Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
18 Ноябрь 2022, 20:10

МИН ҮҘЕМДЕ ОШО ЙӘШЕМДӘ, ОШО ТӨҪӨМДӘ ЯРАТАМ...

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Гөлфиә Рафиҡоваға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Яратҡан артисыбыҙҙы оло бүләге менән ҡотлап, сәләмәтлек, күңел тыныслығы, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

МИН ҮҘЕМДЕ ОШО ЙӘШЕМДӘ, ОШО ТӨҪӨМДӘ ЯРАТАМ...
МИН ҮҘЕМДЕ ОШО ЙӘШЕМДӘ, ОШО ТӨҪӨМДӘ ЯРАТАМ...

МИН ҮҘЕМДЕ ОШО ЙӘШЕМДӘ, ОШО ТӨҪӨМДӘ ЯРАТАМ...

"Һөйкөмлө" тигән матур һүҙ бар беҙҙең телдә. Күҙ ҡарашҡа, һөйләшеүгә, аралашыуға еңел, теремек, ыңғай, позитив фекерле, күңелсәк кешеләргә ҡарата әйтелә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡова менән танышып алып әңгәмәләшә башлағас та башҡа шундай уй килде. Һәм был һөйкөмлө кеше менән һөйләшеү ҙә еңел, күңелле, мауыҡтырғыс булды.

Бала саҡта ҡыҙҙарҙың күбеһе артист булам тип хыяллана. Һеҙҙә лә был хыял булғанына иманым камил һәм ошо ниәтте тормошҡа ашырыу нисегерәк булды?

- Бала саҡта мин бик ҡыйыу, телсән бала булғанмын. Ғафури  районының Бәләкәй Үтәш, боронғоса әйткәндә, Бәрлеүәҫ ауылында, оло ғаиләнең кинйә балаһы булып үҫтем. Төпсөктәргә хас иркәлек тә, иғтибарға һуғарылып осона биреп китеү ҙә булғандыр инде. Әртисләнгәнмен инде. Бөтә сараларҙа ла йырлайым да бейейем. Хатта бер ауыҙ һүҙ русса белмәгән көйө "русса" сығыш яһарға башым еткән. Үҙем уйлап сығарған телдә өс куплетлыҡ йыр йырлап, русса башҡарам, тигәнмен. Яңы йыл байрамында Ҡыш бабай алдында сығыш яһағанмын, бүләк алғы килгәндер инде. Шул хәлде ауылда ололар һаман да иҫләп көлә.
Ҡайҙа ла йырлаталар, бейетәләр ине. Ололарға мәҙәк булғандыр. Унан "Был бала әртис кенә булыр инде" тип маҡтайҙар, ә миңә етә ҡала, тағы ла дәртләнеберәк китәм. Һәм бына ошондай "әртис булыр был" тигәнде бик йыш ишетеү мине лә шуға ышандырған. Икенсе һөнәр тураһында уйлау башҡа ла инмәне. Хатта инде үҫә төшөп, ояла башлағас та, концерттарҙа сәхнәгә сығырға тартынғанда ла, күңел түрендәге был хыял юғалманы. Инәйемә (әсәйгә) сәнғәт институтына барырға йыйыныуым хаҡында әйткәс, ул был хәбәрҙе атайға еткерҙе һәм унан "Артист та булдымы һөнәр, улар тормошо тормошмо инде!" тигән кеүегерәк ризаһыҙлыҡ белдерелде. Элек беҙҙең бала саҡта атайҙар менән ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеү юҡ ине бит, ул әйтерен шулай әсәй аша ғына еткереп ҡуя ине. Ошондай "фатиха" алып булһа ла киттем уҡырға. Оҙатып, етәкләп йөрөтөүселәр юҡ. Индем институтҡа, уҡып сыҡтым... Иң үкенеслеһе нимә - атайым минең сәхнәлә уйнауымды берҙе лә күрә алманы, иртә мәрхүм булды. Ә минең тап уға яратҡан һөнәремде күрһәткем килгәйне.
Атайым шулай тиһә лә, миндә сәнғәткә һөйөү тап уларҙың үҙҙәренән күскән. Инәйем клубта эшләгән, тәҙрә ҡорғандарына тиклем тегеп элеп ҡуйған үҙе. Ауылдаштарҙы йыйып, ойоштороп, спектаклдәр уйнатып, ауылдар буйлап концерттар ҡуйып йөрөгәндәр. Атайым гармунда уйнай ине. Хәтерләйем, тальян гармуны булды, 45 һумға һатып алған. Хаҡын тел сартлатып әйтәләр ине. Шул йәшел гармунын һуҙып уйнап ебәрә, инәйем моңло тауыш менән йырлап ҡушыла. Унан атай бейергә төшөп китә. Уның һымаҡ бейегәндәр һирәк булғандыр. Яурындарын уйнатып, бөтөн тәне менән һәлмәк итеп боронғоса бейей, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамай ғына, ойотоп, йомшаҡ итеп баҫа торғайны, тип һөйләйҙәр. Хәҙер ундай бейеү үҙенсәлеге онотолған тигәндәй.
Ата-әсәнән күреп, өйҙә лә балалар гармун, ҡурай тотто. Бер-бер артлы гармунсылар үҫеп сыҡты. Хатта ике ағайым бер гармунды бүлешә алмай тартышып, урталай өҙөп сығарғандар. Шунда ла атай әрләмәгән, ә гармун эсендәге ҡылдарынан ҡумыҙҙар яһап биргән. Яңы гармун һатып алғандар малайҙарға.

Ниндәй ролдәрегеҙҙә һеҙ үҙегеҙҙе астығыҙ? Һәм ҡайһы образдарҙа ысын героиня булып күрендегеҙ?

- Башта эшләй башлағанда һәр бер роль эстә ҡаршылыҡ тыуҙыра ине. Был минең роль түгел, мин уйнай торған образ түгел был, тип уйлайһың. Үҙеңә ярамаған ят кейем кейгән һымаҡһың. Әммә артистың өлөшө шундай, ул теләгән ролен һорап ҡына алып башҡара алмай. Һинең мөмкинлегеңдән, һәләтеңдән һәм башҡа күрһәткестәреңдән сығып, ролдәрҙе режиссер билдәләй. Артист бер төрлө образдарға йәки типик геройҙарға ҡалыплашырға тейеш түгел. Ул ниндәй ролде лә башҡара алыу кимәленә етергә бурыслы. Һәр хәлдә, шул тәңгәлдә эшләргә лә эшләргә. Булмышыңа ҡапма-ҡаршы булған характерҙы ла, бөтөнләй ҡабул иткең килмәгән геройҙы ла, темаларҙы ла ышандырырлыҡ итеп башҡарыу ул артислыҡ. Мин-минлегеңде һындырып, уттан боҙло һыуға инеп, һығылмалы, йомшаҡ материал хәленә етеү ул ролгә инеү.
Йәштәр театрында эш башлағас, һәр ваҡыт хисле, хыялый, ғашиҡ ҡыҙҙарҙы уйнаным. Был ролдәр миңә шул тиклем килешә кеүек ине. Сөнки мин яһалмаланмайым, тап үҙемдең булмышымда, үҙемдең тормошомдо сағылдырып йөрөйөм кеүек. Унан тормошҡа сығып, бала әсәһе булып, декрет ялдынан сыҡтым да, әлеге хыялый ҡыҙҙар роленә инеп ултыра алмайым да ҡуям. Сөнки үҙемде инде олоғайған кеше, ир ҡатыны, бала әсәһе итеп тоям. Йәнәһе, мин тамашасыны йәш ҡыҙыҡай булып алдап йөрөйөм кеүек. Бер шундай психологик ҡаршылыҡ булып алды үҙ-үҙемдә.
Ә былай "Һинд ҡыҙы"ндағы Зәйтүнә, "Мөхәббәт тураһында йыр"ҙағы Гөлнар, "Мөхәббәт һәм нәфрәт"тәге Зөлхизә, "Юлдарым - һағышлы моңдарым"дағы Асель, "Ҡатын ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы"ндағы Алһыу, "Айгөл иле"ндәге Айгөл, "Әй әттәгенәһе, ирем ҡайтты" комедияһындағы Сәкинә һәм башҡа ролдәрҙә мин ниндәйҙер үҙемдең бер өлөшөмдө күрҙем. Һәр бер образымдың йә бер ҡылығында, йә бер һүҙендә, монологында күңелемә ауаздаш сыңдар булды. Мин уларҙы сәхнә персонаждары итеп асһам, улар мине актриса булараҡ асты һәм тамашасыға танытты. Һәр ролемә рәхмәтлемен.

- Нисек уйлайһығыҙ, билдәле булыу артистың маҡсатымы?

- Сәнғәт күгендә ҡапыл балҡыған йондоҙҙар ҙа, бер арауыҡта ғына күренеп ҡалғандары ла, үҙ быуынының билдәле шәхесе булған артистар ҙа бар. Миңә ҡалһа, мин һәүетемсә генә алға барам, ашыҡмайым, ҡабаланып-ҡарһаланмайым, тип уйлайым. Билдәле булыу, дан түбәһенә менеп етеү маҡсатым түгел, артист булыуым - ул минең хеҙмәтем. Мин был эште яратам, беләм, ошо һөнәр менән көн итеп йәшәйем һәм дөйөмләштереп әйткәндә, был минең тормошом.

- Әҙәбиәттә лә, кино сәнғәтендә лә йыш ҡына артистар тормошон, актрисаларҙы яһалма, әллә нисә ҡатлы һәм йәшәйештә лә төрлө ролдәр үтәп йәшәгән итеп һүрәтләйҙәр. Ошоларҙы кире ҡағып йәки хуплап, берәй нәмә әйтер инегеҙме?

- Шаярып башлағанда, улым бәләкәйерәк саҡта миңә эйәреп эшкә килә. Артистар үҙ-ара ҡосаҡлашып, үбешеп сәләмләшәбеҙ, комплименттар әйтешәбеҙ. Улым ҡарап тора-тора ла әйтеп һала: "Күренеп тора бит инде бер-берегеҙҙе артыҡ яратып тормағанығыҙ, нимәгә үбешеп-ҡосаҡлашып тораһығыҙ ул?" - ти. Быны ишеткәндәр әй көлә, бала бар ерҙә ғәйбәт юҡ, тиҙәр.
Ә инде халыҡта йәшәгән шундай фекерҙе кире ҡағып, нимә әйтер инем? Артистар ҙа шулай уҡ үҙ яҙмышын йәшәй, ул башҡаларҙан бер ниндәй характер һыҙаты йәки ҡатлы-ҡатлылығы менән айырылып тора, тимәҫ инем. Улар бары күҙ алдында, телдә, иғтибар үҙәгендә, шуға улар тормошо күренеп бара ла. Асылда, артистарҙың танауына сиртер "артистар" булып ҡуя. Иронияһыҙ әйткәндә лә, ауылдарҙа, ябай мәжлестәрҙә лә артистарыңды уҙҙырыр һәләтле, телсән, юморға бай кешеләр осрап ҡуя. Бөтөн килбәте, төҫ-һыны, һәләте тәбиғәттән бирелгән була.
Әлбиттә, һөнәр кешене яһай ул, мәҫәлән, уҡытыусыларға уҡытыусы асылы һеңеп китә, табиптарға табип роле, тигән кеүек. Артистар ҙа ниндәйҙер кимәлдә ҡайһы бер осраҡтарҙа "уйнарға" мөмкиндәр. Әммә артист кеше тормошта ла роль уйнап йәшәй, тигән фекер дөрөҫ түгел. Уйнау, яһалмаланыу, ҡыланыу төрлө кешегә хас һыҙаттар.

- Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, тиһәләр ҙә, түңәрәк һандарҙы юйып ҡына ташлап булмай, ул һандар үҙен тойҙора, йөҙгә, сәскә үҙ төҫөн һала тигәндәй... Һеҙ быға ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ?

- Көрәшәм, тип... Ысынында, йәшмен икән тип уйлап тик йөрөйөм мин. Әле бына юбилейым булды, әммә олоғаям икән тип ҡабул итмәйем. Мин ошо йәшемдә, ошо төҫөмдә үҙемде яратам. Бик уңайлы тоям ошо булмышымда. Һәр хәлдә, ҡырҡтан ары ҡатын-ҡыҙға олпатлыҡ килә һәм эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да үҙен ҡулда тоторға ынтылырға тейеш. Ситтән үпкәләтерлек һүҙ йәки ҡараш булмаһын өсөн. Иң тәүҙә үҙеңде яҡшы тойоу өсөн.
Мин пластик операцияларға ҡаршымын, шулай уҡ әлегәсә заман технологиялары, косметик салондар ярҙамы менән дә ҡулланғаным юҡ. Кеше, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ үҙ йәшенән артыҡ айырылмаҫҡа тейештер тип уйлайым. Илле йәшкә ет тә, бер һырһыҙ ҙа булмай ҙа инде. Был йәштә шып-шыма битле, үҫтерелгән керпекле, оҙон тырнаҡлы булып ултырыу шөкәтһеҙлек булыр ине. Аллаһы Тәғәләнең биргән төҫ-һынына шөкөр итеп, һимермәҫкә, теремеклекте ташламаҫҡа, оптимистик ҡараштан яҙмаҫҡа тырышып йөрөлгән көн. Донъяның аҡ яҡтарын, кешеләрҙең яҡшылығын, тәбиғәттең аяҙлығын күрергә ынтылып йәшәү зарур. Үҙең дә башҡаларға матур кәйеф бүләк итерҙәй ыңғай энергетикалы, таҙа ауралы әҙәм булырға тырышырға кәрәк. Бындай кешеләр менән аралашҡанда уға нисә йәш икән, кейеме ниндәй икән, ҡайһы салонға йөрөй икән, тип уйламайһың бит, ә ҡайһылай һәйбәт кеше, тип уйлайһың. Минең фекерем шулай.

Шулай итеп...
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡы, ябай, асыҡ Гөлфиә Рафиҡованың ижады ла яйлап-яйлап тауға үрләгән йөк тулы арбаны күҙ алдына килтерә. Был арбала уның ғүмер юлы ла, сәхнәгә сығарған ролдәре лә, ғаиләһе лә, рухи байлығы ла, күңел кисерештәре лә. Һәм ул үҙ юлы менән һәүетемсә генә хәрәкәт итә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

Архив. 2021.

 

Автор:
Читайте нас: