Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
30 Сентябрь 2022, 20:25

Ауырлыҡтар уға кәртә түгел

Ололар ғына түгел, йәштәр ҙә йөрьәт итмәгән ҡышҡы йөҙөүҙе үҙ итә Нәзимә Хазғәли ҡыҙы. Ул ҡышҡы йөҙөү буйынса Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп тапҡырҙар чемпионы, Ҡытайҙа уҙған аквайс (боҙло һыуҙа һыу инеү) буйынса Халыҡ-ара ярыштар чемпионы, Англия һәм Латвиялағы чемпионаттар призеры.

Ауырлыҡтар уға кәртә түгел
Ауырлыҡтар уға кәртә түгел

 

Нәзимә ханым Мәғәфүрованы Учалыла белмәгән кеше һирәктер. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, актив тормош алып барыуы менән барыһын да һоҡландыра ул.

Ололар ғына түгел, йәштәр ҙә йөрьәт итмәгән ҡышҡы йөҙөүҙе үҙ итә Нәзимә Хазғәли ҡыҙы. Ул ҡышҡы йөҙөү буйынса Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп тапҡырҙар чемпионы, Ҡытайҙа уҙған аквайс (боҙло һыуҙа һыу инеү) буйынса Халыҡ-ара ярыштар чемпионы, Англия һәм Латвиялағы чемпионаттар призеры.

Сығышы менән Нәзимә ханым Благовар районынан. Ябай күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Бала сағы бәләкәй ҡустыларын ҡарашып, егерме сутыйлыҡ йәшелсә баҡсаһында эшләп, өҫтәүенә совхоз беркеткән сөгөлдөр баҫыуында сүп үләне утап үтә.

Ауылда мәктәп булмағанлыҡтан, 8-се класты тамамлағансы апаруҡ алыҫлыҡтағы күрше ауылға йәйәүләп йөрөп белем ала. 9-10-сы кластарҙы Бүздәк ауылында уҡый. Нәзимә Мәғәфүрованың өлкән ағалары Учалыла эшләп йөрөгәнлектән, мәктәпте тамамлаған ҡыҙыҡай ҙа яҡындары эргәһенә юллана. Маляр ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша һәм Учалы тау-металлургия техникумының киске бүлегенә уҡырға инә. Һөнәр үҙләштергәс, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында байыҡтырыусы булып хеҙмәт итә.

Хеҙмәте еңелдән булмай Нәзимә Хазғәли ҡыҙының, тик ул эш менән бер рәттән спортты ла ғүмерлек юлдашы итеп һайлай. Әле бала сағында уҡ ала яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йылғала һыу инһә, ҡыштарын ишек алдындағы ҡойолағы боҙло һыу менән көн дә ҡойоноуҙы ғәҙәт итеп алған була. Учалыла йәшәй башлағас та саңғы секцияһында шөғөлләнә башлай. Тренеры, һуңынан инде һөйөклө тормош иптәше Әхмәҙей Мәғәфүров та Башҡортостандың иң көслө саңғысыларының береһе була. Спортты үҙ иткән ғаилә ҡала-райондағы бер генә ярыштан да ситтә ҡалмай, республика күләмендә лә көс һынашырға иждиһат итәләр. Саңғы спорты, йүгереү менән шөғөлләнеү буйынса ни тиклем генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешмәһен, Нәзимә Хазғәли ҡыҙы аквайс-спортты барыбер яҡыныраҡ күрә.

- Ҡышҡы йөҙөү – ул минең булмышым. Был спорт төрөндә һыуҙағы балыҡ кеүек хис итәм үҙемде. Спорт – ғүмеремде оҙонайтты, һаулығымды кире ҡайтарҙы. Һөйөклө ирем ҡапыл вафат булғас, тормошҡа кире ҡайтырға, йәшәй башларға балаларым һәм нәҡ спорт булышлыҡ итте, был буш һүҙҙәр түгел, - тип уртаҡлаша кисергәндәре менән Нәзимә Мәғәфүрова. - Боҙло һыу инеү үҙенә күрә “шоковая терапия” кеүек ул, рухи донъяңды тәртипкә килтерергә, аң-зиһенеңде дауаларға ярҙам итә.

Яҡташыбыҙ ҡышҡы йөҙөү менән ныҡлап 2007 йылда, 60 йәше тулғас, шөғөлләнә башлай. Рәсәйҙең күп ҡалаларында ярыштарҙа ҡатнаша. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп тапҡырҙар чемпионы, Ҡытайҙа уҙған аквайс (боҙло һыуҙа һыу инеү) буйынса Халыҡ-ара ярыштар чемпионы, Англия һәм Латвиялағы чемпионаттар призеры. Нәзимә ханым ике тапҡыр Донъя чемпинаттарында ла ҡатнашырға өлгөрә. Бихисап наградалары араһында ул Алтайҙа уҙған ярыштарҙа яулаған “көмөш” миҙалын иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләй. 2 сәғәт тә 30 минут дауамында Телецкое күлендә 9-10 градуслыҡ һыуҙа өс километр араны йөҙә ул. Был “көмөш” миҙал Нәзимә Мәғәфүроваға еңел бирелмәй.

Бар яҡтан да килгән, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған ханым тағы ла бер хыялын тормошҡа ашырыуға ирешә. Ҡайҙа ғына булмаһын, ниҙәр генә эшләмәһен Нәзимә Хазғәли ҡыҙы йырларға хыялланған була. Был теләген ул өлөшләтә тормошҡа ашыра, тиһәң дә була. Олпат йәшенә еткәс, Өфөлә уҙғарылған “Моң шишмәһе”, “Һәләт” вокал конкурстарында ҡатнаша, бер нисә клип та төшөрә. Ижад донъяһына сумырға ул тәүҙә бик тартынһа ла, билдәле композитор Урал Рәшитов, яҡындары уны һәр яҡлап дәртләндерә, ижад менән шөғөлләнеү бер ҡасан да һуң түгел тип ышандыралар.

Сәләмәт тормошто йәшәү мәғәнәһе итеп алған яҡташыбыҙ тән дә, йән дә сәләмәт булһын өсөн, ауыр уйҙарҙан арыныу өсөн спорт менән дуҫ булырға саҡыра. Кеше һау булған осраҡта ғына ысынлап бәхетле була ала, тигән фекерҙә ул. Һәм был буш һүҙҙәр түгел.

Быйыл 75 йәшен туйлаған Нәзимә Мәғәфүрова үҙ тормошо менән барыбыҙға ла үрнәк күрһәтә. Яҙмыш һуҡмағында ниндәй генә ауыр мәлдәргә тарымаһын, һәр саҡ сабыр, түҙемле, хәстәрлекле кеше булып ҡала белә. Башҡаларға күңел йылыһын өләшеп, үҙенең тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта сағыу ижады менән һөйөндөрөп, өмөт биреп йәшәй. Һоҡланғыс яҡташыбыҙға киләсәктә лә йәшәүҙән йәм табып, гөрләп, балҡып йәшәүен теләйбеҙ. Һеҙ сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тигән мәҡәлдең ысын мәғәнәһендә сағыу өлгөһө бит.

Гүзәл ЛАТИПОВА.

Сығанаҡ: "Яйыҡ"  гәзите.

Автор:
Читайте нас: