдырып, оҫта итеп бәләкәй генә малай бейей. Залдағылар гөрләтеп ҡул саба. Ана шулай әле лә алҡыштарға күмелеп ижад итә йырсы, бейеүсе Фәнәғәт Юлмөхәмәтов.

Алҡышҡа күмелгән ижад
Алҡышҡа күмелгән ижад

... Мәктәп сәхнәһендә тамашасыны таң ҡалдырып, оҫта итеп бәләкәй генә малай бейей. Залдағылар гөрләтеп ҡул саба. Ана шулай әле лә алҡыштарға күмелеп ижад итә йырсы, бейеүсе Фәнәғәт Юлмөхәмәтов.

Төрөмбәт урта мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡ уның йыр-бейеүгә маһирлығын тойомлап, әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәфүрә Имаметдин ҡыҙы, улы­ның һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һала. Ул үҙе был осорҙа белем усағында фольклор төркөмө етәксеһе булып эшләй. Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, ха­лыҡ­ҡа күрһәтеү маҡсаты менән янып йөрөгәндә Фәнәғәт яҡын ярҙам­сыһы ғына түгел, ошо сара­лар­ҙың уртаһында йөрөгән һәләтле йырсы, бейеүсе була. Ул өлкән­дәр менән бер рәттән “Йыйын” фольклор төркөмөндә күп тапҡыр район, республика сараларында ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлағас, Стәрле­тамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегенә уҡырға инеп, белемен, талантын камиллаштырып, Фәнәғәт районға ба­лет­мей­стер булып эшкә ҡайта. Концерттар менән республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә сығыш яһай. Талбазы башҡорт гимна­зия­һы уҡыусыларына үҙ оҫталығы серҙәрен өйрәтә.
Тәбиғәте менән ябай, кеше­ләр­гә ҡарата ихтирамлы, яғым­лы, ярҙамсыл кеше ул Фәнәғәт. Сәнғәт кешеһен был сифаттар тағы ла күркәмерәк итә шул.
Төрөмбәт ауылы биләмәһенә ҡараған Игенсе – бөтөп барған төйәктәр исемлегендә. Урман-ҡырҙар менән уратып алынған был ерҙә бер нисә генә йорт ҡалған.
Ҡасандыр Игенсе гөрләп тора. Унда ғүмер иткән Асия менән Камил Заһи­товтарҙың ғаиләһен­дә Дамир исемле сабый тыуа, әммә ул яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм була. Ләкин Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң – малай һәләтле, ҡыйыу фекерле булып үҫә. Бәләкәйҙән үк шиғырҙар ижад итә, йырлай, төр­лө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Өфөләге махсус мәктәп­те алтын миҙалға тамамлай. Юғары белем алырға теләге бик ҙур булһа ла, һаулыҡ мөмкин­легенең сиклелеге туҡтап ҡалырға мәжбүр итә.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен талантлы шәхес итеп кенә түгел, эшһөйәр, киң күңелле, алсаҡ кеше итеп таныта. Уның сығыш­тарынан һуң йәшәүгә дәрт уяна, рух күтәренкелеге арта. Ысын мәғәнәһендә, виртуоз кеше ул Дамир Заһитов. Ҡурай, ҡумыҙ, баян, синтезатор – барыһы ла уның ҡулында моң шишмәһенә әүерелһә, ул ижад иткән йырҙар шул сығанаҡтың дәртле ағышы ла, һағышы ла һымаҡ...
Урыҫ, башҡорт телдәрендә ижад иткән шиғырҙары тормош асылы, тыуған ергә һөйөү, уның киләсәге һәм бөгөнгөһө, мөхәб­бәт, заман проблемаларына, ярат­­ҡан улына бағышланған. Дамирҙың күп кенә әҫәре көйгә һалынған. “Ауырғазы” йыры райондың гимны һымаҡ яңғырай. Степановка, Михайловка мәк­тәптәрендә балаларҙы сәнғәт серҙәренә өйрәтә, түңәрәктәр алып бара, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, ижад итә, ошо уҡ ауыл клубтарында художество етәксе­һе булып эшләй. Үҙенең ижад емештәрен дискка яҙҙырып, мәктәп уҡыусыларына, ауылдаштарына бүләк итә.
Мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Дамир За­һитов күп тапҡыр маҡтау ҡағыҙ­ҙары менән бүләкләнә. Шулай ҙа яратҡан, уны аңлаған тамашасылары булыуы – егет өсөн иң ҙур ҡыуаныс. Былтыр аншлаг менән үткән ижад кисәһе шул хаҡта һөйләй.
Әле ул электроника, компьютер технологиялары менән ҡы­ҙыҡ­һына, үҙен яңы программалар төҙөү йәһәтенән һынап ҡа­рай. Социаль селтәрҙәрҙә ижад емеш­тәре менән уртаҡлаша, уның бында шиғырҙары, ҡурай моң­дары урын алған.

Минира БИКӘНӘСОВА.

Ауырғазы районы. Архив.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: