Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
29 Ғинуар 2023, 13:32

"Юл йөрөрөгә эй яратам"

– Сәләм, Сәйет! Эштән һәм ижадтан буш сағыңда осрашырға ваҡыт тапҡаның өсөн рәхмәт!– Һаумыһығыҙ! Журнал битендә миңә урын бүлгәнегеҙ өсөн үҙегеҙгә ҙур рәхмәт!

"Юл йөрөрөгә эй яратам"
"Юл йөрөрөгә эй яратам"

Ҡайһы бер дуҫтары уның ышаныслы, тоғро булыуын, егәрлелеген юғары баһалаһа, икенселәре ныҡышмаллығын, һәр саҡ алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешергә ынтылыуын телгә ала. Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы халҡы, Әбеш, Ҡандағаш (Аҡтүбә өлкәһе) мәктәптәре уҡытыусылары үҙен шуҡ, шаян, тиктормаҫ бала тип иҫләй. Ә Сибай сәнғәт колледжы педагогтары хәтеренә егет етди, тырыш, һәләтле уҡыусы булып уйылған. Әйткәндәй, тап ошо уҡыу йортонда ул Рәми Ғариповтың “Һандуғас моңо” шиғырына тәүге йырын ижад итә...
Ижади эҙләнеүҙәрҙән һис ҡасан туҡтамаған йәш йырсының репертуарында үҙе ижад иткән эстрада йырҙары ла күп, башҡорт халыҡ ынйылары ла бихисап. Һәр кемдең зауығына тура килерлек йыр табылғанға, ижадын йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә, ололар ҙа берҙәй үҙ итә. Ул “ғүмер” һүҙен йырҙарында халыҡсан итеп ихлас әйтә. Тап ана шул халыҡсанлығы, үҙенсәлекле ҡабатланмаҫ моңо менән күптәрҙе арбай ҙа инде.
Кем тураһында һүҙ барғанын аңлағанһығыҙҙыр. Бөгөн Сәйет Билаловты үҙебеҙ өсөн йөрөтмән булараҡ асайыҡ әле.

 

– Сәләм, Сәйет! Эштән һәм ижадтан буш сағыңда осрашырға ваҡыт тапҡаның өсөн рәхмәт!
– Һаумыһығыҙ! Журнал битендә миңә урын бүлгәнегеҙ өсөн үҙегеҙгә ҙур рәхмәт!

– Традицион һорауҙан башлап ебәрәйек: руль артына тәүге тапҡыр ултырғаның хәтереңдәме?
– Алтынсы-етенсе кластарҙа уҡығанда, халыҡ теле менән әйткәндә, “Тыпылдаҡ” тракторын йөрөтөп ҡараным. Ул саҡтарҙа беҙ, ауыл малайҙары, колхозға бесән эшләшергә сыға торғайныҡ. Бында бер аҙ асыҡлыҡ индереп китергә кәрәктер: мин – Хәйбулла егетемен. Ғәлиәхмәттә тыуһам да, Үрнәк ауылында үҫтем. Әбеш урта мәктәбендә белем алдым. Олатай-өләсәйҙәрем тарафынан күңелемә йыр-моң орлоҡтары сәселгән булһа, тәүге остазым – йыр уҡытыусыһы Камил Илембәтов бында ла “autoбиография”ма үҙ өлөшөн индерҙе: уның тәҡдиме менән трак­тор­ҙы йүгәнләп ҡарарға ҡустыһы Илһам ағай рөхсәт итте. Шуға тиклем “Кәзә” мото­цик­лында елдерә инем, тик уны күберәк этәләп йөрөргә тура килде. Ләкин “матай” һис һүҙһеҙ кәрәк ине. Ниңә тигәндә, ун дүрт-ун биш йәше тулған малайҙар мәк­тәпкә мотоциклда йөрөп уҡый торғайны. Әлбиттә, автобус балаларҙы йөрөттө. Әммә үҙҙәрен ҙур һанаған, башҡаларҙан кәм булып күренергә теләмәгәндәр ике тәгәрмәстә барыуға өҫтөнлөк бирҙе. Ҡыҙҙарҙы ултыртып йөрөтөргә йә иһә дәрестән ҡасып ҡайтырға ла мөмкин, тигәндәй (шуҡ йылмая).

– Ә, ғөмүмән, машина йөрөтөргә кем өйрәтте?
– Ауыл халҡы элегерәк (хәҙер нисектер – белмәйем) бер ғаилә кеүек йәшәй ине бит ул. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, йомошҡа инә, өмәгә сыға, кәңәш-төңәш итә, белгән кеше белмәгәндәргә өйрәтә… Балалар һәр саҡ урамда. Кемдең нимәһе бар, һаранлашмай, бүлешә. Беҙ шулай үҫтек. “Матай”ы булғандар башҡаларын йөрөргә өйрәте. Һуңынан ике тәгәрмәслене дүртәүлеһе алыштырҙы. Шулай ҙа мине күберәк Илһам ағай өйрәтте, буғай.

– Автомәктәптә ҡайҙа уҡының? Имтихандарҙы тапшырыу ҡыйын булмағандыр?
– “Права”ны Өфөгә килгәс алдым. Автомобилем бар ине инде, бер йыл элек алғайным. Аҙмы-күпмелер тәжрибә тупланған, имтихандарҙы тапшырыу еңел бирелде. Хәйер, “права” алыуыма ун йылдан артыҡ ваҡыт уҙып китте, ул мәлдә автомәктәптә уҡыу хәҙерге кеүек артыҡ ҡатмарлы түгел ине. Хәҙер, юл хәрәкәте торошон, авариялар күплеген, йөрөтмәндәрҙең ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауын иҫәпкә алып, талаптарҙы ла, уҡыу-имтихандарҙы ла ҡатыландырҙылар. Был алымды мин тулыһынса хуплайым, сөнки эштәр йәмғиәт мәнфәғәтенә башҡарыла.

– Һәр әйберҙең тәүгеһе – иң ҡәҙерлеһе. Ә һинең беренсе машинаң ниндәй булды?
– Тағы халыҡ теле менән әйткәндә, “Четверка” булды. Рәсәй юлдарына иҫе китеп бармаған үҙебеҙҙең машина. Алдан уҡ белдереп китәйем: миңә “универсал”дар оҡшай. Бәлки, шуғалыр ҙа тәүге һайлауым нәҡ ошо моделгә төш­кән­дер. Хәйер, авто­мобилдәрҙе айы­рып ҡарарға тырыш­ма­йым. Иң тәүҙә, ул – уңайлыҡ сараһы. Маҡ­танырлыҡ, ша­пы­рынырлыҡ әйбер түгел. “Четверка”нан һуң “Волга”ға (3110 моделе) ултырҙым. Дөйөм алғанда, ма­ши­наларҙы күп алыштырҙым. Эш һайланыуҙа түгел, ә тормошҡа яраҡлашырға тырышыуҙа. Әле “йүгән­лә­гән” “Рено Меган” автомобилем тулыһынса ғаилә хәлемә тап килә, тип әйтергә мөмкиндер. Ҡаты­ным­ды, ике баламды йөрөтөргә бик тә уңайлы. Багаж­нигы ла һыйҙырышлы. Икенсенән, эшемдә ҙур яр­ҙам­сым ул – машина. Унһыҙ мөмкин түгел. Гастролгә лә үҙемдең автомобилем менән сығам. Ауылға ҡайтып килһәк тә байтаҡ ара үтәбеҙ бит. Ғөмүмән, күп йөрөргә тура килә. Шундай кешеләрҙе беләм: 30 мең саҡрымды йылдар буйы йыялар. Ә мин был араны бер айҙа үтеүем ихтимал. Күптәр аптырап та ҡуя. Был йәһәттән ҡарағанда, машина һәр саҡ төҙөк, ышаныслы булырға тейеш.
– Техника боҙолоп та бара инде ул. Шул осраҡта үҙең йүнәтәһеңме?
– Дөрөҫөн әйткәндә, бала саҡтан техника менән артыҡ мауыҡманым. Ҡыҙыҡһыныу, ылығыу булды, әлбиттә, ләкин ҡайһы берәүҙәр ише көндәр буйы двигателен тулыһынса һүтеп, кире йыйыу менән шөғөлләнмәнем. Һәр йөрөтмән белергә тейешле ремонтты үҙем башҡарам. Хәҙерге двигателдәргә тейеүе лә хәүефле. Шикләнәһең икән, тәжрибәле дуҫыңа йә сервисҡа мөрәжәғәт итеүең яҡшы.

– Ҡатының Зилиә машина йөрөтәме?
– Зилиәнең “права”һы бар. Әммә уның ҡала урамдарында бер хатаһыҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ йөрөтөрөн белмәй-ышанмай тороп, үҙенә автомобиль алып бирергә тәүәккәлләмәйем. Мин күпселек ваҡыт өйҙә тормайым, уға ла айырым машина кәрәк, әлбиттә: тәү сиратта, балаларҙы йөрөтөргә. Ауылда булғаныбыҙҙа руль артына ултырырға рөхсәт бирәм. Йөрөтмәйенсә, тәжрибә туплап булмай. Гелән ҡабатлап тормаһаң, ҡағиҙәләр ҙә иҫтән сыға.

– Сәйет, һиңә берәйһен машина йөрөтөргә өйрәтергә тура килдеме?
– Бер туған ҡустым Мортазаны икенсе тиҫтәһен тултырған сағында өйрәткәйнем. Ҡаты уҡытыусы булғанмынмылыр-юҡмы, быныһын ҡустым үҙе әйтһен. Ғөмүмән, ағай кеше ҡустыһына талапсан була ул. Мин дә уға, артыҡ ҡаты бәрелмәһәм дә, мәле менән ҡәтғи итеп әйтеп ҡуя инем, буғай. Машинаны үҙеңде һымаҡ һиҙә-тоя белергә тейешһең, тип өйрәттем. Тәжрибәле йөрөтмәндәр тәгәрмәстең тыны аҙ икәнен, двигателдең боҙоҡ булыуын тауыштан беләләр бит. Шулай уҡ, тәүҙән үк машинаның көҙгөләренә ҡарап йөрөргә өйрән, тип тәҡрарланым. Хәрәкәттә улар ҙур роль уйнай. Бәлки, әрләгән мәлем дә булғандыр. Уның ҡарауы, хәҙер үҙенән тамсы ла шикләнмәйем. Хәйер, бер аҙ тиҙлек ярата. Уға ултырһам, мәле менән тыйып барырға тура килә.

– Сер булмаһа, хыялыңдағы машина хаҡында ла һөйләп үт әле.
– Һәр машинам менән ҡәнәғәт булдым. “Меган”ымды ла ҡәҙерләп тоторға тырышам. Аллаға шөкөр, һынатҡаны юҡ. Ә кеше хыялһыҙ йәшәй алмай. Һәр саҡ алға, юғарыға, яҡшыға ынтылып йәшәргә кәрәк!
– Юлда йыр тыуғаны бармы?
– Был хаҡта үҙемдең уйлап ҡарағаным юҡ икән... Ғәжәп, әммә юлда йыр тыуғаны юҡ. Руль артында бар иғтибарымды юлдағы хәрәкәткә туплауымдан киләлер был. Тирә-яҡты күҙәтеп, тәбиғәтебеҙҙең матурлығына һоҡланып, уйланып барыуға ни етә?! Шул саҡта күңелдә урғылған хистәрҙе ябай һүҙҙәр менән аңлатып бөтөп буламы ни? Иғтибарымды бүтән нәмәгә күсерергә тырышмайым. Шуға ла ҡала эсендә йөрөүгә ҡара­ғанда оҙон юлға сы­ғыуҙы хуп күрәм. Оҙаҡ сыҡмай торһам, юл мине үҙенә тарта баш­лай. Оҙайлы сә­фәр­ҙә лә йонсоу тоймайым. Бер һүҙ менән әйт­кән­дә, юл йөрөргә эй яратам!

– “Ҡорос ат”ты йүгән­лә­гәнһең, Сәйет. Ә һыбай йөрөй беләһеңме?
– Һәр башҡорт егете атта йөрөй белергә тейеш! Быныһы – инҡар итмәҫлек ҡанун. Мин үҙем аттарҙы, форсат сыҡҡанда һыбай елдерергә яратам. Бына ике йыл рәттән үҙемә йылҡы малы бүләк тә итәләр. Былтыр, мәҫәлән, яҡын дуҫым Илгиз Күсәков – тай, быйыл Хәйбулланың алдынғы фермерҙары – Илшат һәм Иршат Үләбаевтар бейә бүләк иттеләр. Мөмкинлектән файҙаланып, үҙҙәренә тағы берҙе оло рәхмәттәремде белдерәм! Әйтеп үтергә кәрәк: Илшат менән Иршат районды ҡымыҙ менән тулыһынса тәьмин итә.

– Юлда йөрөгәндә күңелеңә ятмаған нәмәләр?
– Тығында ултырырға яратмайым. Хәйер, кем ваҡытты әрәм итеп ултырырға теләһен, эйе бит? Ә төнгө ҡала буйлап йөрөү бик тә оҡшай. Кәйефте иң ҡырған нәмә, әлбиттә (һәр йөрөтмәндең һүҙен ҡабатлайым) – юлдарҙың төҙөк булмауы.

– Юлда “Юлдаш”­һыҙ булмай, тигән­дәй, ниндәй музыка тыңларға яратаһың?
– Машинамдағы радио үҙебеҙҙең “Юл­­­даш”ҡа, “Аш­ҡа­ҙар”ға көйләнгән. Улар­һыҙ мөмкин тү­гел. Машинаға инеп ултырғас та тәү сиратта радионы ҡабыҙам. Башҡорт йырсыларына килгәндә, бөтәһен дә тыңлайым. Барыһы менән таныш булғас, ижадтары менән дә ихлас ҡыҙыҡһынам. Беҙҙең эстрада бай бит ул!

– Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Сәйет! Юлдарың гел уң булһын!

А пунктынан В пунктына тиклем
Сәйет Билаловҡа был юлы
Фәиз ХАРРАСОВ юлдаш булды.

Архив, 2016 йыл.

Автор:
Читайте нас: