Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
14 Октябрь 2022, 22:30

Ҡаһарман атайҙар араһында Күгәрсендән дә бар

Йәмил ағай ҡатыны Гөлдәр Адис ҡыҙы менән дүрт балаға – Ынйы, Нәркәс, Миләүшә, Юлдаш һәм Иштуған исемле матур ҡыҙҙарға һәм батыр улдарға ғүмер бүләк иткән, уларға матур тәрбиә бирә.

Ҡаһарман атайҙар араһында Күгәрсендән дә бар
Ҡаһарман атайҙар араһында Күгәрсендән дә бар

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын булдырҙы. Атайҙар институтын нығытыуға йүнәлтелгән был йәмәғәт наградаһы менән күп балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә.

 Сентябрь аҙаҡтарында “Атай ҡаһарманлығы” наградаһын алыусылар билдәләне. Был юғары наградаға лайыҡ булыусылар араһында Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәүсе Йәмил Зәки улы Баймырҙин да бар. 

 Йәмил ағай ҡатыны Гөлдәр Адис ҡыҙы менән дүрт балаға – Ынйы, Нәркәс, Миләүшә, Юлдаш һәм Иштуған исемле матур ҡыҙҙарға һәм батыр улдарға ғүмер бүләк иткән, уларға матур тәрбиә бирә.

Йәмил Зәки улын, Баймырҙиндар ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ! Мораҡ ауылының йәме булған күркәм ғаиләгә, яҡындарының терәк-таянысы булған Йәмил Зәки улына иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләйбеҙ!

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 20 октябрҙә “Торатау” конгресс-холында үтәсәк.

Розалия Искужина

Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите. 

Автор:
Читайте нас: