Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
19 Ғинуар 2023, 16:52

Гөлнәзирә Йәнтүрина: “Йылылыҡ өләшеүсе булырға кәрәк!”

Тәбиғәттән һалынған потенциалы асылған кешенең тормошо ла яҡшыра. Ул ысын мәғәнәһендә тормоштан йәм, тәм табып йәшәй башлай. Бәхетте бүтәндәрҙән йә ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙан эҙләп бик ҡаты хаталанабыҙ. Бәхет – беҙҙең үҙебеҙҙә.

Гөлнәзирә Йәнтүрина:  “Йылылыҡ өләшеүсе  булырға кәрәк!”
Гөлнәзирә Йәнтүрина: “Йылылыҡ өләшеүсе булырға кәрәк!”

– Гөлнәзирә Сәфәрғәле ҡыҙы, ниндәйҙер холҡо һәм ғәҙәттәре, нығынып еткән ҡарашы, ҡалыпҡа һалынған фекерҙәре булған ғәҙәти кеше үҙгәрәме? Ғөмүмән, әҙәм заты үҙен үҙгәртә аламы?
– Үҙгәртә алыу-алмауҙа ғына тормай эш, кеше, ғөмүмән, үҫергә, үҫешергә тейеш. Әҙәм был донъяға тормошто аңларға, уның асылына төшөнөргә килә. Был уның яҡты донъяға тыуыуының бер маҡсаты. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ынтылыштар бәләкәй булырға тейеш түгел. Бала тәрбиәләүҙән, эшкә йөрөүҙән генә тормаһын был донъялағы миссиябыҙ.
Кешенең үҙгәреүе йә бер кимәлдә тороп ҡалыуы уның быға ышаныуынан тора. Үҙеңдең яҡшыраҡ була алыуыңа инанаһың икән, көс тә барлыҡҡа килә. Тормошон ысынлап та ыңғай яҡҡа бороп ебәрә алғандар менән аралашыу, шундайҙар хаҡында китаптар уҡыу файҙалы.
Минең тормошом да үҙемде ҡырҡа үҙгәртеүем арҡаһында юлға һалынды. Бер нәмәһеҙ ҡалып, барыһын да яңынан башларға тура килгәйне. Көнөнә илле һумға ғына йәшәгән ваҡыттар булды. Ауыр ине, әлбиттә. Ошо аҡсаны үҙемә лә, балаларыма ла, ашарға ла, юлға ла еткерергә тейешмен. Бер мәл, ниҙер көтөп кенә ятһам, моратыма өлгәшә алмаҫымды аңланым. Кешеләргә ҡарата һөйөү, йылылыҡ өләшеүсе зат ролен һайланым. Ни өсөн тигәндә, ерҙә иң ҡиммәтлеһе һәм иң мөһиме – мөхәббәт. Был принциптың нисек эшләгәнен бик яҡшы беләм. Ғәҙәттә, күптәр нисек тә булһа үҙҙәренә файҙа күрергә теләп йә шуны көтөп кенә йәшәй. Байлыҡ булһынмы ул, иғтибармы… Һәр ваҡыт күберәк алырға тырыша ундайҙар.
Бүтәндәргә ҡарата йылы мөнәсәбәт һәм ярҙамды, киреһенсә, наҡыҫ бүләбеҙ. Был һис кенә лә дөрөҫ түгел. Бындай сифат яман шеш күҙәнәге кеүек. Шуға күрә, йылылыҡ өләшеүсе булырға кәрәк. Тап шул саҡта Йыһан һинең хаҡта хәстәрлек күрә башлай. Мин бер нәмәгә аптырайым: маркетинг ысулдарын ҡулланмай ғына, Хоҙай һәм дуҫтар ярҙамы менән эшем һаман алға бара. Инде дүрт йыл консультациялар үткәрәм, кешеләргә ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдарын өйрәтәм. Яңыраҡ “Сефира” тигән тренинг үҙәге асып ебәрҙем.
Һәр ваҡыт күңелем һөйөү менән тулы булһын ине, тип доға ҡылдым. Ауыр ваҡыттарҙа, үпкәләргә, асыуланырға теләгән мәлдәрҙә мөхәббәтте һайланым. Йога менән шөғөлләндем, төрлө күнегеүҙәр башҡарҙым. Тормошҡа яратып ҡарауым арҡаһында ла яйлап ҡына кешеләр миңә тартыла башланы.
Үҙ-ара аралашыуҙарығыҙҙа тәрәнлек, йөрәкһеү бар икән – быны ҡәҙерләргә кәрәк. Кире осраҡта ғәҙәтләнеү барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, бәхетенең ҡәҙерен белмәгәндәр бәхетле булыуҙан туҡтай. Ул саҡта кеше дәғүәләр менән йәшәй башлай, ризаһыҙлығы, талаптары көсәйә. Ә был тормошоңдо емереүгә тура юл.
– Атап ҡына әйткәндә, ниндәйерәк ысулдар аша үҙгәрергә мөмкин?
– Мин һаман да үҫеш, үҙгәреү юлындамын. Күп илдәрҙә булғаным бар, донъялағы сағыу шәхестәр менән аралашыу ҙа ярҙам итә. Күңелемдә ниндәйҙер яҡты эҙ ҡалдырғандар, кеүек булырға тырышам.
Алдыңа маҡсат ҡуя белеү кәрәк. Ихлас итеп ниәтләнеү мөһим. Уй-хыялың ғәмәлгә ашһын өсөн уңайлы шарттар бармы-юҡмы – был хаҡта борсолма, ә ана шул маҡсатты гелән аңда тот. Тап ошо һиңә кәрәк икәненә инанаһың икән, хәл-ваҡиғалар һин теләгәнсә ойоша башлаясаҡ. Шуға күрә, ниндәйерәк кеше булырға, ниндәйерәк тормошта йәшәргә теләүең хаҡында уйланып, күҙ алдына килтереү шарт. Ҙур ватманға барыһын да яҙып ҡуй. Ике айҙан, бер йылдан, ун йылдан һин кем буласаҡһың, нисек йәшәйәсәкһең, кешеләргә ниндәй файҙа килтерәсәкһең? Ошоларҙы һәр ваҡыт иҫтә тотоу кәрәк. Хыялыңдағы тормошоңа барып етер өсөн бөгөн ниҙәр башҡараһың? Мин көн һайын маҡсатыма яҡынайтыр эштәр өҫтөндә. Мәҫәлән, кешеләрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы еңел хәл итә белгән, уларҙың күңелен нескә тойомлаған, тормошто тәрән аңлаған оҫта психолог булыр өсөн, миңә үҙемде яҡшыраҡ аңларға өйрәнергә кәрәк. Инде нисәмә йыл үҫеш юлындамын, күп уҡыйым, көн һайын төрлө күнегеүҙәр эшләйем. Күңелемде борсоп торған ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан арынһам, кешеләр менән эшләү күпкә еңел буласаҡ.
Шулай уҡ тормошто үҙгәртеү өсөн аңды байытыу кәрәк. Күп уҡыу, үҙеңдән аңлыраҡ, һиҙгерерәк, аҡыллыраҡ кешеләр менән йыш аралашыу ярҙам итә. Йыһан ҡанундарын белеү мотлаҡ. Улар беҙҙекенән ныҡ айырыла.
Беренсенән, кем икәнлегеңде, был донъяға ни өсөн килгәнеңде, нимә эшләргә тейешлегеңде төшөнөү кәрәк.
Икенсенән, эске мөмкинлектәреңде асыу мөһим. Һин үҫешергә, йәғни Хоҙайҙан бирелгән хазинаны, һәләтте үҫтерергә тейешһең. Кире осраҡта ошо мөмкинлекте ҡулланмайһың булып килеп сыға. Тимәк, тормошоң күптәрҙе ҡыуандырырҙай емеш биргән ағасҡа тиң түгел, ул ҡырҡыуға ғына яраҡлы.
– Эске мөмкинлек бөтә кешелә лә буламы?
– Әлбиттә! Һәр кемдең дә эске байлығы, һәләте, мөмкинлеге була. Кеше шул бүләк менән тыуа. Улар һанап бөткөһөҙ һәм барыбыҙға ла бер үк кимәлдә бирелгән. Әммә күптәр үҙен һәләтһеҙ, булдыҡһыҙ тип һанай. Хатта ниндәйҙер көс тойоп та, уны аса алмағандар бихисап. Минең бөтә дәрестәрем дә, өйрәткән күнегеүҙәрем дә кешеләге ана шул потенциалды, Хоҙай тарафынан бирелгән бүләкте асыуға табан йүнәлтелгән. Ә кешегә бирелгән иң ҙур бүләк – ул тәрән аҡыл, йән тыныслығы, эске гармония, бәхет, һөйөү менән тулған күңел торошо…
Тәбиғәттән һалынған потенциалы асылған кешенең тормошо ла яҡшыра. Ул ысын мәғәнәһендә тормоштан йәм, тәм табып йәшәй башлай.
Бәхетте бүтәндәрҙән йә ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙан эҙләп бик ҡаты хаталанабыҙ. Бәхет – беҙҙең үҙебеҙҙә. Күңел тыныслығы, эске гармония менән йәшәһәк, эргә-тирәләгеләр быны тойоп аласаҡ һәм тап ошо сифаттар менән яуап ҡайтара башлаясаҡ. Кешенең башҡалар менән мөнәсәбәте яҡшыра, тормошто ыңғай ҡабул итә, үҙенә лә хөрмәт менән ҡарай. Барыһы ла яйға һалына.
Әммә күптәр ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләмәй йә ҡурҡа, күңел саҡырыуына ҡолаҡ һалмай. Шуға күрә лә кешеләрҙең күп проблемалары йылдар дауамына һуҙыла, хәл ителерлек ауырлыҡтарынан сыға белмәй йәшәй бирә, ҡатмарлы төйөндәрҙе сисеп тә өлгөрмәйенсә донъянан китә. Мин эске донъяға байҡау яһарға, ҡатмарлы хәлдәрҙән дөрөҫ итеп сыға белергә һәм бынан үҙе өсөн тәжрибә, аҡыл тупларға өйрәтәм.
– Ниндәйҙер ауырлыҡҡа тарыу ҙа үҫеш өсөн бер баҫҡыс, шулай бит?
– Был осраҡты тормоштоң яңы бите асылды тип ҡабул итергә һәм аң торошона, эске тойғоларҙың һәм башҡаларға булған мөнәсәбәткә, уйҙарға киренән байҡау яһарға кәрәк. Ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп сығыуы бушҡа түгел икәнлеген аңлау мөһим. Ғәйеплеләрҙе эҙләүҙән һәм бар донъяға асыуланыуҙан бер фәтүә лә юҡ. Иң мөһиме – яуаплылыҡты үҙеңә алыу. Кеше бөтә ваҡиғаларҙың да үҙенең аңы проекцияһы икәнлеген аңлаһа, тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртә ала. Әгәр ул уңышһыҙлыҡтарында кемделер ғәйепләһә, бер урында ғына тапанасаҡ. Тимәк, бәхете үҙ ҡулында түгел. Ғәҙәттә, гел шулай була. Ғәйепте ситтән эҙләгәндәр тормошон яҡшыға үҙгәртә алмай. Шуға күрә, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылырға, үҙеңдә күңел тыныслығы, гармония, бәхет таба белергә кәрәк.
– Шулай ҙа, кәкрене ҡәбер генә төҙәтәме? Быуаттар буйына халыҡ тарафынан һыналған, ни тиһәң дә…
– Әгәр кеше бөтөнләй үҙенә ҡул һелтәһә, үҫешмәһә – әлбиттә. Аңлы кеше үҫешә. Ә был – халыҡтың өс-биш проценты ғына. Туҡһан биш процент нисек бар – шулай йәшәй. Үҫеш юлында булған кешенең үҙе лә, тормошо ла үҙгәрә. Мин бындай миҫалдарҙы, кешеләрҙең яҙмыштары яҡтырып киткән осраҡтарҙы бик күп күрҙем.
Әммә кеше үҙе үҙгәрмәй икән, Юғары Көс төрлө ауырлыҡтар ебәреп аңлатырға тырыша. Ғәҙәттә, башҡа бәлә төшһә генә уйлана башлайбыҙ. Тимәк, ниҙелер дөрөҫ эшләмәйбеҙ. Әммә ғүмер аҙағынаса ошоно аңламай йәшәүселәр бар. Ундайҙар өсөн ауыр мәлдәр бер дарыуға тиң. Кеше һаман төшөнмәй икән, ҡатмарлыҡтар күп була. Иң аҙаҡҡы иҫкәртеү – үлем менән йәшәү араһында ҡалыу. Ә дөрөҫ йәшәмәүеңдең тәүге билдәләре – яҡын кешеләрең менән ығы-зығы, низағ. Тимәк, һин ҡайһылыр урында яңылышаһың. Бөтә нәмә көҙгө кеүек үҙебеҙҙе сағылдыра. Быны күреп алып, юҡ иткән осраҡта – тормош юлға һалына ла инде.
– Көҙгө тигәндәй, балалар ҙа беҙҙең сағылыштыр инде, шулаймы?
– Дөрөҫ! Атай-әсәйҙең балаһына ҡарата дәғүәләре күбәйгән икән, уйланырға урын бар. Тимәк, ҡайһылыр урында үҙеңде шулай тотаһың. Әгәр үҙ өҫтөбөҙҙә эшләһәк, эске торошобоҙҙо рәтләһәк, балалар ҙа үҙгәрә. Күп осраҡта уларҙың насар ҡылыҡтары, тыңламауҙары үҙҙәрен яраттырырға, иғтибарҙы йәлеп итергә тырышыуҙан килеп сыға. Шуға күрә һөйөүебеҙҙе йәлләмәҫкә, уны күрһәтә белергә кәрәк. Балаға тауыш күтәрмәү, әрләмәү ваҡыты еткәс үҙ баһаһын аласаҡ. Әммә ҡәтғилек, талапсанлыҡ та кәрәк. Шунһыҙ сабыйҙа эске таяу формалашмай.
Ҡыҫҡаһы, атай-әсәй үҙе өҫтөндә эшләһә, камиллыҡҡа ынтылһа, бала ошо фонда дөрөҫ кенә итеп тәрбиәләнә. Ә инде, тик ултырма, бер нәмә лә эшләмәйһең, уҡымайһың, тип ҡоро талаптар ҡуйыр алдынан уйлан – үҙең үҫешкә ынтылаһыңмы?

Гөлсинә ЙОСОПОВА
әңгәмәләште.

Архив.

Автор:
Читайте нас: