Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
9 Декабрь 2022, 15:01

“Эшемдең һөҙөмтәһен күреү илһамландыра...”

Тормош иптәшем — Мәсетле районы егете. Университетты минән ике йыл алданыраҡ тамамлаған. Тик студент саҡта юлда­рыбыҙ киҫешмәне. Таны­шыуы­быҙ иһә ошолайыраҡ булды:

“Эшемдең һөҙөмтәһен күреү  илһамландыра...”
“Эшемдең һөҙөмтәһен күреү илһамландыра...”

Буй-һынына, йөҙ-ҡиәфәтенә күҙ һалһаң, уны сәхнә өсөн генә яратылған тип уйларға мөмкин. Нескә билле был сибәрҙе модель тип ҡабул итеүселәр ҙә осрай торғандыр. Саялығын, етеҙлеген, заман менән бергә атлауын иҫәпкә алып, бизнесвумен тип тә уйлайҙарҙыр әле. Юҡ, модель дә, актриса ла, бизнесвумен да түгел әлегә Зөлфиә һылыу. Ул үҙ эшен яратып башҡарған юғары категориялы теш табибы. Әлегә тим, сөнки бөгөн тормош тиҙ үҙгәреүсән һәм геройыбыҙҙың үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарау теләге бар... Әммә был төп һөнәренән бөтөнләй ситләшеү тигәнде аңлатмай. Булдыҡлылар төрлө өлкәне бер юлы алып бара ала. Ә Зөлфиә кеүек үҙ эшен яҡшы белгән, юғары квалификациялы табиптарға һәр ерҙә лә һорау ҙур.
Зөлфиә Замир ҡыҙы Манһажева ете йыл балалар стоматология поликлиникаһында табип, бүлек мөдире булып эшләгәндән һуң, хәҙер байтаҡ йылдар инде Өфө ҡалаһының 12-се стоматология поликлиникаһында өлкәндәрҙе дауалай.

— Зөлфиә, пациенттарың, һинең кабинеттан тешеңде генә түгел йәнеңде дауалағандай хис итеп, мотлаҡ йылмайып килеп сығаһың, тигәнен ишетергә лә тура килде. Был, һис шикһеҙ, эшеңде яратып, күңел һалып башҡарыуыңдың күрһәткесе...
– Рәхмәт! Шулай булырға тейештер ҙә, моғайын... Беҙ, теш табиптары, клиенттарыбыҙ матур итеп йылмая алһын өсөн тырышабыҙ бит. Мине, ғөмүмән, эшемдең һөҙөмтәһен күреү илһамландыра, пациенттарым менән аралашырға яратам, теш табибы ғына түгел, хатта ниндәйҙер кимәлдә психолог та булырға тура килә. Хәйер, һәр табиптың бурысы инде был. Башта пациенттың хәл-торошо менән ҡыҙыҡһынаһың, уны үҙеңә ышандыраһың, ҡурҡыу тойғоһонан арындыраһың, шул саҡта барыһы ла ыңғай ғына хәл ителә. Әйткәндәй, хеҙмәт юлымды интернатура осоронда уҡ балалар теш табибы булараҡ башлағайным. Был да үҙенә күрә ҙур һөнәри тәжрибә булды, сөнки балалар менән эшләү айырыуса һиҙгерлек һәм иғтибарлы мөнәсәбәт талап итә...
– Моғайын, һин пациенттарың менән баш­ҡортса ла аралашаһыңдыр?
– Әлбиттә. Башҡорт йәки татар милләтенән икән, улар менән саф башҡорт телендә һөйләшәм. Һәм был күп пациенттарға оҡшай. Бигерәк тә өлкән апай-ағайҙарға үҙ телеңдә мөрәжәғәт итһәң, күңелдәре иреп китә.
– Миңә ҡалһа, был пациенттарҙа һоҡланыу тойғоһо ғына уятып ҡалмай, дауалау учреждениеһы өсөн дә ҙур мәртәбә һаналалыр. Сөнки башҡорт телен камил белгән табиптар һәр ерҙә лә кәрәк.
– Эйе, был, һис шикһеҙ, шулай. Мин шуныһы менән дә бәхетле – эшемдән, хеҙмәт­тәштәремдән уңдым. Балалар поликли­никаһында ла берҙәм, татыу коллектив тупланғайны. Улар менән әле лә бәйләнеште өҙгән юҡ. Мине онотмай, яҡын күреп, хөрмәтләүҙәре өсөн рәхмәт үҙҙәренә. Бындағы коллегаларым менән дә дуҫ, татыубыҙ. Үҙ һөнәренең оҫталары эшләй беҙҙә. Етәксебеҙ, поликлиниканың баш табибы Альфред Айса улы Аҙнағолов та – талапсан, әммә асыҡ күңелле, ихлас кеше. Эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышҡан оҫта ойоштороусы ла ул.
– Һин, телде яҡшы белгән юғары категориялы теш табибы булараҡ, телевидение тапшырыу­ҙарының көтөп алған ҡунағы...
– Эйе, ысынлап та, ”Сәләм”, “Бәхетнамә”, “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуҙарына ла эксперт булараҡ йыш саҡыралар. Радиола ла сығыш яһайым. Әйткәндәй, мәктәп йылдарында уҡытыусыларым филолог, журналист булырға ла әйҙәй ине. Сөнки бәләкәйҙән иншалар яҙырға, тасуири итеп шиғыр һөйләргә яраттым. Хатта актриса һөнәрен үҙләш­терергә теләгән мәлем дә булды. Әле лә ҡулыма берәй ҡыҙыҡлы ғына башҡортса китап килеп эләкһә, уҡып бөтмәйенсә туҡтамайым.
– Ә шулай ҙа һин теш табибы һөнәрен һайлаған­һың? Быға нимә булышлыҡ итте?
– Һәр кемдең үҙ тәғәйенләнеше була бит ул. Бала саҡта әсәйемдең әсәһе ҙур әнейем (хәҙер мәрхүмә инде) менән йыш ҡына урманға еләккә йөрөй инек. Ул төрлө үләндәр ҙә йыйып, ниндәй сирҙән килешеүе хаҡында ла һөйләй торғайны. Хәҙер аныҡ ҡына хәтерләмәйем, әммә ҡайһыһылыр теш һыҙлауын баҫа, тиеүе лә иҫтә. Ошолар ҙа булышлыҡ иткәндер инде, Ишембай ҡалаһының икенсе башҡорт гимназияһында уҡығанда табип һөнәренә тартылыуымды тойҙом. Шуға ла туғыҙынсыны тамамлағандан һуң, Өфө медицина колледжына инеүҙе хуп күрҙем. Сөнки ул йылдарҙа медицина университетына тик медицина колледжын тамамлағандарҙы ғына аласаҡтар икән тигән хәбәр сыҡҡайны. Әммә ул ғәмәлгә индерелмәне. Колледжда уҡыу сәбәпле, медицина университетын тиҫтерҙәремдән ике йылға һуңыраҡ тамамлауым һис тә үкенмәйем. Тап колледжда уҡыған йылдарҙа теш табибы йүнәлеше буйынса үҫешергә теләүемде аңланым. Әйткәндәй, ҙур әнейем хаҡында хәтирәләр һәр саҡ йөрәгемде йылытып тора. Уның: “Тәүфиҡлы бул – бәхетең шатлыҡтан илар, егәрле бул – йәшәүе еңел бирелер”, – тигән һүҙҙәре әле лә күңелемдә йәшәй. Хәҙер үҙем әсәй булғас, ҡыҙыма ла шундай нәсихәттәр бирергә тырышам.
– Белеүемсә, һин Ишембай районы Ҡолғона ауылы ҡыҙы. Бик матур ғаиләлә тыуып үҫкәнһең. Бала сағың, яҡындарың хаҡында ла бер аҙ һөйләп үтһәң ине?
– Ысынлап та, кешенең булмышына, холоҡ-һыҙатына иң тәүге сирата уны уратып алған мөхит йоғонто яһай. Атайым Екатеринбург Урман хужалығы институтын тамамлап, ошо өлкәлә яуаплы вазифа­ларҙа эшләне, әсәйем –һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, ғүмерен медици­наға бағышлаған кеше. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Ағайым һәм ҡустым бар. Шуныһы үҙенсәлекле – өсөбөҙ ҙә табип һөнәрен һайланыҡ. Ағайым менән ҡустым хирургия йүнә­лешендә уҡыны. Земфир ағайым – хирургия өлкә­һендә ярайһы ҙур тәжрибә туплаған табип, фән кандидаты. Әммә ошо өлкәлә уңышлы ғына эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, йүнәлешен үҙгәртеберәк ебәреп, Башҡортостан эске эштәр министрлығы поликлиникаһына күсте. Унда башта ябай табип булып эшләне. Һуңынан бүлек етәксеһе, начмед итеп тәғәйенләнде. Бөгөн ул Башҡортостан эске эштәр министрылығы поликлиникаһы етәксеһе. Подполковник званиеһында. Ҡатыны менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡустым Азат иһә — Өфө ҡалаһының 21-се дауахаһында табип-хирург. Ул да күптән түгел өйләнде. Беҙ һөнәр алып, башлы-күҙле булып, ейәндәре донъяға килгәс, атайым менән әсәйем дә Өфөгә күсеп төпләнеүҙе хуп күрҙе. Өфө районының Нуғай ауылында йорт төҙөп сыҡтылар. Аралар яҡын булғас, аҙна һайын күрешеп торабыҙ. Әсәйем, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә шәфҡәт туташы һөнәренә тоғро. Атайым да эшләп йөрөй. Атайым менән әсәйемә, ағайым менән ҡустыма терәк-таяныс булыуҙары, күрһәткән изгелектәре өсөн рәхмәтем сикһеҙ.
– Бала сағыңдағы тағы ла ниндәй мәлдәрҙе һағынып иҫкә алаһың?
– Хәтирәләрҙе барлай башлаһам, ауылда үҫкән саҡ һағындыра. Атайым менән урман гиҙгән, бесән эшләгән ваҡыттар күңелдә йылы бер иҫтәлек булып һаҡлана. Эйе, ауылда үҫкәс, эш тә тәтене инде. Шулай ҙа мине, берҙән-бер ҡыҙ бала булараҡ, улай уҡ ауыр эш эшләтеп йонсотманылар. Атайым, ағайым менән бесәнгә йөрөүем дә ана шул күңел өсөн генә булғандыр. Бала саҡтан тәбиғәтте, урманды яраттым мин. Атайымдың төрлө фәһемле хәлдәр тураһындағы бәйәнен йотлоғоп тыңлай торғайным, уның логиканы үҫтереү өсөн биргән күнегеүҙәре оҡшай ине. Әйткәндәй, олатайым менән өләсәйем дә (атайымдың атаһы менән әсәһе) бик тырыш, егәрле булды, хәлле йәшәне, мул итеп умарта тоттолар, беҙҙе шифалы, тәбиғи балдан өҙмәнеләр. Олатайым күптән мәрхүм инде. Өләсәйем иҫән әле. Мәле сыҡҡан һайын уны ҡайтып күрергә тырышабыҙ.
Бала саҡтан уҡ аныҡ маҡсаттарым булды. Теләк һәм тырышлыҡ бар икән, хыялдар мотлаҡ тормошҡа аша. Шуны аңлап үҫтем. Был миңә әсәйемдән бирелгән. Элек-электән уның киләсәкте күҙаллай, беҙҙе алда көтәсәк баҫҡыстарға әҙерләй белеүе һоҡландырҙы. Ул минең иң яҡын әхирәтем дә, серҙәшем дә. Әсәйемдең тәрбиә алымын ҡараһам, хәҙерге тел менән әйткәндә, ул элек-электән коуч, мотиватор, гуру булған икән, тип уйлап ҡуям. Беҙҙе тәрбиәләп кенә ҡалмаған, йүнәлеш тә биргән, ниндәйҙер ҡыйыу аҙымдар яһарға дәртләндергән. Атайым менән әсәйем беҙҙе бер ваҡытта ла сикләмәне, ҡайҙалыр уңышһыҙлыҡҡа тарыһаҡ та, һинән булмай тип әрләп, күңелде төшөрмәнеләр, бәләкәй генә уңыштарыбыҙҙы күрһәләр ҙә ҡеүәтләй, үҫтерә белделәр. Тағы шуныһы хәтеремдә, берәй эш боҙһам йәки мәктәптә алама билдә алһам, иң тәүҙә атайыма хәбәр итер инем. “Ундай ғына хәлдәр була инде, ҡыҙым, әсәйеңдең кәйефен төшөрөп, был хаҡта уға әйтеп тормайыҡ, йәме”, – ти торғайны. Ул әсәйемә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы мөнәсәбәттә булды. Әле лә шулай. Бөгөнгә саҡлы атайым менән әсәйемдең бер-береһенә ауыр һүҙ әйткәнен ишеткәнебеҙ юҡ.
– Яңылышмаһам, тормош иптәшең дә — теш табибы? Уның менән студент саҡтан уҡ таныш инегеҙме?
– Эйе, беҙ бергә эшләйбеҙ, ул стоматолог- пародонтолог. Башҡорт дәүләт медицина уни­верситетында уҡып йөрө­гәндә, дөрөҫөрәге, прак­тика мәлендә тап булыштыҡ. Тормош иптәшем — Мәсетле районы егете. Университетты минән ике йыл алданыраҡ тамамлаған. Тик студент саҡта юлда­рыбыҙ киҫешмәне. Таны­шыуы­быҙ иһә ошолайыраҡ булды: Мин Илмир эшләп йөрөгән 2-се стоматология поликлиникаһына практика үтергә килдем. Ә уның отпускыға киткән сағы икән. Шуныһы ҡыҙыҡ, практикам­дың һуңғы көнөндә генә эшкә сыҡты. Мин яҙмышҡа ышанам. Танышыу сәғәте һуҡҡан булғандыр, күрәһең. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡорҙоҡ. Өйләнешеүебеҙгә ун йыл инде хәҙер. Беҙҙе ҡыуандырып Риана исемле ҡыҙыбыҙ үҫә. Илмирҙың ата-әсәһе лә — бик уңған, тырыш заттар. Үкенескә күрә, күптән түгел яратҡан ҡайным беҙҙе ҡара ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Әлеге шул аяуһыҙ вирус ғүмерен ҡыйҙы. Был юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек. Уның арабыҙҙа юҡлығына һис тә ышанғы килмәй...
Алыҫ тип тормайбыҙ, тормош иптәшемдең тыуған яғына ла йыш ҡайтабыҙ. Мәсетле урмандарына ғашиҡ мин. Ундағы емеш-еләктең, мин яратҡан турғай еләгенең күплеге! Тәбиғәткә ғашиҡ кеше булараҡ, ул яҡты ла тиҙ үк үҙ иттем...
– Тормош иптәшең менән эштә лә, өйҙә лә бергә булыу ялҡытып китмәйме?
– Юҡ, киреһенсә, беҙгә шулай отошлораҡ та. Бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңлайбыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Беҙ, ғөмүмән, әүҙем тормош яҡлы. Йәйгеһен тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ. Иптәшемдең яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Ә отпуск мәлендә мотлаҡ берәй сит илгә барып ҡайтабыҙ. Ғаилә тормошонда “берең ут булһа, икенсең һыу булһын”, тиҙәр. Мин – уттыр. Илмир иһә тынысыраҡ холоҡло. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе аңлап, матур итеп донъя көтөргә тырышабыҙ.
– Тағы ла ниндәйерәк хыялдар, уй-ниәттәр менән йәшәйһең? Нимәләр ҡыҙыҡһындыра?
– Күңелһеҙ тормош яҡлы түгел мин. Башта мең төрлө уй ҡайнай. Аш-һыу беше­рергә лә яратам. Бассейн, фитнесһыҙ ҙа тора алма­йым. Шәхси үҫешкә, психологияға бәйле китап­тар уҡырға ла ваҡыт табырға тырышам. Мине билдәле кешеләрҙең тор­мош юлы илһамландыра, танылған шәхестәр менән интервьюлар тыңларға әүәҫмен. Унан һуң үҙемде телевидениела тапшы­рыу­ҙар алып барыусы булараҡ та һынап ҡарарға ниәтем юҡ түгел. Әйткәндәй, тағы ла хәтәр генә хыялдарым бар. Тик улар хаҡында әлегә өндәшеп тормайыҡ.
Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тиҙәр. Шәхсән үҙемде Зөлфиә Замир ҡыҙының иң һоҡландырған һыҙаты шул – ул һәр нәмәлә зауыҡ ярата. Ҡайҙа ғына булмаһын, ана шул үҙенең нескә зауығы, эске бер харизмаһы менән тирә-йүнде балҡытып ебәреү һәләтенә эйә. Сыңғырлатып көлөүе, телгә маһирлығы менән әсир итә. Һәм, һин үҙең дә һиҙмәҫтән, ошо матурлыҡтан, ошо ихласлыҡтан арбалаһың..

Гөлшат Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас: