Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
19 Октябрь 2022, 19:25

Илүзә Иҫәндәүләтова Истанбулда матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ

"Мисс Республика-2021" һылыуҡайына уңыштар теләйбеҙ!

Илүзә Иҫәндәүләтова Истанбулда матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ
Илүзә Иҫәндәүләтова Истанбулда матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ

16-24 октябрҙә Истанбулда "Евразия королеваһы-2022" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы уҙа. Конкурс Евразияның төрлө мөйөштәренән 28 ҡатнашыусыны йыйҙы.

Көн һайын ҡыҙҙар өсөн Истанбулдың иҫтәлекле урындары буйлап фотоға һәм видеоға төшөрөү, оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар ойошторолған, тип хәбәр итте "Башинформ"ға модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

Башҡортостандан "Мисс Республика-2021" исеменә эйә булған Илүзә Иҫәндәүләтова сығыш яһай. Илүзәгә 22 йәш, ул Сибай ҡалаһында тыуған. Йәйен ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.

"Мисс Республика-2021" конкурсында еңеүҙән тыш, Илүзә "Мисс Өфө - 2020", "Мисс Азия-Себер-2021", "Башҡортостан" кеүек исемдәргә эйә.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: