Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
7 Ноябрь 2022, 09:50

Шундай кешеләр күберәк булһын ине

Тыңғыһыҙ Рәзиф Ғәлиев бөгөн дә ауылында бик күп эштәрҙә ҡатнашып, башлап йөрөй. Әйткәндәй, бөгөн уның ғүмер байрамы. Рәзиф Тәлғәт улын иҫтәлекле көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.   

Шундай кешеләр күберәк булһын ине
Шундай кешеләр күберәк булһын ине

 

Илеш районының Рсай ауылына, ауылдаштарына тоғро ҡалған Рәзиф Тәлғәт улы "Урал" колхозында төҙөүсе-инженер булып 20 йыл хеҙмәт итә. Хужалыҡҡа, ауылдаштарына һәр төҙөлөштәрҙе тиҙ арала ойоштороуы менән дан ҡаҙана. Бер үк ваҡытта ситтән тороп төҙөлөш техникумына уҡырға инә һәм дүрт йылдан диплом ала.

“Ул йылдарҙа колхозда пилорама, автоүлсәгес, машина-трактор паркында келәт, иген, картуф һаҡлау, һигеҙ  йорт, ике балалар баҡсаһы тиҙ арала сафҡа баҫтырылды. Ырҙын  табағына асфальт түшәү ҙә еңелдән булманы. Ғөмүмән, төҙөлөш материалдарын табыу өсөн күп көс һалырға тура килә ине. Барлыҡ төҙөлөштәр киң ҡарашлы, төрлө яҡлап белгес булған колхоз рәйесе Роберт Ибраһимов кәңәштәре менән башҡарылды", – тип булдыҡлы уҙаман.

Бөгөн ул хаҡлы ялда һәм эшләп йөрөүсе коллегаларына теләге бер – төҙөлөштәр гөрләп барһын, халыҡ игелеген күрһен!

Тыңғыһыҙ Рәзиф Тәлғәт улы бөгөн дә ауылында бик күп эштәрҙә ҡатнашып, башлап йөрөй. Ауылына патриот ойоштороусы  Рсай тураһында йырҙар яҙа. Уларға клиптар төшөрә.

Шундай кешеләр күберәк булһын ине.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: