Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Шәп замандаш
29 Сентябрь 2022, 09:25

Үҙебеҙҙең Рәсүл

Әлеге ваҡытта. Белорет медицина колледжын тамамлағандан һуң, Санкт -Петербург ҡалаһының Юғары хәрби  медицина академияһында белем ала.

Үҙебеҙҙең РәсүлҮҙебеҙҙең Рәсүл
Үҙебеҙҙең Рәсүл

Был егет Әбйәлил районы Асҡар ауылының бынамын тигән егеттәренең береһе - Зәйнуллин Рәсүл Марат улы Зәйнуллин. Бәләкәй генә сағынан беләм мин уны. Шәп, уңған, уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмаған малай булды. Шулай ныҡыш, шәп булмаһа Асҡарҙан ситтә ятҡан Көнсығыш 2 биҫтәһенән көн һайын күнекмәләргә , ҡурай түңәрәгенә ямғырына, ҡарына, буранына ҡарамай йөрөр инеме?! Концерттарҙа Рәсүлдең ҡурай моңона әҙ кеше һоҡланмағандыр, иламағандыр, Шулай уҡ һәр егет кешелә була торған техника ене лә ҡағылған уға. Атайы Марат ағай, ағаһы Айбулат менән нисәмә төрлө трактор йыйҙылар икән үҙ ҡулдары менән. Бесән эшләү, утын алып килеү, һәм башҡа төрлө ауылдың бөтмәҫ эштәрендә Марат ағай менән Мәүҙиға апайҙың уң ҡулы, ныҡлы ярҙамсылары ла ул.
Әлеге ваҡытта. Белорет медицина колледжын тамамлағандан һуң, Санкт -Петербург ҡалаһының Юғары хәрби  медицина академияһында белем ала.
Рәсүл, һиңә һаулыҡ, тәүфиҡ, бәхет, киләсәгең яҡты, яҡшы дуҫтар юлдаш булыуын, барлыҡ теләктәреңдең тормошҡа ашыуын теләйем.
Һәр ваҡыт шулай шәп, башҡорт рухлы булып ҡал!
 Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

 

Автор:
Читайте нас