Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
8 Октябрь 2022, 09:43

“Мускулдарҙы һәр кем үҫтерер ул, иң мөһиме – аҡыл көсө”

– Күпселек ябай малайҙар кеүек, минең дә летчик булырға теләгәнем иҫемдә. Яңыраҡ башланғыс кластарҙа яҙған бер хатымды табып алдым, шунда:

“Мускулдарҙы һәр кем үҫтерер ул, иң мөһиме – аҡыл көсө”
“Мускулдарҙы һәр кем үҫтерер ул, иң мөһиме – аҡыл көсө”
Ул Башҡортостанда иң көслө кроссфит ярышсыһы һанала. Сочила, Өфөлә уҙған кроссфит буйынса Бөтә Рәсәй турнирҙарында башҡорт егетенә тиңдәр табылмай, әле ул Грецияла уҙасаҡ донъя чемпионатына әҙерләнә. “Мускулдарҙы һәр кем үҫтерер ул, иң мөһиме – аҡыл көсө”, – ти Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы егете, Liga gym фитнес үҙәгенең спорт залы директоры, Башҡортостандың Ҡатнаш көрәш (ММА) федерацияһы вице-президенты Заһир ТҮЛӘБАЕВ. Журнал уҡыусыларын республикабыҙҙың иң көслө егете, рухлы замандашым менән яҡындан таныштырмаҡсымын.
– Заһир, иң тәүҙә бала саҡ хыялдарың менән уртаҡлаш әле.
– Күпселек ябай малайҙар кеүек, минең дә летчик булырға теләгәнем иҫемдә. Яңыраҡ башланғыс кластарҙа яҙған бер хатымды табып алдым, шунда: “Ҙурайғас, Америка президенты булғым килә”, — тип теркәп ҡуйғанмын. Уҡытыусыларым менән шуны уҡып, бәләкәй сағымды хәтерләп, көлөп алдыҡ.
– Нисә йәштә спорт менән шөғөлләнә башланың?
– Башланғыс кластарҙан алып спорт менән дуҫмын, тип әйтә алам. Мәктәптән ҡайтып, тиҙ генә сәй эсеп ала ла, тышҡа атлыға инем: ҡышын саңғыла йөрөйөм, йәйен йүгерәм, турникта ҡалҡынам, гер күтәрәм. Кистәрен дуҫ малайҙар менән волейбол йә баскетбол уйнай инек. Ун ете йәшемдә спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым, панкратион тигән спорт төрөн һайланым.
– Белеүемсә, һин хатта Рәсәй чемпионатында призлы урын да яулағанһың…
– Эйе, панкратион буйынса еңеүҙәрем байтаҡ ҡына: өс тапҡыр Волга буйы федераль округы чемпионы булдым, халыҡ-ара бәйгелә ҡаҙаҡ көрәшсеһе менән бер баһалы алышта еңеү яуланым.
– Заһир, үҙеңде яңы өлкәлә һынайһың икән… Һине ниндәй тренер тип әйтергә мөмкин?
– Һәр кем үҙ белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тейеш, тип уйлайым. Шуға мин дә йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында был эште башлам ебәрҙем. Талапсан, ғәҙел тренермындыр… Спортта уңышҡа өлгәшергә теләүселәргә ҡатыраҡ булырға тырышам. Был өлкәгә тотоноуыма күп ваҡыт үтмәһә лә, тәүге ҡыуаныслы һөҙөмтәләрем – Рәсәй кимәлендә еңеүгә өлгәшкән спортсыларым бар. Яңыраҡ Ейәнсура районынан Нур Юланов исемле тәрбиәләнеүсем панкратион буйынса Рәсәй кубогынан көмөш миҙал алып ҡайтты, Учалы районынан Айнур Ибраһимов республика ярыштарында бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Мин уларға ҙур өмөттәр бағлайым.
 
– Атай-әсәйҙәргә балаһын иң тәүҙә ниндәй спорт түңәрәгенә бирергә кәңәш итер инең?
– Малайҙар мотлаҡ көрәш шөғөлләнергә тейеш, тип уйлайым. Беренсенән, бала тәртипкә өйрәнә, икенсенән, көрәш уға быуындарын нығытыу, көс йыйыу өсөн иң ҡулай спорт төрө буласаҡ. Егеттәрҙең төп бурысы – үҙен, яҡындарын яҡлау һәм ҡурсалау. Баланы бәләкәй сағынан спортҡа ылыҡтырыу уның физик көсөн генә үҫтереп ҡалмай, ә сыҙамлыҡҡа өйрәтә. Малайҙар тәбиғәте менән – көрәшсе, булмышы менән еңеүсе булырға тейеш.
 
– Кроссфитҡа килгәндә, һин 130–150 килограмлыҡ штангаларҙы күтәрәһең… Бындай ауыр спорт күнекмәләре һаулыҡҡа зыянлы түгелме?
– Бер әҙерлекһеҙ, ҡапыл күтәрһәң, әлбиттә, йәрәхәттәр алыу ҡурҡынысы бар. Шуға эҙмә-эҙлекле күнегеүҙәр ярҙамында яйлап, аҡыл менән шөғөлләнеү мөһим. Мәҫәлән, мин үҙем көнөнә ике тапҡыр күнекмә яһайым, үҙ алдыма уларҙы йышыраҡ үткәреү маҡсатын ҡуйғанмын. Сөнки кроссфит, йүгереү кеүек үк, йөрәкте сыныҡтыра, уны икенсе төрлө кардиокүнекмә тип тә атарға мөмкин. Халыҡ, сәләмәт булам тиһәң, спорт менән шөғөллән, тип белмәй әйтмәгәндер бит.
 
– Уңыштың нигеҙендә ни ята?
– Ниндәй генә өлкәне алма, һәр ҡайһыһында тырышлыҡ талап ителә. Мәҫәлән, башыңда “Мин мотлаҡ чемпион буласаҡмын” тигән уй яралып та, һин саҡ ҡына булһа ла көс түгергә теләмәйһең икән, һөҙөмтә көтмәһәң дә була. Шул уҡ кроссфитҡа килгәндә лә, мускулдарҙы һәр кем үҫтерергә һәләтле, ә бына аҡыл көсөнә ирешеү күптәрҙең хәленән килмәүе бар. Ә ярышта аҡыл көсө, ныҡлы холоҡ кеүек сифаттарҙың булыуы бик мөһим, сөнки көс менән генә еңеү яулау мөмкин түгел. 
 
– Республикабыҙ йәштәре араһында йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә бик әүҙем шөғөлләнеүең мәғлүм, ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?
– Йәмәғәт эшмәкәрлегем шунан ғибәрәт: күберәк йәштәргә ярҙам итеү, уларҙы спортҡа ылыҡтырыу. Райондарҙа талантлы йәштәр шул тиклем күп, әммә артабан үҫергә мөмкинлектәре самалы. Шуға беҙ уларға үҙҙәрен табырға һәм үҫешергә ярҙам итеп, ҙур уңыштарға табан юл ярырға булышлыҡ итәбеҙ. Төрлө спорт саралары, форумдар, ярыштар ойошторабыҙ, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәбеҙ, тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Йәмәғәт эше менән йөрөгәндә  спорт төрҙәненә нигеҙләнгән күнегеүҙәр комплексы. райондарҙа көрәш секцияларын алып барыу өсөн тренерҙарҙың булмауы менән йыш осрашырға тура килде. Был йәһәттән яңыраҡ
Башҡортостан Республи каһы Башлығы Радий Хәбировтың “Ауыл тренеры” программаһын булдырыу хаҡында указға ҡул ҡуйыуы – үтә лә ҡыуаныслы хәбәр. Был ҡарар ауылдарҙағы мәсьәләне хәл итер, ауыл йәштәре лә сәләмәт тормош алып барыуға иғтибар йүнәлтер, тип ышанам. Сөнки ул – бөгөнгө заман тренды. Өфө ҡалаһында спорт, фитнес залдары буш тормай, үҙ һаулығына битараф булмағандар араһында башҡорттарҙың күп булыуы айырыуса ҡыуаныслы.
– Һинеңсә, бөгөнгө заман башҡорто ниндәй ул?
– Мин уны иманлы, тырыш, белемле, маҡсатлы, яугир рухлы тип ҡылыҡһырлар инем. Элек-электән башҡорттар ҡыйыу, батыр йөрәкле булыуы менән һоҡландырған. Бөгөн дә беҙгә шул күркәм һыҙаттарҙы һаҡларға, рух көсөбөҙҙө үҫтерергә һәм маҡсаттарыбыҙға табан ҡурҡмай атларға кәрәк.
– Интернет селтәрҙәре яңыраҡ “ҡамыт кейеүең” хаҡында “хәбәр иткәйне”…
– Ысынлап та, күптән түгел кәләш алдым. Ул минең былтырғы маҡсаттарымдың береһе ине. Мин был етди ҡарарға оҙаҡ килдем, ғүмерем буйы әҙерләндем тиһәм дә була. Егеттәргә ғаилә ҡороуҙы һуҙмаҫҡа кәңәш итәм, сөнки өйләнгәндән һуң тормош бәрәкәтлерәк, ҡиммәтлерәк була башлай.
– Шөғөлдәрең килтергән килем менән ҡәнәғәтһеңме?
– Бөгөнгө йәшәү шарттарымдан сығып, ниндәйҙер кимәлдә тапҡан малым етә, тип әйтә алам, шөкөр итә беләм. Ярыштарҙағы еңеүҙәрем өсөн ярайһы ғына гонорар түләнә.
– Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың?
– Үҙемдең проекттарымды тормошҡа ашырыуҙы маҡсат иткәнмен. Әлеге ваҡытта Liga gym спорт үҙәгендә “Башҡортса күнекмәләр” тигән проект башларға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ, теләүселәргә онлайн күнекмәләр үткәреүҙе дауам итергә уйлайым. Унда ҡушылырға теләүселәр Инстаграмдағы сәхифәмә рәхим итһен
(@zagir_tulyabaev).
– Йәштәргә, журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?
– “Әгәр һеҙҙең бөгөнгө көнөгөҙ кисәгеһе кеүек үткән икән, тимәк, ул бушҡа үткән”, – тигән Мөхәммәт Пәйғәмбәр. Шуға ваҡытты бушҡа уҙғармайыҡ, ә иң мөһиме – оло маҡсатта ры быҙ ға хыянат итмәйек! Спорт менән шөғөлләнәйек, ул уйҙарҙы яҡтырта, уңыштарға илтә! Ярыш тар ҙа минең дә еңелеүҙәрем, юғалып ҡалыуҙарым булғыланы, әммә мин һынманым, сөнки ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ булғанда тауҙар аҡтарырға мөмкин!
– Заһир, һиңә яңынанFяңы уңыштар еңеүҙәр теләйбеҙ!
 
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ әңгәмәләште.
Автор:
Читайте нас: