Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
24 Ғинуар 2023, 08:00

Эҙләнеү, өйрәнеү – тормош девизы

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыу холоҡло Рафаэль менән һөйләшеп, уңышлы булыуында туҡтауһыҙ эҙләнеүе сәбәпселер тип һығымта яһаным. Бер ҡалыпҡа һалынған ғәҙәти тормоштан уның юлы бөтөнләй айырылып тора. Күңеленә оҡшаған һөнәрҙе, ғаиләһенә уңайлы фатир эҙләп, ул ҙур ғына ваҡиғалар сылбыры үткән.

Эҙләнеү, өйрәнеү – тормош девизы
Эҙләнеү, өйрәнеү – тормош девизы

Ғәҙәттә, ябай халыҡ билдәле шәхестәрҙең, артистарҙың тормошо, эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына. Һуңғы йылдарҙа хатта йәш быуын интернет селтәре блогерҙарына табына башланы: мәғәнәһеҙ видеояҙмалар, маҡтаныуҙар, буш хәбәрҙәр һәм арзан дан көндән-көн популярлыҡ яулай. Ә бит арабыҙҙа өлгө алырлыҡ, йәштәргә үрнәк булырлыҡ һоҡланғыс кешеләр ҙә бар. Рафаэль Фәнис улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИН – шуларҙың береһе. Үҙгәрештәрҙән, яңылыҡтарҙан ҡурҡмай ул. Матур ғаиләһе менән дә күптәргә өлгө булырлыҡ.

Беҙ уның менән туғандарыбыҙ фатир алған саҡта таныштыҡ. Ике ай дауамында улар риэлтор булып эшләүсе Рафаэль менән хатта дуҫлашып алған ине. Бәләкәй торлаҡтарын һатып, ҡала үҙәгенән күңелдәренә ятҡан, барлыҡ уңайлыҡтары булған иркен фатирға күскәс, был эштә ярҙамлашҡан егетте улар барлыҡ таныш-тоношона, дуҫ-туғанына тәҡдим итә башланы. Был аңлашыла ла, сөнки ошо мәшәҡәтле һәм ҙур эште тап Рафаэль ҡатнашлығы менән уңышлы атҡарып сыҡтылар.

Айырыуса Өфө кеүек оло ҡалала йорт алыу еңел түгел. Хаҡтар һәр саҡ “уйнай”, төҙөлгән йорттар “туңа”,  кәрәкле документтарҙың да иҫәбе-һаны юҡ кеүек. Ғүмер итәсәк фатирҙың да уңайлы, иркен, матур булыуын теләйһең. Ә аҡса самалы булғанда, ипотека тәҡдим иткән банктарҙың ҡағиҙәләрен ябай кеше тиҙ генә аңлай ҙа алмай. Тап ошо осраҡта риэлтор хеҙмәте кәрәк тә инде.

Хәйер, һатыусылар ҙа уларҙың ярҙамына мохтаж: торлаҡ менән даими булышыусыларҙа клиенттар базаһы тулыланып тора, аныҡ хаҡты ла беләләр. Тик был һөнәр эйәләренең дә төрлөһө була, иғлан буйынса ғына тапҡан  кешегә мөлкәтеңде,  аҡсаңды ышанып тапшырыуы хәүефле. Аҙмы ни намыҫһыҙ риэлторҙар арҡаһында урамда ҡалғандар! Туғандарымдың ышанысын яулаған Рафаэлгә аҙаҡтан арабыҙҙан күптәр мөрәжәғәт итте.

Рафаэль – Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән ҡала егете. Шулай ҙа ул бәхетле бала сағын иҫкә алғанда,  Ишембай районы Маҡар ауылында йәшәгән туғандарын да онотмай. Ике ул үҫтергән Фәнис ағай менән Зәйтүнә апай балаларына белем генә түгел, матур тәрбиә лә бирергә тырыша. Мәктәптән ҡайтыу менән малайҙар йә спорт секцияһына, йә бейеү түңәрәгенә йүгерә, уның араһында уҡытыусы булып эшләгән әсәләренең йорт мәшәҡәттәрен дә бүлешәләр. Ә ял һәм каникул көндәрендә ғаилә ауылға ҡайта. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл, йыйнаҡ, матур ихата... Рафаэлгә эшлеклелек, етдилек, белемгә ынтылыш һыҙаттары хас. Шул уҡ ваҡытта ихлас һәм ябай ҙа – быныһы инде ауылдағы яҡын кешеләренең тәрбиәһе.

– Гел генә үҙ аллы булырға ынтылдым. Мохтажлыҡ кисермәнек, шулай ҙа каникулдарҙа емеш-еләк йыйып һатып, үҙемсә аҡса эшләп маташтым. Был миңә ниндәйҙер ышаныс, ҡыйыулыҡ бирә ине. Тағы ла Стәрлетамаҡта троллейбус маршруты элек-электән көйгә һалынған. Кәрәккәндә генә түгел, буш ваҡытта ла иң алғы урынға ултырып, ҡала күренешен ҡарап барырға ярата инем. Шул саҡта уҡ яңы ерҙәр күрергә, сәйәхәт итергә теләк тыуҙы. Тағы ла  кешеләр менән аралашыу оҡшай. Дуҫтарым, таныштарым күп ине. Ә бына буласаҡ һөнәргә килгәндә, аныҡ ҡына уй-ниәт булманы. Теүәл фәндәрҙе яраттым, айырыуса физика, математика еңел бирелде. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға индем. – Танышыуҙы бала саҡ, йәшлек йылдарынан башланы егет. – Киләсәктә был һөнәр буйынса эшләрменме, юҡмы икәнлеген белмәй инем. Шулай ҙа тырышып уҡыным, белем алыуға намыҫ менән ҡараным.

Студент йылдарында уның сәйәхәт итергә тигән хыялы тормошҡа аша башлай: яҡшы уҡығаны өсөн уны махсус программа буйынса бер айға Германияға уҡырға ебәрәләр. Ундағы халыҡтың йәшәйешен күреп, яңы дуҫтар табып, белемен арттырып ҡына ҡалмай ул. Махсус рәүештә немец телен яҡшылап өйрәнә, йәштәр донъяһын күҙәтә. Бында уның тормош принциптары нығына, донъяға үҙ ҡарашы барлыҡҡа килә: күңелеңә оҡшаған эш менән шөғөлләнергә, эҙләнергә, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа һәм һөнәр оҫтаһы булыр өсөн туҡтауһыҙ уҡырға.

Шулай уҡ  Рафаэль үҙендә лидерлыҡ һәләтен аса, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша башлай. Курс старостаһы вазифаһы уға йөкмәтелә, ойоштороу эштәрен дә еңел атҡарып сыға, Башҡорт йәштәре ойошмаһына йөрөй. “Урал батыр вариҫтары”, “Урал моңо”һәм башҡа сараларҙы үткәреү өсөн үҙ көсөн индерә. Бынан тыш, эшләргә лә өлгөрә – кеҫә сығымдары өсөн егет кеше үҙе аҡса табырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Ярҙамсыл һәм аралашыусан егеттең дуҫтары ла арта. Әйткәндәй,  Мәсетле һылыуы Әлфинә менән табышып-ҡауышыуына ла улар сәбәпсе. Дуҫтарының тыуған көнөндә танышып, ике йыл дуҫлашып йөрөп, ғаилә ҡора йәштәр. Бер-береһе өсөн яралтылған пар тормош мәшәҡәттәрен, ҡайғы-шатлығын, барлыҡ-юҡлығын уртаҡ итеп ала. Ир намыҫы – аҡыллы ҡатын тигәндәй, Әлфинә – Рафаэль өсөн лайыҡлы кәләш. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған ҡыҙ әле шәхси клиникала күҙ табибы булып эшләй. Матур ғаиләлә Ғайсар һәм Самира исемле балалар тәрбиәләнә.

Рафаэль күңеленә ятҡан һөнәргә урау юлдар менән килә. Диплом алғас, тәүҙә сайт эшләү менән шөғөлләнә, аҙаҡ медицина физикаһы өлкәһендә эшләй, күп функциялы үҙәктә лә үҙен һынап ҡарай. Әйткәндәй, медицина физикаһы буйынса тәүҙә Мәскәү ҡалаһында, аҙаҡ Америка Ҡушма Штаттарында белемен камиллаштыра. 2015 йылда осраҡлы рәүештә генә “Перспектива24” күсемһеҙ милек агентлығына эшкә урынлаша. Яңы һөнәрҙе үҙләштереү өсөн дә махсус курстар үтергә тура килә, шулай уҡ агентлыҡ та үҙ хеҙмәткәрҙәренең белемен арттырыу өсөн даими уҡыуҙар ойоштора. Ике йыл риэлтор булып эшләгәндән һуң, Рафаэлгә һатыу бүлеген етәкләргә тәҡдим иткәндәр.

– Уңышымдың сере ябай: миңә кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың шатлығын уртаҡлашыу оҡшай, – тип һүҙен дауам итә Рафаэль. – Хеҙмәтемде лә баһалай беләм, ни тиһәң дә, ошо эш менән ғаиләмде ҡарайым, тапҡан аҡсаға йәшәйем. Шул уҡ ваҡытта күп килем алырға тигән тәүмаҡсат ҡуймағанмын. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең ышанысын аҡлау – изге бурысым. Шуға ла клиенттар тарафынан күпселек рәхмәт һүҙҙәрен ишетәм. Артабан аралашыуҙы дауам итеп, дуҫлашып киткән осраҡтар ҙа бар. Әлбиттә, ҡайһы саҡ  риза булмаған клиенттар ҙа осрай. Бында инде ғәйепте һәр саҡ үҙемдән эҙләйем. Тимәк, киләсәктә иғтибарлыраҡ булырға, ентекле аңлатырға кәрәк. Хаталар өҫтөндә эшләү уңышҡа килтерә. Агентлыҡта  һәр кем үҙ шөғөлөн башҡара. Мәҫәлән, һатыуға ҡуйылған торлаҡты юристар тикшерә, документтарҙы әҙерләй. Туҡтауһыҙ үҙгәреп торған закондарҙы ла ныҡлап өйрәнәләр. Төҙөлөп ятҡан йорттарҙан фатир һатыу өсөн төҙөлөш компанияһын тикшереү үткәрәләр. Хеҙмәткәрҙәр үҙ-ара дуҫ һәм татыу. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Алдашыу, мутлашыуға юл ҡуйылмай. Сертификаттарҙы аҡсаға әйләндереү, ялған справкалар, законһыҙ торлаҡтарҙы теркәү кеүек бысраҡ һәм йәшертен эштәр менән булышмайбыҙ. Талапсан булырға тырышам: хаталарға күҙ йомоп ҡалам икән, тимәк, уларҙың уңышһыҙлығына юл ҡуям тигән һүҙ. Тимәк, улар уңышлы булһын өсөн уҫал да булырға тура килә. Кәрәк урында маҡтап та ебәрәм – йылы һүҙҙе йәлләргә ярамай.

Таныштарым араһында риэлтор булып эшләп ҡарағандар байтаҡ. Әммә был һөнәрҙә үҙен тапҡандар юҡ тиерлек. Сөнки торлаҡ менән булышыу – ауыр, ҡатмарлы һәм үтә лә яуаплы эш. Етмәһә, даими оклад юҡ – хаҡ башҡарған эшеңә ҡарап түләнә. Ә клиенттарҙың төрлөһө осрай: мыжыҡ, һаран, һайлансыҡтарға ярауы еңел түгел. Үҙем торлаҡ алған саҡты иҫләйем дә, риэлторҙың сабырлығына иҫем китә. Аҡса самалы, талабым юғары, етмәһә, тәҡдим ителгән варианттарҙы ҡарарға эштән һуң ғына йөрөй алам. Күңелгә ятҡанын эҙләп, көнөнә 5 – 6 адресҡа барған саҡтар ҙа булды. Бөгөн ҡала үҙәгендә, туҡталыш янында йәшәүем – риэлтор хеҙмәте. Шуға ла уларҙың эшенә һәр саҡ ихтирам менән ҡарайым. Намыҫлы, ышаныслы булғандарына, әлбиттә. Ә алданып ҡалмаҫ өсөн мотлаҡ күсемһеҙ милек агентлыҡтарына мөрәжәғәт итеү отошло. Мәҫәлән, “Перспектива24”тә һәр һатыу-алыуға килешеү төҙөлә, ә килешеү страховкалана. Шуға күрә агентлыҡ тураһында тик ыңғай һәм йылы фекерҙәр генә ишетергә мөмкин.

Рафаэль  22 йәшендә  тәүге йортон һатып ала. Өфөнән ситтә һәм сағыштырмаса бәләкәй була ул. Артабан егет ер алып, яңы өй төҙөй, тиҙҙән  уны һатып, ҡала үҙәгенән бер бүлмәле фатир ала. Ғаилә артҡас,  ҙурырағына күсенгәндәр. Ҡаланан ситтә йәшәгәндә балаларҙы мәктәпкә, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү мәшәҡәт тыуҙыра. Хәҙер инде Ғөбәйҙуллиндарҙың фатирына мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла, дарыухана ла, магазиндар ҙа терәлеп тигәндәй тора, бөтә уңайлылыҡтар ҙа бар. Пандемия иһә ҡала ситендә йәшәүҙең яҡшыраҡ икәнлеген күрһәтте. Шуға ла Рафаэль киләсәктә Өфөгә яҡын ауылдан шәхси йорт алырға хыяллана.

Тынғыһыҙ хеҙмәт, ғаилә мәшәҡәттәре менән Рафаэль йәмәғәт эшенән бер аҙ ситләшкән, әммә ил, милләт проблемаһы уны һәр саҡ борсой. Аралашҡан саҡта уның бер фекере айырыуса оҡшаны: 

–        Дуҫтар һәм туғандар – иң ауыр клиенттар, – ти ул. – Әлбиттә, беҙгә яҡындарыбыҙ мөрәжәғәт иткәндә ҙур ташлама эшләргә мөмкинлек бирәләр. Тик был минең хеҙмәт хаҡына йоғонто яһай. Ә мин үҙ эшен асҡан дуҫтарымдан, туғандарымдан ташлама һорамайым, киреһенсә, ярҙам итергә тырышам. Мәҫәлән, берәү ҙур аҡса сығарып, автосервис асты, ти. Барлыҡ таныштарына бушлай йәки арзан хаҡҡа хеҙмәт күрһәтә башлаһа, тиҙ арала банкротҡа ултырасаҡ.  Арабыҙҙа уңышлы эшҡыуарҙар булһын тиһәк, уларға ярҙам итергә тейешбеҙ”.

Ысынлап та, һәр кем Рафаэль кеүек уйлап, яҡындарының башланғысына булышһа, башҡорт милләте ниндәй көслө һәм хәлле булыр ине! Әйткәндәй, ул эш эҙләүсе егет-ҡыҙҙарҙы үҙ командаһына алырға, уларға риэлтор һөнәрен үҙләштерергә ярҙам итергә әҙер. Агентлыҡ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы иҫәбенә торлаҡ алыу мөмкинлеге лә бар.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыу холоҡло Рафаэль менән һөйләшеп, уңышлы булыуында туҡтауһыҙ эҙләнеүе сәбәпселер тип һығымта яһаным. Бер ҡалыпҡа һалынған ғәҙәти тормоштан уның юлы бөтөнләй айырылып тора. Күңеленә оҡшаған һөнәрҙе, ғаиләһенә уңайлы фатир эҙләп, ул ҙур ғына ваҡиғалар сылбыры үткән. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында  атаһы Фәнис ағай ҙа тәүәккәллек менән уңышҡа өлгәшкән. Илдә көрсөк башланып, заводтар ябылғас, ғаилә башлығы эшһеҙ ҡала. Шул саҡта ул сауҙаға тотона. Тәүҙә Зәйтүнә апай теккән баш кейемдәрен һата. Бер аҙ аҡса туплағас, эшен киңәйтә. Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙан тауарҙы күмәртәләп алып, һатыуға тотона. Бөгөн дә ошо эш менән уңышлы шөғөлләнә. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Рафаэль дә яңылыҡтар, үҙгәрештәр алдында баҙап ҡалмай, ҡыйыу рәүештә уйлағанын бойомға ашырып ҡуя.

Әлбиттә, бындай осраҡта хәләл ефетеңдең дә  аңлауы кәрәк. Риэлтор эшенә тотонғас, тәүге осорҙа ғаилә башлығының килеме булмай. Әлфинә быны аңлап, сабыр ҡабул итә. Үҙе һайлаған тормош иптәшенә ышаныс күрһәтеп, уңышҡа тәүге аҙымдарҙы яһарға ысын мәғәнәһендә ярҙамлаша. Матур ғаилә сере лә ябай ғына шул: башланғыстарҙа, ауыр саҡтарҙа ышаныу һәм ярҙам итеү.

Бөгөн Ғөбәйҙуллиндар бер-береһенең уңышына һөйөнөп, балалар шатлығын татып, матур ғүмер кисерә. Ата-әсәйҙәрен дә, туғандарын да онотмай, дуҫтары менән аралашырға ла ваҡыт табырға тырышалар.

                                                                                  Гөлнур ЮЛДАШЕВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: