Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
13 Октябрь 2022, 22:30

Һайлаған юлыма бер ҡасан да үкенмәйем

– Балаларығыҙ менән хәҙер аралашаһығыҙмы?

Һайлаған юлыма бер ҡасан да үкенмәйем
Һайлаған юлыма бер ҡасан да үкенмәйем

Йыр – уның йәшәү маҡсаты. Сәхнәне – изге урын, моңдо ҡәҙерле йәдкәр итеп алған затлы йырсы ул Әлфиә ЮЛСУРИНА. Тиҫтәләрсә йыл ғүмерен тамашасыға үҙ таланты менән хеҙмәт итеүгә арнаған. Йөрәк түренән сыҡҡан йырҙары менән халыҡты тәрбиәләгән, йыуатҡан, дәртләндергән шәхес башҡорт эстрадаһына дауыл булып килеп инде, тиһәк тә, хата булмаҫ. Хатта яңы һулыш өҫтәне, тиергә була: композитор Салауат Низаметдинов менән бергә бығаса ят булған стиль, имидж, башҡарыу манераһын булдырҙы. Бөгөн беҙ йырсы менән ижад һәм, ғөмүмән, сәнғәт тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Таланттар яҡлауға мохтаж

– Әлфиә апай, йырсы күңелен бөгөн нимә борсой: ил хәлеме, шәхси проблемалармы, әллә ижади идеялармы?
– Мин бер ваҡытта ла ижад һәм шәхси тормошом менән генә сикләнеп ҡалмайым. Илдә барған ваҡиғалар, сәйәсәт, тел һәм милли проблемаларҙы һәр ваҡыт күңелем, йөрәгем аша үткәрәм, халыҡ менән бергә илайым, шатланам. Битарафлыҡ минең өсөн түгел. Ә инде талантлы шәхестәрҙе юғалтыу хатта шәхси проблемаға әүерелә. Донъя шундайға әйләнде: кеше әллә нимә артынан саба. Хатта башҡарған эшенән ләззәт тә ала алмай. Яҡындарыбыҙға йән йылыһын, күңел нурын биреп еткермәйбеҙ. Ваҡытында эргәләге кешеләрҙе һаҡлап, яҡлап йәшәһәк икән тип уйлана башланым.
Әлбиттә, барлыҡ кешеләрҙе лә яратып, яҡын күреп, күңелгә барлыҡ донъяны һыйҙырып бөтөп булмай. Ихтирам иткән, яратҡан шәхестәр, беҙҙең милләттең ғорурлығы булған таланттар байтаҡ. Шуларҙы яҡлағы килә. Сабый сафлығы, ябайлыҡ менән йәшәйҙәр улар, әрһеҙ түгелдәр. Шуның менән дә ҡурсыуға мохтаждар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул минең йәки айырым ғына кешелерҙең ҡулынан килмәй. Дәүләт тарафынан иғтибар кәрәк. Заманында бар донъяны шаулатҡан шәхестәрҙең олоғайғас, урам буйында бер кемгә лә кәрәкмәйенсә йөрөүе йөрәкте өҙә.
– Сәнғәттең бәҫе, баһаһы төшөүенең сәбәбе лә шунан түгелме икән?
– Әлбиттә. Сөнки ысын сәнғәтте күтәрмәһәң, сүп-сар баҫасаҡ. Тиҫтә йылға яҡын ғүмерен йырсыға уҡып, халыҡ йырҙарын, классик партияларҙы ыһ та итмәйенсә башҡарыусылар иғтибарҙан ситтә ҡала. Сәнғәттә урыны ла булырға тейеш түгел кешеләрҙең юғары исемдәргә лайыҡ булыуы аптырата. Донъяның аҫты-өҫкә әйләнде кеүек. Беҙ, бәлки, был мәсьәләгә ҡыҫылырға тейеш тә түгелдер. Әммә улар тураһында социаль селтәрҙәр көнө-төнө яҙа, телевидение һөйләй. Халыҡтың күҙ алдында башҡарылғас, үҙ фекеребеҙҙе еткерергә хаҡыбыҙ барҙыр тип уйлайым. Ысын сәнғәтте түбәнгә төшөрөү шул була.
– Незаменимых не бывает, тиһәләр ҙә, башҡорт сәнғәтендә ҡабатланмаҫ таланттар булды. Һеҙ композитор Салауат Низаметдинов менән бик тығыҙ эшләнегеҙ, уның менән популярлыҡ яуланығыҙ. Уны алыштырырҙай кеше юҡтыр, барыбер...
– Юҡ. Ул бушлыҡты бер кем дә тултыра алмаясаҡ. Уның дуҫлығы ла, ижады ла етмәй. Яңы йырҙар туплай ҙа, тәү сиратта, миңә шылтырата ине. Йәнем теләгәнен һайлап алам... “Нимә яҙыр, ниндәй тема тәҡдим итер?..” – тип асыш көтә инем. Салауат үлгәс, минең бөтөнләй йырлағым килмәне. Өс йыл тирәһе шундай халәттә йөрөнөм. Бик оҙаҡ тынысландым. Аллаға шөкөр, миндә уның халыҡ хөкөмөнә сығарылмаған йырҙары байтаҡ ҡына бар. Ҡайһыларын башҡаларға ла тәҡдим итәм, ҡайһыларын яйлап үҙем йырлармын тип уйлайым. Йыл һайын тиерлек Салауаттың хәтер кисәһе ойошторола. Ә быйыл уның юбилей йылы, ҙур саралар, концерттар үтер, тип өмөтләнәбеҙ, шул йүнәлештә эшләйбеҙ.
Бөйөк таланттарҙың арабыҙҙан иртә китеүе йөрәкте өтә. Күптән түгел тағы ла иҫ киткес музыкант, композитор Илшат Яхинды юғалттыҡ. Бөгөнгө көнгә тиклем был хәлде ҡабул итә алмайым. Уның кеүек итеп бер кем дә спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй алмаясаҡ. Ә йырсыларға уның баян моңдары оҙатыуында йырлау үҙе бер рәхәтлек ине бит...
– Әлфиә апай, үҙегеҙ башлаған осор менән сағыштырғанда, хәҙерге йәштәргә ауырыраҡмы, әллә еңелерәкме?
– Ике яҡлы. Матди мөмкинлегең юҡ икән, бөгөн йырсы булып булмай. Беҙ элек йыр һатып алыу тигәнде бөтөнләй белмәнек. Ә хәҙер бөтә нәмә аҡсаға барып төртөлә. Һәм йырсылар өсөн асылып китер майҙансыҡтар юҡ кимәлендә. Етмәһә, беҙ аҙ һанлы халыҡ, тамашасы йыйыуы ауыр. Ә еңеллеккә килгәндә, социаль селтәр менән танылыу яулау мөмкинлеге бар. Сиктәр юҡ: Башҡортостанда ғына түгел, донъяның теләһә ниндәй мөйөшөндә үҙ тамашасыңды таба алаһың.
Бөгөнгө тамашасы нисектер еңел-елпе йырҙарҙы ярата. Был йәһәттән Башҡорт дәүләт филармонияһына үҙ кимәлен төшөрөргә ярамай. Беҙ халыҡҡа профессиональ сәнғәтте пропагандаларға тейеш. Маҡсаттар күпкә ҙурыраҡ. Халыҡ ижадын, Исмәғилев, Хөсәйенов, Әлмөхәмәтов кеүек билдәле шәхестәребеҙҙең йыр сәнғәтен йәш быуынға еткереү беҙҙең бурыс. Шулай уҡ башҡа халыҡтарҙың да сәнғәте менән таныштырабыҙ.
– Сәнғәт юлынан китеүгә үкенмәйһегеҙме? Был өлкәлә аҡсаһыҙ ҙа булмай...
– Йырсы, артист булыу өсөн тәү сиратта һаулыҡ кәрәк. Быны мин тәүҙән үк аңланым. Бала саҡтан хроник бронхит менән йонсоном. Шуға элек-электән һаулыҡҡа ҙур иғтибар бүләм. Юлдар, һыуыҡ клубтар, уңайһыҙлыҡтар – былар барыһы ла һаулыҡҡа йоғонто яһай. Ә инде дөйөм алғанда, һәр һөнәр кеүек үк, йырсы булыуҙың да ыңғай һәм кире яҡтары була. Һөнәреңде ысын күңелдән яратһаң, ауырлыҡтарын күрмәйһең. Шул турала һүҙ сыҡһа, мин ихлас күңелдән: “Эшемдең михнәттәрен дә яратам!” – тим. Бер ваҡытта ла сәнғәт юлынан киткәнемә үкенмәйем.
Аҡсаға килгәндә, ул бер ваҡытта ла етмәй. Яңы концерт программаһы сығарам да, башҡаса аҡса түкмәйем тип уйлап ҡуям. Бер аҙ ял итһәм, тәүбәләрем онотола, эш хаҡымды яңы йырҙар өсөн тотона башлайым. Ә күптәр бит сығымдарҙың күплеген күреп, сәнғәттән китте. Улар хәҙер рәхәтләнеп донъя йыя. Ә мине донъя байлығы ҡыҙыҡһындырмай. 1996 йылда эш башланым, шул аралыҡта, моғайын, 2 – 3 фатирлыҡ аҡсам концерттарға, яңы йырҙарға киткәндер.
– Репертуарҙы нисек һайлайһығыҙ?
– Тәрән мәғәнәле йырҙар оҡшай. Күп осраҡта шағирҙарға борсоған темаларҙы, күңелемә тынғы бирмәгән хистәрҙе һөйләп, махсус рәүештә текст яҙҙырып алам. Көйҙәргә лә үтә талапсанмын. Еңел-елпе йырҙар минең өсөн түгел.
– Сәхнәнән ҡурҡыу хисе булдымы?
– Юҡ. Ә бына элек-электән тулҡынланам. Нисек ҡабул итерҙәр, йырымды оҡшатырҙармы тип уйланам. Нимәһе ҡыҙыҡ, бәләкәйерәк залда сығыш яһаған саҡта һине яратмаған йәки бөтөнләй йыр-моңға битараф берәй кеше ултырһа, уның кире энергетикаһы һиҙелә. Иғтибар итмәҫкә өйрәндем инде.

Балалыҡтан иртә сығырға тура килде

– Бала саҡтан сәхнә яраттығыҙмы? Ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ?
– Әсәйем ғүмере буйы мәҙәниәт өлкәһендә эшләне. Тәүге тапҡыр, моғайын, уның әйҙәүе менән сәхнәгә сыҡҡанмындыр. 5 – 6 йәштәрҙә күтәрелеп ҡарарға ла оялып, башымды эйеп кенә йырлап торғаным хәтерҙә ҡалған. Рәүеф ағай Зарипов баянда уйнағайны. Ә бына ниндәй йыр башҡарғаным иҫтә ҡалмаған.
Атайым паспорт бүлеге етәксеһе ине, оҙаҡ йылдар милицияла эшләне. Уларҙың шул тиклем ҙур мөхәббәт ине, бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙолар. Шуны күреп үҫкәс, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт һәр ваҡыт шулай була икән тип уйлай инем. Беҙҙең бер ваҡытта ла ҡапҡа бикләнмәне: кешеләр ярҙам һорап та, ҡунаҡҡа ла килә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым ҡаты ауырыуҙан бик иртә вафат булды. Уны ерләргә, һуңғы юлға оҙатырға килеүселәр урамға һыймай торҙо: шул тиклем хөрмәт иткән, уға рәхмәтле кешеләр күп ине.
– Һеҙ кемгә оҡшағанһығыҙ?
– Талантлы булыуым әсәйемә тартһа, характерым менән атайыма оҡшағанмын. Әсәйем – иҫ киткес көслө кеше. 85 йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаман да әүҙем тормош менән йәшәй. Фольклор ансамбле бар, улар менән сығыш яһап, байрамдарҙа ҡатнашып йөрөй. Әҙәпле, мәҙәниәтле, рухлы кеше. Сығышы менән Әбйәлил районынан. Ата-әсәһенең вафатынан һуң балалар йортонда үҫкән. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас, юллама буйынса Бөрйәнгә эшкә ебәргәндәр. Тол ҡалғас, бер үҙе дүрт баланы аяҡҡа баҫтырҙы. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан әсәйем ситтән тороп юғары белем алды: Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтын тамамланы.
– Тимәк, һеҙгә етемлек нужаларын да күрергә тура килгән?
– Эйе. Мин ғаиләлә – иң олоһо, атайым үлгәндә 6-сы класта уҡый инем. Ә иң бәләкәсебеҙ – күкрәк балаһы. Атайым вафаты менән минең бала саҡ бөттө. Уны юғалтыу ҡайғыһы өҫтөнә донъя көтөү мәшәҡәттәре лә өҫтәлде. Күргән ауырлыҡтарҙы үҙебеҙ генә беләбеҙ. 3-сө класта уҡыған ҡустым утын әҙерләй торғайны. Әсәйемдең иң яҡын кешеһе атайым булһа, ул үлгәс, беҙгә һыйынды. Ситтәргә ҡайғы һөйләп, илап йөрөй торған кеше булманы ул. Рәхмәт, күп туғандар, атайымдың дуҫтары беҙҙе ташламаны, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте.
– Сәнғәт юлынан китеүегеҙгә әсәйегеҙ ҡаршы булманымы?
– Киреһенсә, йырсы булыуыма этәргес булды. Мәктәпте тамамлағас, ике йыл рәттән педагогия институтына имтихандар тапшырып ҡараным. Конкурстан үтмәгәс, ул үҙе янына, район мәҙәниәт йортона эшкә алды. Өсөнсө йылына Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә таланттар эҙләп билдәле педагог Рәйсә Рәхим ҡыҙы Бөрйән районына килде. “Ҡыҙым, йырлап ҡара әле, нимә әйтер икән”, – тип тәҡдим итте әсәй. Йырлауымды бик оҡшаттылар, имтихандарға саҡырҙылар. Өфөгә килеп, училище ишеген асып инеү менән мин үҙ урынымды тапҡанымды аңланым. Артабан педагогия институты тураһында уйлап та ҡараманым. Эстрада бүлеген тамамлауға, профессор Миләүшә Мортазина мине сәнғәт институтына саҡырҙы. Тик мин кейәүгә сығам, яратҡан кешем менән ҡауышам тигән хыялдар менән ҡабат тыуған яҡтарға ҡайтып киттем.

Мөхәббәттән ваз кисмәнем

– Ғаилә тормошоғоҙ килеп сыҡмаған бит инде. Шул саҡта кейәүгә сыҡмаҫҡа кәрәк булған тип үкендерәме?
– Аҙаҡтан ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, ул йылдар өсөн үкенмәйем. Оло мөхәббәт хистәрен сайпылдырмай ғына яратҡан кешемә кейәүгә сыҡтым һәм тәүге йылдарҙа үтә лә бәхетле йәшәнем. Аҙаҡ инде, ауырлыҡтары башланғас, киләсәк тормошҡа һабаҡ алдым. Ул ауырлыҡтар булмаһа, бөгөнгө Әлфиә булмаҫ ине. Уның менән көслө ҡатынға әүерелдем. Әхирәттәрем тәүге мөхәббәте менән ҡауыша алмай, ғүмер буйы бер күрергә интизар булып йәшәй. Әгәр уға сыҡмаһам, мин дә ғүмер буйы һағынып, яратып, үкенеп йәшәр инем. Сөнки беҙ бер класта уҡыныҡ, мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөп, ғаилә ҡорҙоҡ. Мөхәббәттең сөсөһөн дә, әсеһен дә татыным. Бөгөнгө күҙлектән ҡарайым да, ул мине яратмағандыр тип уйлап ҡуям. Сөнки яратҡандарҙы йәберләмәйҙәр, кәмһетмәйҙәр, ауыр һүҙ әйтмәйҙәр. Балалар менән аралашыуға кәртә ҡуймаҫ ине.
– Заманында ҡурҡмайынса ғаиләгеҙҙе ҡалдырып Өфөгә килеүегеҙ, сәнғәт юлынан китеүегеҙ тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй алдығыҙ. Күңелегеҙҙе бар кешегә шулай асып биреү һеҙҙе ҡурҡытманымы?
– Ул минең иң ауыртҡан, әрнеткән ярам ине, һөйләмәйенсә булдыра алмағанмындыр. Ғөмүмән, мин асыҡ кешемен. Ғашиҡ булһам да, ҡайғырһам да, шатланһам да, кешеләр менән бүлешәм. Балаларын ташлап китте, тип әйтеү генә еңел. Ул саҡтағы әрнеү-һағыштарҙы, йоҡоһоҙ үткәргән төндәрҙе үҙем генә беләм. Әгәр уларҙы һаман да ауыр йөк итеп күңелемдә йөрөтһәм, кем белә, бәлки әллә ниндәй ауырыуҙарға һабышыр инем. Аллаһы Тәғәлә ике юл менән ярҙам ебәрҙе: береһе – йыр, икен­сеһе – кешеләргә ҡурҡмайынса серемде һөйләү. Ҡайғыларымдан шулай арындым. Аңлағандар аңланы, ә аңламағандар һаман да һөйләй.
– Бер ауырлыҡтан арынам тип икенсеһенә юлығыу кеүек булған бит был. Ғәйбәттәргә ҡаршы көрәштегеҙме?
– Ҡуйырған һүҙҙәргә иғтибар итмәҫкә булдым һәм үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем: өндәшмәҫкә, һигеҙ йыл бер кем менән дә әрләшмәҫкә, зарланмаҫҡа. Бары тик баш баҫып эшләргә лә эшләргә. Сөнки аңлай инем: шау-шыу ҡуптарып ҡына билдәлелек яулап булмай. Эшем, йырҙарым менән үҙемдең талантлы булыуымды, ниндәйҙер баһаға лайыҡ икәнемде иҫбатларға кәрәк. Бәләкәй генә филармонияла ла, ҙур сәхнәлә лә үҙ урынымды табырға тейеш инем. Ғәйбәттәрҙе бары тик шулай ғына еңә алдым. Ҡот осҡос ауыр ваҡыттар булды.
– Депрессиянан нисек сыҡтығыҙ?
– Туй үткән йылдың көҙө ине. Әсәйем менән урманға миләш йыйырға сыҡтыҡ. Шунда ул миңә һүҙҙе йыраҡтан ғына башлап, ҙур кәңәш биргәйне. “Ирҙәр бер ваҡытта ла ҡатынына ғына ҡарап ултырмай. Ҡасан да булһа хәбәр килеп етәсәк. Шул ваҡытта үҙ-үҙеңде юғалтмаҫ өсөн, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн хәҙерҙән үк әҙерләнә башларға кәрәк. Үҫеүҙән, уҡыуҙан туҡтама, эшлә. Спорт менән шөғөллән, йырыңды ташлама. Һәпрә булып йөрөмә! Ауыр саҡта түбәндә түгел, бейектә булып ҡал”, – тине. Ул саҡта мөхәббәтемә ышана инем, иғтибар итмәнем. Әммә икенсе улыбыҙ тыуыр алдынан ғына шул көн килеп етте. Шуға ла йырҙы ташламаным, алға барҙым.
– Балаларығыҙ менән хәҙер аралашаһығыҙмы?
– Төрлө йылдарҙа улдарым менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға тырыштым. Ниндәйҙер кимәлдә ул килеп сыҡты ла кеүек. Көсләшеп йөрөй торған ғәҙәтем юҡ. Мин уларҙы яратам. Ишектәр ҙә, күңелем дә асыҡ, ярҙам кәрәкһә, ҡулымдан килгәнде лә, килмәгәнде лә эшләйәсәкмен. Был турала үҙҙәренә лә әйткәнмен. Уларҙың тормошта үҙ юлдарын табыуға, ғаилә ҡороуҙарына шатланам. Кесе улым Тайфур өйләнгәс, никахҡа, туйға саҡырҙы. Уның да йыр-моңға һәләте бар. Заманында “Бүреләр”, “Ҡараташ” төркөмдәрендә музыкант булып эшләне. Ә хәҙер Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамлап, тулыһынса һөнәренә бирелде. Ейәнем бар.
– Ҡабат кейәүгә сығырға, күңел йыуанысы өсөн бала табырға уйламанығыҙмы?
– Әсәйем дә шундай кәңәш биргәйне. Әммә мин барлыҡ һыҙланыуҙарымды эш менән баҫам тип, йыр донъяһына баш-аяғым менән инеп киткәйнем. Уйым да булманы.
– Һөйөүгә, ғаилә мөнәсәбәттәренә, ир-егеттәргә күңелегеҙ ҡалғайнымы?
– Мөхәббәттән бер ваҡытта ла ваз кисмәнем. Яраттым, яратылдым, яуапһыҙ һөйөү ҙә урап үтмәне. Матур кисерештәр солғанышында йәшәй алыуым менән бәхетлемен. Хоҙай миңә ғашиҡ булыусан халәт биргән. Моғайын, ижад кешеләре шундай булалыр. Ә ғаилә мөнәсәбәттәренә килгәндә, янымда һәр ваҡыт йомшаҡ күңелле, ябай, изгелекле кеше булыуын теләнем.
Яңғыҙ әхирәттәр менән һөйләшеп ултырабыҙ ҙа, улар буласаҡ ирҙәренең мотлаҡ рәүештә бай, хәлле, юғары белемле, абруйлы булыуын теләй. Ә мин ир-егеттең кеҫәһен, эш хаҡын һәм урынын мөһим тип һанаманым. Байлыҡ, ғаилә булыу бәхетле булыу тигәнде аңлатмай. Оло донъя уртаһында бәхетһеҙлек кисереүҙән дә ауыр нәмә юҡ. Иң мөһиме, бер-береңә ихтирам, һөйөү һәм изге күңел. Шундайҙы эҙләнем һәм таптым. Юлай менән беҙ инде алты йыл бергә. Ябайлығы, ярҙамсыллығы менән күңелемде яуланы. Уның да яҙмышы бик күп һынауҙарҙан торған. Шуғалыр бер-беребеҙҙе бик тиҙ аңланыҡ. Хор капеллаһында эшләй, Әлшәй районында тыуып үҫкән. Был тормошта үҙ кешеңде, үҙ тиңеңде тапһаң, шул тиклем рәхәт икән ул.

Үҙ-үҙеңә хыянат итергә ярамай

– Һеҙ талапсан йырсымы?
– Эйе, үҙемә ҡарата ла, башҡаларға ла. Талантлы кешеләрҙе яратам. Конкустарға жюри итеп саҡырһалар, объектив ҡарайым. Күрәләтә аҡты – ҡара, ҡараны аҡ, тип әйтә алмайым. Ул минең дә, конкурстың да бәҫен төшөрәсәк. Аллаға шөкөр, филармонияға беҙгә алмаш булырҙай бик талантлы йәштәр килде. Улар ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала, шуныһына ла шатланам. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр сәхнәгә аяҡ баҫмаҫ борон уҡ “йондоҙ” ауырыуына дусар була.
– Күңел һалып башҡарған берәй йырығыҙ халыҡ араһында популяр булып китмәһә, күңелегеҙгә ауырмы?
– Мин тормошҡа һәр ваҡыт аныҡ күҙ менән бағам. Салауаттың йырҙарын йырлай башлағанда Бөрйәндә йәшәй инем әле. “Әлфиә һылыу, тауышың шул тиклем матур. Ниңә һин әллә ниндәй йырҙарҙы йырлайһың ул?” – тип һораны бер ағай. Өфөгә килгәс, хатта бер профессиональ режиссер: “Салауаттың сүп һауытында ята торған йырҙарын йырлайһың”, – тине. Ә мин уларҙы иҫем китеп, бирелеп башҡара инем, ауырыу-һыҙланыуҙарҙы сығарҙым. Әлбиттә, уларҙы табын артында йырлап булмай. Тотош драматургия. Шуға күрә үҙемдең “кассовый” йырсы була алмаҫымды күптән белдем, аңланым. Ҙур популярлыҡ яуларға ынтылманым да. Сәнғәттә иң мөһиме, үҙ-үҙеңә хыянат итмәү. Ә дан, аҡса артынан ҡыуып, халыҡҡа ярайым тип хыянат итеүселәр бар. Сәхнә ниндәйҙер кимәлдә минең намаҙлығым тип әйтә алам. Мине әле нимә борсой, шуның менән бүлешәм, кисерештәремде һөйләйем. Тамашасылар араһында аҙ булһа ла барыбер аңлаусы, ҡабул итеүсе, тетрәнеүсе табыла. Һә-ти-тә менән сәхнәгә сыҡмаясаҡмын. Ваҡытында тәҡдимдәр булды, хәҙер минең баш тартҡанды белеп бөткәндәр.
– Ә Салауат ағайҙың ижады менән танышыу нисек булды?
– Тәүге тапҡыр радионан Айһылыу Солтанованың “Бәүелсәктә ҡыҙ бала бәүелә”, Иҙрис Ғәзиевтең “Күҙ нурым”, “Яратам” йырҙарын ишеткәс, аптырап ҡалдым. Бөтөнләй беҙ йырлаған, ишеткән йырҙарға оҡшамаған. Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ. Авторы кем икән тип ҡыҙыҡһына башланым. Шулай итеп Салауаттың ижады менән таныштым. Ә училищелағы вокал уҡытыусым Әлфиә Кәримова уға кейәүгә сыҡҡас, шәхсән танышып киттек. Йырҙар һорап алдым, уларҙы яҙҙырып, радиоға тапшырҙым. Салауат осрамаһа, бәлки, профессиональ йырсы ла булып китмәҫ инем.
– Радио тыңлайһығыҙмы, телевизорҙан музыкаль тапшырыуҙар ҡарайһығыҙмы?
– Бик һирәк. Унда яңғыраған йырҙарҙың күпселеге тыңларлыҡ түгел. Әстәғәфируллаһ, тип ҡуям. Телевидениеның алтын фондынан ретро концерттар ҡарайым. Элекке кеүек рәхәтләнеп тыңларлыҡ, йырларға ашҡынып торорлоҡ йырҙар ҡайҙа икән? Ысын композиторҙар, шағирҙар ижад иткән йырҙарҙы йырларға кәрәк. 3 – 4 йыр яҙып, мин – композитор тиһәләр, асыуым килә. Улайһа, мин – балерина, тип яуап бирәм. Элек Салауатҡа ниндәйерәк йыр кәрәклеген аңлата башлаһам: “Бына бит һөйләп бирҙең, ултыр ҙа яҙ. Тойомлауың бар, нисек кәрәклеген беләһең”, – ти торғайны. Тик батырсылыҡ итмәнем. Һәр эштә профессионализм булырға тейеш. Композитор булыу өсөн кешеләр 6 – 9 йыл махсус белем ала, ғүмер буйы өйрәнә. Ә талантлы йәштәр өс көнлөк йырға тотонһа, туранан-тура: “Тауышыңды әрәм итеп, бындай йырҙар йырлап торма!” – тим. Тәбиғәт биргән талантты мыҫҡыл итеү ул. Әйтеүемсә, мин үҙемә лә бик талапсанмын. Үҙ йырҙарын тәҡдим итеүселәр күп. Уларҙы ҡырҡ иләк аша үткәреп, һайлап ҡына үҙ репертуарыма алам. Һүҙҙәре тетрәндерһә, көйө матур булһа. Һәм, әлбиттә, минең күңел торошома тап килһә. Ә ундайҙар йөҙгә бер йә ике була.
– Һеҙ үҙегеҙҙең һаулыҡҡа ла, матурлыҡҡа ла битараф түгел...
– Әсәйемдән өлгө алам: ул һаман да сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. 21 көн бер эште эшләһәң, ул ғәҙәткә инә. Спорт һәм үҙемде тәрбиәләү, матурлыҡ процедуралары минең өсөн күптән ғәҙәткә ингән. Ә инде филармонияла эшләй башлағас, ул һөнәремдең бер өлөшөнә әүерелде: артист сәхнәлә матур булырға тейеш. Һаулыҡ – ул ҙур хеҙмәт, сынығыу һәм хәрәкәт. Үҙемде елкәнән һөйрәп торғоҙам да спорт менән шөғөлләнәм. Үләндәр эсәм, дөрөҫ туҡланыуға ҙур иғтибар бүләм. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратам. Йоҡо ла сәләмәт булырға тейеш.
– Тормошоғоҙҙо яйға һалғас, күңел тыныслығы таба алдығыҙмы?
– Күңелдә ниндәйҙер һиллек барлыҡҡа килде. Упҡын ситендә йәшәп, ярһыуҙарҙым менән арығанмын икән. Хәҙер инде бар теләгем: балаларым, ғаиләм һау булһын, әсәйем оҙағыраҡ йәшәһен, сәләмәтлектә йәшәү насип булһан. Һәм, әлбиттә, донъя имен булһын.
– Матур әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Әлфиә апай. Артабан да һеҙҙән үҙенсәлекле йырҙар, ҡабатланмаҫ концерттар көтәбеҙ. Уңыштар юлдаш булһын!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

 

Автор:
Читайте нас: