Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
23 Ғинуар 2023, 18:02

Ҡурайсы, йырсы, пародист Илсур...

Ҡурайҙы ҡулына дүрт йәшендә алһа, Илсур теле асылыу менән йырлай башлаған. Шуға күрә мәктәп ишеген асып инеү менән уны төрлө концерттарға, бәйгеләргә йәлеп итә башлайҙар.

Ҡурайсы, йырсы, пародист Илсур...
Ҡурайсы, йырсы, пародист Илсур...

Ҡурайсы

Ейәнсура районында Сулпан Тайсинды танып белмәгән, уның башҡарыуында халыҡ йырын тыңламаған кеше юҡтыр. Бынан тыш ҡурайҙа, скрипкала, гармунда, ҡумыҙҙа уйнауы менән дә дан ҡаҙанған ул. Улы Илсур дүрт йәше тулғас та атаһының ҡурайы менән ҡыҙыҡһына башлай. Тәүҙә еңелерәк тойолған бейеү көйҙәрен һыҙғыртһа, үҫә килә “Азамат”, ”Һүрәм буйы”, ”Уйыл” кеүек оҙон көй­ҙәр өйрәнергә теләй. Башҡорт халыҡ йырҙары­ның бар аһәңен, хисен, ғазабын тойоп башҡарған Сулпан ағай улына бик талапсан була: “Ҡурай һиңә уйынсыҡ түгел! Көйҙө боҙоп ултырма!” Әммә малай ныҡышмаллыҡ та күрһәтә, атаһының яҙылып китеүен көтөп кенә тора ла ҡурайын тотоп, тағы янына барып ултыра. Ваҡыт үтеү менән ул ауылда ҡурайсы була­раҡ дан ҡаҙана. “Улың һинән ҡалышмай!” тигән маҡ­тау һүҙҙәрен ишеткән атай кеше, йөҙөнә сығар­ма­һа ла, эстән генә ғорурланып ултыра. Шулай бул­май ни, үҙенең белгәнен улына тапшыра алды бит! (Илсур­ҙың ҡулынан килерҙәй, күңеле ятырҙай һөнәр­гә генә тотона торған холҡо бар. Бала саҡта гармун уйнарға өйрәнмәксе була ул, әммә ҡулына алыу менән үҙенеке түгел икәнен аңлай).
Мәктәп йылдарында ауыл һәм район сәхнәлә­рен­дә сығыш яһап йөрөгән егет киләсәген сәхнә менән бәйләргә ҡарар итә һәм Учалы сәнғәт учи­ли­ще­һының ҡурай класына уҡырға инә. Уҡыуын тамам­лағас, ошо уҡ уҡыу йортонда уҡытырға ҡала, ҡурай­сы­лар ан­самб­ле ойоштороп ебәрә. Белемен камил­лаш­ты­рыу маҡ­сатында Өфө дәүләт сәнғәт ака­де­мия­һын тамамлай.
– Ҡурай – минең төп һөнәрем, сәхнәгә алып сыҡҡан илһамым, тип әйтер инем. Үҙемдең концерт­та­рымда мотлаҡ ҡурай менән сығыш яһайым, – тип һөйләй Илсур. – Атайымдың талапсанлығы миңә лә күскән, һаман да эҙләнәм, һирәк яңғыраған көйҙәр өйрәнергә тырышам. Башҡорт балаһына ҡурайҙы тәбиғәт үҙе бүләк иткән, беҙ уны һаҡларға, уйнарға, киләсәк быуынға тапшырырға тейеш. Халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең күрһәткесе, биҙәге ул. Ҡурайҙа уйнау башҡорт ир-егеттәренең ҡанына һалынған, шуға күрә теләге булған һәр кем уйнарға өйрәнә ала. Һәр хәлдә, Һүрәм буйында урынлашҡан Ибрай, Саҙалы, Сирғол, Байдәүләт ауылдарында бер нисә ансамбль ойош­­торорлоҡ егеттәр ҡурай уйнай. Әлбиттә, талант, оҫталыҡ төрлө кимәлдә, шулай ҙа моңдан айы­­рыл­май халыҡ. Учалыла мин уҡытҡан студенттар ара­һында Айнур Назаров Октябрьский ҡалаһында үткән Ҡурай байрамында Гран-при яуланы. Башҡа егет­тәр ҙә халҡым өсөн хеҙмәт итә. Кемеһе үҙ райо­ны­на ҡайтып, музыка мәктәбендә белем бирә, кемдер ауы­лында ҡурайсылар ансамбле ойошторҙо. Йәш бы­уынға ҡурай серҙәрен төшөндөрөү, үҙебеҙ бел­гән­де өйрәтеү – беҙҙең изге бурыс.

Паразит-пародист

Барыһы ла осраҡлы килеп сыға: үткән быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт-татар эстрадаһына береһенән-береһе сағыуыраҡ, талантлыраҡ, үҙенсәлеклерәк йырсылар тулҡын-тулҡын булып килә башлай. Ижад кешеләре бер-береһе менән һәр ваҡыт аралашып, дуҫлашып йәшәй. Йәш артистар сираттағы концерттан һуң табын артына йыйылған мәлдә Илсур ҡыҙыҡ өсөн генә уларға Айҙар Ғәлимов булып “Моңдар ҡайтһын ауылға” йырын башҡара. Шунан һуң башлана ла инде билдәлелеккә юл! Тәүге осорҙа шулай табындарҙа һорап-һорап йырлат­һа­лар, тора-бара сәхнәлә лә сығыш яһарға өгөтләйҙәр. Ә сәхнәнең үҙ талаптары: репертуар тупларға, ге­рой­ҙар табырға, ныҡлы өйрәнергә, тәжрибә туп­лар­ға кәрәк. Ә геройҙар күп: Фидан Ғафаров, Салауат Фәтхетдинов, Фәрит Бикбулатов һәм башҡалар. Учалылағы сығыш алҡыштарға күмелә. Кеше аша ишетеүселәр уға баш ҡалала сығыш яһарға тәҡдим итә, билдәле шәхестәр үҙҙәре менән гастролдәргә саҡыра. Танылыу, халыҡ һөйөүе үҫешкә килтерә: Илсур популяр тапшырыуҙарға, төркөмдәргә паро­дия әҙерләй башлай. Юлай Ғәйнетдиновтың “Хази­на”һы, Рөстәм Ғиззәтуллиндың “Күстәнәс”е, “Кар­у­ан­­һарай” төркөмөнөң сығышы пародист баш­ҡа­ры­уын­да сәхнәгә, радиоэфирға сыға. Сират “Ант” төркөмө, Рәмил Туйсин, Рамаҙан ағай Йән­бә­ков­тарға ла етә һәм... туҡтап та ҡала.
– Пародия эстрада менән тығыҙ бәйле. Уның өсөн үҙенсәлекле тауышы, тембры, моңо булған, баш­ҡа­лар­ға оҡшамаған йырсылар кәрәк. Ҡыҙ­ға­ныс­ҡа күрә, һуңғы йылдарҙа сәхнәгә сығыусы таланттар игеҙәк кеүек бер-береһенә оҡшаш. Исемдәре лә хәтерҙә ҡалмай, тауыштарын тыңлап та айырып булмай: бөтә йырсылар ҙа бер үк кимәлдә. Насар, тип тә әйтеп булмай, әммә ысын “йондоҙҙар” ҡабынмай. Ә йон­доҙ­ҙар юҡ икән, тимәк, пародия ла юҡ. Шаяр­тыу­ҙа­рым, пародияларым үҙенә күрә минең йырсыларға һоҡланыу хистәремде сағылдыра. Тимәк, улар ысын йондоҙ, башҡаларға оҡшамаған, – тип уфтана ла, йылмая ла Илсур.
Ысынлап та, Илсурға үпкәләүселәр юҡ, киреһенсә, беҙгә шәп реклама эшләйһең, тип рәхмәт белдерә артистар. Салауат Фәтхетдинов хатта сәхнәгә сығып, ҡулын ҡыҫа һәм: “Илсурҙан да шәберәк итеп мине эләкләүсе юҡ!” – тип маҡтау һүҙҙәрен әйтә, 50 йәшлек юбилейына Ҡазанға ҡунаҡҡа саҡыра. Шулай итеп, Илсур татар дуҫтарыбыҙға ла үҙ талантын күрһәтеп ҡайта. Ә Фидан ағай уны әле лә урамда күрһә, ҡосаҡлап ала икән, Айҙар Ғәлимов бүләк тапшырған. Минең йырға ла пародия эшлә әле, тип тәҡдим итеүселәр күп. Беҙҙең халыҡ шаяртыуҙы, юморҙы аңлап ҡабул итә, Аллаға шөкөр.

Йырсы

Ҡурайҙы ҡулына дүрт йәшендә алһа, Илсур теле асылыу менән йырлай башлаған. Шуға күрә мәктәп ишеген асып инеү менән уны төрлө концерттарға, бәйгеләргә йәлеп итә башлайҙар. Сулпан ағайҙың был осраҡта ла ҡәтғи фекере була: йырсы исемен күтәреп йөрөйһөң икән, халыҡ йырҙарын да йырлай белергә тейешһең! Шуға күрә йырсы йәштән үк халыҡ йырҙарын өйрәнә, бәйеттәр, мөнәжәттәр менән ҡыҙыҡһына. Вокал буйынса махсус белеме булмаһа ла, киң диапазонлы башҡарыу оҫталығы Илсурға тәби­ғәттән бирелгән. Моң, йырҙы аңлау, тойоу тураһында әйтәһе лә түгел. Уның талантын “Оҙон көй – 2005” конкурсында Гран-при яулауы ла иҫбатлай.
– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ваҡыт менән бергә кешеләр ҙә, мәҙәниәт тә, рухи ҡим­мәт­тәр ҙә үҙгәрә. Бөгөн “Ҡолой кантон”, ”Эскадрон” кеүек халыҡ йырҙары менән генә тулы залдар йыйып булмай. Сәхнәнең үҙ талаптары бар. Шуға күрә йырсы булараҡ үҙемде эстрадала ла һынап ҡараным. Тик бында ла үҙ-үҙемә талап ҡаты: еңел-елпе йырҙар менән мауығырға ярамай. “Күпме”, “Һаулыҡ һорайым”, ”Ҡышҡы буран” кеүек йырҙарҙы уйлан­ды­рыр­лыҡ, фәлсәфәүи булғаны өсөн үҙ репертуарыма алдым.
Илсур Тайсиндың йырлауы тураһында төрлө фекер ишетергә тура килгәне бар. Бәғзеләр: “Ниндәй генә уйландырырлыҡ йырҙар башҡармаһын, күҙ алдында пародиялары тик тора”, – тиһә, икенселәр: “Бынауындай матур, моңло тауышың була тороп, ниңә быға тиклем әллә кемдәрҙе күрһәтеп йөрөнөң ул? Ташла шул ҡыланыуыңды, һин йырсы булырға тейеш!” – тип үҙ һүҙен әйтә. Әлеге мәлдә ул үҙе лә эҙләнеү өҫтөндә. Һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек йыр табыуы ла еңел түгел, башҡаларҙан айырылып тороу өсөн ярайһы ғына көс һәм аҡса түгергә лә кәрәк. Ни тиһәң дә, башҡорт эстрадаһында йырсы­лар күп, ә пародистар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Конкуренцияның булмауы ижад кешеһен үҫеүҙән туҡтата, тигән фекерҙә Илсур.

Башҡа һәләттәре

Илсур Тайсин йырсы, ҡурайсы, пародист булмаһа, бейеүсе булыр ине, моғайын. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән саҡта уға етеүсе малайҙар булмаған, тиҙәр бит.
Сулпан ағайҙың ауылда драма түңәрәге етәклә­гә­нен иҫәпкә алғанда, Илсурҙан һәйбәт актер сыға алы­уына ла шик тыумай. “Урғала” фильмында ул уйна­ған хакимиәт (беҙҙеңсә әйткәндә, силсәүит) баш­лығын хәтерләйһегеҙме? Ә концерттарҙы нисе­ге­рәк алып бара бит ул?! Театр артистары ары торһон!
Хатта һатыусы ла булыуы бик мөмкин. Хәйер, һатыусы булып эшләгән инде ул үҙ ваҡытында: Учалы фи­лар­монияһында эш­лә­гән саҡта, аҡса етмәү сәбәп­ле, кис сығыштар яһай, ә көндөҙгө ваҡытта баҙарҙа кассеталар, дискылар һатырға эшкә урынлаша.
– “Бизнес” һүҙе алып-һатыу, килем алыуҙы аңлата бит. Шулай булғас, шоу-бизнеста ла беҙ, артистар, үҙебеҙҙең талантыбыҙҙан килем алырға мөмкинлек тыуҙырырға тейеш. Бөгөн кеше үҙенең ялын, бай­рам­да­рын матур итеп үткәрер өсөн аҡса йәлләмәй. Туй, тыуған көндәргә оҫта ғына табын әйҙәүсеһен – тамада яллайҙар ҙа күңелле итеп табын ҡора­лар. Халыҡ йырсы, пародия оҫтаһы, ҡурайсы икә­немде белгәс, тәҡдимдәр яуа башланы. Был эштең дә үҙенсәлектәре байтаҡ – оло яуаплылыҡ, сабырлыҡ талап итә. Әйтәйек, биш сәғәтлек табынды алып бар­ған­да, аҙналыҡ көс, энергия сарыф ителә. Төрлө ҡу­наҡ­тар була, ҡайһы саҡ ваҡыт “һә” тигәнсе үтеп китә, ә ҡайһы берҙә үҙҙәрен һауалы, тәкәббер тот­ҡан кешеләр осрай. Бындай осраҡта инде, нимә генә эшләһәң дә, уларҙың күңел ишектәре бикле ҡала­саҡ. Ә шулай ҙа кешеләрҙең ғүмер байрам­да­рын, шат­лыҡ­тарын уртаҡлашыу күңелгә рәхәтлек тойғолары бирә, – ти талант эйәһе.
Илсур Тайсиндың Учалы сәнғәт училищеһында уҡытыусы булып эшләүе хаҡында бәйән иткәйнек инде. Баш ҡалала ла был эште дауам итеүе бар. Сер итеп кенә әйткәндә, ул үҙенең пародиялар оҫтаханаһын асырға ниәтләй. Һуңғы арала әүҙем эшләгән КВН, “Шаяниум” бәйгеһе ҡатнашыусылары мөрәжәғәт итһә, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға бөгөндән әҙер.

Ғаилә – бар
уңыштарҙың нигеҙе

Тайсиндарҙың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға: күптән түгел генә ҡыҙҙары Мәликә донъяға килде. Исеменә күрә есеме, тигәндәй, Илсур балаларының яҙмышына, холоҡ-ғәҙәтенә йоғонто яһарлыҡ мәғәнәле исемдәр ҡуша: Илгизәр, Айгизәр, Әмирә, Бинәзир һәм Мәликә! Тормош иптәше итеп Миәкә һылыуы Нүр­зидәне һайлаған артист.
Сулпан ағайҙан айыр­малы рәүештә, Илсур үҙе­нең балаларын сәнғәт юлы­нан китеүен теләмәй. Улдарына ҡурайҙа уй­нар­ға өйрәткән, ҡыҙ­ҙарының киләсәктә мотлаҡ бе­йеү менән шөғөл­лә­неүен кү­ҙал­лай. Әммә һөнәр һай­ла­ғанда үҙ фекерен ет­ке­рергә уйлай. Ә ҡарар ҡабул итеү һәр кемдең үҙенән, ти.
– Сәхнәлә, ижадта ниндәй генә уңыштар булмаһын, күңел һәр ваҡыт өй йылыһына, яҡын кеше­лә­рең янына тартыла. Ә бит өйҙәге мөхит, үҙ-ара мөнәсәбәт кешенең эшенә лә йоғонто яһай. Тормош иптәшең һинең һәр ынтылышыңа ҡеүәт бирһә, ауыр саҡта наҙлы һүҙен йәлләмәһә, һәр эш уңышлы тамамлана. Сәхнә кешеһенә үҙенсәлекле тормошон аңлаған хәләл йәр табыу ауырыраҡ. Ул яҡтан миңә әсәйем Фәрхинур кумир булды. Үҙе бик матур йырлай, атаһы талъянда өҙҙөрөп уйнаған. Әммә сәхнәлә сығыш яһап йөрөмәне. Атайымды илһам­лан­ды­рыусы булды, тип әйтһәм дә, артыҡ булмаҫ: ул кә­йеф­һеҙ саҡта сығыш яһауҙан баш тартһа, йорт эштәре йыйылып, ситтәге концерттарҙа ҡатнашмаҫҡа уйлаһа, әсәйем уны өгөтләп тигәндәй күндерә. Аллаға шөкөр, мин дә ул яҡтан уңдым, ҡатыным ижад кешеһе икәнемде аңлай, ябай тамашасы булараҡ, сы­ғыш­та­ры­ма үҙ фекерен еткерә. Шуға күрә киләсәккә маҡ­сат­тар ҙа, ынтылыштар ҙа, идеялар ҙа күп, Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, бәрәкәт, ғүмер бирһә, эшләргә лә эшләргә кәрәк, – ти Илсур Тайсин.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Архив, 2016 йыл.

Автор:
Читайте нас: