Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
13 Сентябрь 2022, 13:20

“Мыжып ҡына бер ни эшләп булмай”

Бына әле Айгиз АҪЫЛБӘКОВ атлы егеткә аптырап ултырам. Спорт менән шөғөлләнеп тә, сәс киҫеп тә, вайндар төшөрөп тә, ҡыҙыл диплом да алып өлгөрә.

“Мыжып ҡына бер ни эшләп булмай”
“Мыжып ҡына бер ни эшләп булмай”

Бәғзеләрҙең тәүлегендә 24 кенә түгел, ә 48 сәғәттер, моғайын. Ҡайһы арала, ҡайһы мәлдә барыһына өлгөрәләрҙер, иҫең китер. Әллә төндәрен йоҡламайҙар?.. Бына әле Айгиз АҪЫЛБӘКОВ атлы егеткә аптырап ултырам. Спорт менән шөғөлләнеп тә, сәс киҫеп тә, вайндар төшөрөп тә, ҡыҙыл диплом да алып өлгөрә. “Уның тәүлегендә сәғәттәре күберәк”, — тип, егеттең тырышлығын кәметеп, мыжып ултырыуым да килешмәҫ. Айгиз яуапҡа нимә тип әйтерен беләм: “Мыжып ҡына бер ни эшләп булмай”.

  • Һаумы, Айгиз. Әйҙә башлайыҡ баштан: ҡайһы яҡтарҙан һин?
  •  Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуып үҫтем, әлеге ваҡытта уҡыу, эш сәбәпле Өфөлә йәшәйем.
  • Бик матур ерҙәр...
  • Эйе. Тыуған яғыма һәр ваҡыт һағынып, ашҡынып ҡайтам. Ни өсөндөр, бәләкәй саҡта ғаилә менән Ҡаранйылға ауылына бесән сабырға йөрөү йылы хәтирәләр булып иҫкә төшә. Был күренештең артыҡ үҙенсәлеге юҡ та кеүек, арып, талып йөрөнөк шикелле, нимәһен һағынамдыр? Белмәйем. Бәлки, нәҫелебеҙҙең тыуған яҡтары шулай тәьҫир итәлер.
  • Һине уртаҡ таныштар бик тырыш егет, тип телгә ала. Ҡайҙан килә ул тырышлыҡ?
  • Бында тәрбиә ҙур роль уйнай, минеңсә. Атай-әсәйем, Сәлим һәм Зифа Аҫылбәковтар, мине кеше итеү өсөн бар көстәрен һалды. Атай кеше, әлбиттә, ныҡ булырға, ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә, батыр булырға, эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәтте, әсәйем — уҡыуға, белемгә ынтылырға этәрҙе. Яман ғәҙәттәрҙән араланы. Әлбиттә, уларҙан алған иң оло һабаҡты киләһе әйтем менән еткерергә була: тырышлыҡ ташты ярыр. Уларға ҙур рәхмәт!  
  • Яңыраҡ һин ҡыҙыл дипломлы ла булдың. Ҡотлайым! Ә мәктәптә ниндәй билдәләргә уҡый инең?
  • Рәхмәт! Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә 7 йыл уҡып, артабан Красноусол башҡорт гимназия-интернатына күстем, унда 11-се класты тамамланым. Мәктәптә яҡшы билдәләргә уҡыным. Гел тик “бишле” алырға тырыштым, сәмле уҡыусы булдым.
  • Ә спорт менән мәктәп йылдарынан шөғөлләнәһеңме?
  • Спорт менән бала саҡтан мауығам. Еңел атлетиканан башланым, артабан футбол, волейбол, өҫтәл теннисы, шахмат өҫтәлеп китте. Мәктәп йылдарынан һуң бокс, кикбоксинг. Алған призлы урындар бихисап, һанап тормайым. Шуны ғына әйтәм, быйыл Ушу Саньда буйынса беренсе ирҙәр разряды алдым. Спортҡа һөйөү атай-әсәйемдән, уҡытыусыларымдан һәм, әлбиттә, дуҫтарымдан килде.
  • Ә музыка менән күптән мауығаһыңмы?
  • Эйе. Буш ваҡытта гитарала, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнайым. Ҡурай серҙәренә Байбулдин Илһам ағай өйрәтте, ҡалғандарына үҙ аллы төшөндөм. Ижади азарт уятып, яңы идеялар табырға ярҙам итә улар.
  • Белеүемсә, һин Ҡазанда ла уҡып өлгөргәнһең. Ни өсөн унда ҡалманың? Үкенмәйһеңме?
  • Эйе. 11-се кластан һуң Ҡазан инновацион университетының Юриспруденция бүлегенә уҡырға индем. Беренсе курстың яҙында Башҡортостанға күсергә мөмкинлек бар, тинеләр. Оҙаҡ уйлап тормай Өфөгә ҡайтырға булдым, М. Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, башҡорт филологияһы факультетына, күстем. Юҡ, үкенмәйем. Һәр кешенең үҙ урыны була. Тыуған ерҙең ҡәҙерен ситтә йөрөп белерһең тигәндәй, минең урыным тыуған Башҡортостанымда икәнлеген аңланым.

БДПУ-ның өсөнсө курсында Дәүләт идаралығының бәләкәй академияһына уҡырға индем. Ике йылдан диплом алдым. Унда ла ҡыҙыл диплом булырға тейеш ине, тик сығарылыш квалификация эшен “дүртле”гә  яҡланым.

  • Бер түгел, ике һөнәрле икәнһең. Шәп! Дипломдың төҫө мөһимме, һинеңсә?  “Ҡыҙылын” алыу ауыр булманымы?
  • “Дипломдың төҫө лә, алған билдәләр ҙә мөһим түгел, тәү сиратта белемең булһын. Тик дипломың — ҡыҙыл, алған билдәләрең бишле булһа, яҡшы була”, — тине әсәйем. Аллаға шөкөр, барыһы ла ошо талаптарға тап килеп, ҡыҙыл диплом алыу бәхете тейҙе. Бының өсөн, әлбиттә, тәү сиратта атай-әсәйемә, барлыҡ уҡытыусыларыма, дуҫтарыма, яҡындарыма ҙур рәхмәт. Алған диплом-аттестаттарымда уларҙың өлөшө ҙур.
  • Артабан алған һөнәрҙәрең буйынса эшләргә уйлайһыңмы? Ни өсөн һорайым тигәндә, белеүемсә, һин әле барбершопта эшләйһең.
  • Донъя күрһәтер. Бер төрлө генә яуап ҡайтара алмайым. Ләкин, әлегә ундай пландар юҡ.
  • Шуны бер аҙ аңламай ҡалдым: ике һөнәр алғанһың, әммә береһе буйынса ла эшләргә уйың юҡ. Дипломдарыңдың мәнфәғәте тейерме? Һөнәрҙе яңылыш һайланым тигән уй юҡмы?
  • Байлыҡ дипломдың үҙендә түгел, ә уны алырға тип үтелгән юлда. Диплом минең өсөн — ул бары тик ниндәйҙер бонус. Шуға ла уның мәнфәғәте берәй заман тейер тип түгел, ә тейҙе тип әйтһәң дә була.

Дүртенсе курсҡа тиклем Башҡортостан республикаһының башлығы булам, тип хыяллана инем. Тап шуның өсөн икенсе диплом алыу теләге тыуҙы. Хәүефһеҙлек мендәре барыбер кәрәк, донъя хәлдәрен белеп булмай. Шуға ла, бәлки, барбер эше ялҡытһа, киләһе вазифа Башҡортостан Республикаһының башлығы булыр, Алла бирһә. Һөнәрҙе дөрөҫ һайламаным тигән уй юҡ. Минең 77 төрлө һөнәремдең араһында балҡып торорҙар.

  • Ә ҡасандан алып сәс киҫәһең? Ул өлкәгә нисек барып сыҡтың?
  • Бишенсе курста егет кешегә етмеш ете төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип, барбер шөғөлөн үҙләштерергә булдым. Курстар үттем, эшкә урынлаштым. Сәс киҫеүе оҡшай, эш хаҡы ла Аллаға шөкөр. Артабан ошо йүнәлештә үҫеп, үҙемдең барбершоп асыу хыялы бар.
  • Вайндар менән ҡасан ҡыҙыҡһына башланың? Был күңел талабымы әллә замана артынан ҡыуыумы?
  • Вайн, пародияларҙы карантин ваҡытында төшөрә башланым. Беренсе видеороликты һалғас, сәхифәмдә ҙур ажиотаж булды. Ошо әүҙемлекте оҡшатып, артабан да дауам итергә кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым.
  • Тәжрибә күрһәтеүенсә, вайн төшөргән ҡыҙҙар-егеттәр КВН менән бәйле була. Һин уйнаныңмы?
  • 10-сы кластан башлап КВН уйнайым. "Һарыҡты кем ашаған", "Ауыр бала саҡ", "Һигеҙенсе ырыу” командаларында сығыш яһарға тура килде. Чемпион булған миҙгелдәр ҙә, икенсе, өсөнсө урын алған ваҡыттар ҙа булды. КВН мәктәбе минең үҫешемдә ҙур роль уйнай. Башҡортса шаяртыуы оҡшай. Вайндар, пародиялар төшөргәндә КВН-да йыйған тәжрибә ныҡ ярҙам итә.
  • Кешеләр ижадыңды нисек ҡабул итә?
  • Төрлөсә. 99 проценты ыңғай баһалай, тик ҡайһы берҙә шаяртыуҙарҙы аңламаусылар ҙа осрай.
  • Сәхифәңдә Wildberries менән тәжрибә үткәреүеңде күрҙем, бик ҡыҙыҡлы. Унда аҡса эшләү, ысынлап та, мөмкинме? Килем алып булдымы?
  • Эйе, Wildberries менән эшләп ҡарау тәжрибәһе лә булды. Ул шоу форматында үтте, тиһәм дә була. Башҡортостанда күпләп ҡыйбат хаҡтарға курстар һатыла башлағанын күреп, сәхифәмдә эксперимент эшләргә булдым. Бер ниндәй ҙә түләүле курстар үтмәй, интернет сиктәрендә булған мәғлүмәтте генә ҡулланып, Wildberries-та аҡса эшләп ҡарау тигән маҡсат ҡуйҙым. Барыһы ла ыңғай үтте, тип әйтергә була. Һалған аҡса кире сыҡты, тик иғтибарҙы ныҡлап йүнәлтмәү сәбәпле, шуның менән генә сикләндем. Эйе, унда аҡса эшләп була, курстар алмайынса ла уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Ләкин, алма беш ауыҙыма төш тип ятыусыларға унда урын юҡ. Эштең еңеле булмай, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
  • Тағы ла сәхифәңдә бик ҡыҙыҡлы пост уҡыным. Һин унда “Беҙ бахырмы әллә батырмы?” тигән һорауға фекер йөрөтәһең...
  • Беҙ тигәндә, мин, әлбиттә, башҡорт халҡын күҙ уңында тотам. Һәр кем үҙ юлын һайлай. Башҡорт халҡы бер ҡасан да бахыр булмаған. Киреһенсә, беҙ батыр, ғорур халыҡ. Шуныһы аптырата, Һуңғы арала “башҡорт бөтә, башҡорт юғала”, тип мыжып, бахырланған шәхестәр осрай. Мыжып ҡына бер ни эшләп булмай. Проблеманы күтәрәһең икән, уны хәл итеү варианттарын да яҡтырт. Миңә ҡалһа, башҡорт халҡы бөгөнгө көндә үҫешә, спорт, дин, фән менән мауығыусы дуҫтарым артҡандан арта. Ошо темпты юғалтмайыҡ. Башкорт милләте — бай тарихлы, яҡты киләсәкле батыр халыҡ.
  • Тимәк, беҙҙең республиканың киләсәге бик өмөтлө икәненә ышанаһың. Был өмөттө аҡларлыҡ йәштәр хәҙер күпме?
  • Минең ҡарамаҡҡа күп өлкәләрҙә Башҡортостан алға бара. Ләкин эшләргә, уйланырға урын һәр ваҡыт бар.
    Башҡорт йәштәре, тәү сиратта, дәртле, илһөйәр, белемле, сәләмәт тормош алып бара. Барлыҡ позитив һыҙаттар ҙа беҙҙең йәштәребеҙгә тап килә, минеңсә. Берҙәм булайыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, ысын башҡорт йәштәрен арттырайыҡ. Республикала улар өсөн барлыҡ юлдар ҙа асыҡ. Ул юлдарҙы эҙләй белергә кәрәк, һәм, әлбиттә, теләк кәрәк. Йәштәрҙең аҡсаны һаулыҡтарын бөтөрөп, себер яҡтарында эшләүҙәре генә күңелде бер аҙ ҡыра.
  • Башҡорт телендә бик матур һөйләшәһең, телмәрҙә мәҡәлдәр ҙә ҡулланаһың. Моғайын, башҡортса китаптар уҡыйһыңдыр?
  • Беренсенән, телде яҡшы белеүем өсөн атайыма, әсәйемә рәхмәтлемен. Ғаиләлә тик башҡортса һөйләштек, һөйләшәбеҙ. Икенсенән, Башҡортостандың иң ҙур башҡорт ауылы — Сәйетбабала тыуып үҫеүем ҙур роль уйнай. Мәктәп, гимназия уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт! Улар телгә һөйөү тәрбиәләне, университет уҡытыусылары телемде байытты.

Ысынын әйткәндә, китап уҡырға яратмайым, сөнки бер урында тик кенә ултырыу миңә ҡыйын бирелә, ләкин, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен яратып уҡыйым. Унда халыҡ хәтере, уның ҡиммәттәре һаҡлана.

  • Бар ергә лә өлгөрәһең! Нисек һин әүҙем булып ҡалаһың? Берәй сере бармы?
  • Барыһына өлгөрөргә ярҙам иткән сер — теләк.
  • Ниндәй уй-хыялдар менән янаһың?
  • Уй-хыялдарым менән уртаҡлашырға яратмайым. Тормошҡа ашҡас, барыһын да үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрерһегеҙ.
  • Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айгиз! Уңыштар һиңә!

 

Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.

 

 

 



Автор:
Читайте нас: