Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
28 Август 2022, 11:50

Еректең егәрле, елле егете

Киң урам осонан һәлмәк аҙымдар менән ышаныслы атлап берәү килә. Һын ҡиәфәтенә, ҡулына тотҡан еңел папкаһына ҡарағанда түрә икәнлеге әллә ҡайҙан күренә. Ул килә бирә лә, йән-яғындағы үтеп барған кешеләр менән йә баш ҡағып, йә гөрһөлдәп торған ҡалын тауышы менән ихлас һаулыҡ һораша. Бына ул район хакимиәте бинаһына етәрәк туҡталды ла, бер аҙ уйланып торҙо.

Еректең егәрле, елле егете
Еректең егәрле, елле егете

Эйе, хәстәрлектәре етерлек шул уның. Район Советы депутаттарының ултырышы яҡынлаша, шуға ла район хакимиәте башлығына инеп ҡайһы бер мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, унан район Советы секретары менән даими комиссияларҙа ҡараласаҡ мәсьәләләрҙе тағы ла бер тапҡыр барлап сығырға кәрәк. Даими комиссиялар эшен әҙ генә күҙ уңынан ысҡындырҙыңмы, бөтөнләй икенсе ҡарар ҡабул итеп ҡуйыуҙары бар, шуға ла һәр саҡ уларҙың эшен контролдә тоторға тырыша. Һуңғы арала милли-мәҙәни ойошмалар, тел мәсьәләһенә лә иғтибар арта. Районда башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ статусын күтәреү, рәсми булмаған терминология комиссияһының эшен яҡшыртыу буйынса ра-йон башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышын уҙғарып алырға кәрәк. Бының араһында әле бер, әле икенсе ауылда уҙғарылған урам, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарында ҡатнашыу, һәр береһенә сығыш, бүләк әҙерләү мәшәҡәттәрен өҫтәһәң, бер үк кешегә байтаҡ булып китә шул. Былары әле йәмәғәт эштәренең бер өлөшө генә. Уның араһында төп эше лә бар бит әле. Райондағы барлыҡ малсылыҡ ҡураларының ҡышҡа әҙерлеге өсөн дә ул яуаплы. Һәр баш мал, һәр ҡош-ҡортҡа үҙ ваҡытында төрлө ауырыуҙарға ҡаршы бер нисә тапҡыр прививка эшләтеү ҙә уның иңендә. Төрлө йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн профилактик эш алып барыу төп эш һөҙөмтәләренең береһе булып тора. Был йәһәттән борсолорға әллә ни урыны юҡ кеүек. Һуңғы бер нисә йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса ғына алғанда ла, йыл һайын мал башына ҡарата 250 мең ветеринар саралар, 90 меңдән ашыу диагностик тикшереүҙәр уҙғарылған, ветеринар-санитар лаборатория тарафынан 980 экспертиза эшләнгән, “Меркурий” системаһы аша 18 меңдән ашыу оҙатыу документтары әҙерләнгән. Был һандар артында бит көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт ятҡанын үҙе эшләп ҡараған кеше генә белә, нисәмә ветеринар участка араһында рес-публикала алдынғылар рәтендә булыу өсөн икеләтә тырышлыҡ кәрәк бит. Бына ошондай хәстәрлектәр менән янып йәшәй ҙә инде бөгөнгө геройыбыҙ. Эйе, фотоһүрәтен күрмәйенсә лә танығанһығыҙҙыр, унан башҡа бер иңенә “өс ҡамыт” кейгән етәксе районда әлегә юҡ.
Фаил Зәйнетдинов 1962 йылдың йәмле август айында Ерек ауылында Сания менән Һәҙиәт Зәйнетдиновтарҙың алты балалы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Уның тормош юлы тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай. Тыуған ауылында башланғыс мәктәптән һуң Яугилде һигеҙ йыллыҡ, Бурлы урта мәктәптәрендә белем ала, ике йыл әрме хеҙмәтендә була. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң бәләкәйҙән мал яратҡан, “Ленинизм” колхозында һарыҡ көтөүсе булып эшләгән атаһына эйәреп мал бағышып үҫкән егет, уҡыуын ҡайҙа дауам итергә икән тип уйланып тормай, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына документтарын тапшыра. Ҡулына диплом алған йәш белгес 1984 йылда ул ваҡытта районда иң эре хужалыҡтарҙың береһе булған “Ғафури” совхозының Табын бүлексәһендә эш башлай. Ябай ветеринарҙан алып баш ветеринар дәрәжәһенә күтәрелә. Үҙгәртеп ҡороу елдәре башланғас, 1990 йылда бер ни тик-
лем “Ғафури” совхозының партком секретары ла булып эшләп ала. 1993 йылда ул Ғафури ветеринария станцияһының Табын ветеринар участкаһы мөдире, 2011 йылда иһә Ғафури ветеринария станцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Ошо йылдар арауығында ул үҙ белемен камиллаштырыу өҫтөндә лә эшләй. 1990 йылда ситтән тороп белем алып Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында зоотехник, 2006 йылда иһә Башҡорт дәүләт аграр университетында “Ветеринар табип” һөнәре алып сыға. Ошо йылдар арауығында ул үҙ эшенең барлыҡ нескәлектәрен белгән ысын оҫтаға әүерелә. 2016 йылда республикала уҙғарылған “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы еңеүсеһе тип таныла. “Иң яҡшы ветеринар табип”, “Иң яҡшы ветеринар участка мөдире” конкурстарында ла ҡатнашып, призлы урындар алыуы уның үҙ эшенә ныҡлы бирелгәнлеге хаҡында һөйләй.
Эйе, тырыштарҙың, егәрлеләрҙең эшен күрә лә, баһалай ҙа беләләр. Тырыш хеҙмәте өсөн ул бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт Хатына, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың, Ве-
теринария идаралығының, район хакимиәтенең, район Советының Маҡтау грамоталарына лайыҡ була. 2015 йылда иһә уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Төп эшенән тыш йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнауы хаҡында үрҙә яҙып үткәйнем инде. Ул инде бер нисә саҡырылыш Табын ауыл советы депутаты (Березовка ауы-лынан) итеп һайланып килде, 2012 йылдан район Советы депутаты итеп һайлана килә, инде икенсе тапҡыр коллегалары уны район Советы рәйесе итеп һайланы. Тимәк, уға ышаналар, уны хөрмәт итәләр тигән һүҙ.
Район Советы депутаты булараҡ ул һайлаусылары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй, улар менән һәр саҡ осрашып тора, проблемаларын хәл итергә ярҙам итә. 2018 йылда иһә уны район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Был эше лә уға сит-ят түгел, быға тиклем бер нисә йыл ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләгәнлектән, тиҙ арала эштең айышына төшөнөп эшләп алып китте. Әлбиттә, барыһы ла идеаль тип әйтеп булмай, башҡараһы, планлаштырған эштәре бихисап, уларҙы әкренләп торошҡа ашыраһы бар.
Эшенән генә түгел, шәхси тормошонан да уңды Фаил Зәйнетдинов. Тыумышы менән Имәнлек ауылынан булған Фәнирә Сәлимгәрәй ҡыҙы менән татыу ғүмер кисерәләр, икеһе лә йыр-моң яраталар. Фаил Һәҙиәт улы оҫта ойоштороусы, булдыҡлы етәксе булыуы өҫтәүенә шәп гармунсы ла. Фәнирә ханым да яуаплы вазифала, Табын коррекция мәктәбендә нисәмә йылдар директор урынбаҫары булып уңышлы эшләп йөрөй. Оло ҡыҙҙары Әлиә Өфө ҡалаһында республика клиник дауаханаһында табип, кесеһе Розалия шулай уҡ Өфө ҡалаһында һалым органдарында уңышлы эшләп йөрөйҙәр, икеһенең дә үҙ ғаиләләре бар. Фәнирә Сәлимгәрәй ҡыҙы менән Фаил Һәҙиәт улы ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, үҙҙәренең иркен, ҙур йорттарында бәхетле ғүмер кисерәләр. Мал йәнле кеше булараҡ мал аҫрамай тора алмайҙар, ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Юғары вазифа биләп, шул тиклем донъя ҡарап өлгөрөү тик егәрлеләрҙең генә эше. Ә Еректең егәрле егетенә быларҙы башҡарып сығыу бер ни түгел.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: